ІІІ Батшалар 4 - Изге ЯҙмаСөләймәндең ярандары 1 Сөләймән бөтә Исраилға батшалыҡ итте. 2 Уның ярандары ошолар ине: Ғазаръяһ Садоҡ улы – ҡаһин; 3 Шиша улдары Әлихореф менән Ахияһ – кәтиптәр; Йеһошафат Ахилуд улы – дәүләттең йылъяҙмасыһы; 4 Бенаяһ Йеһоядағ улы – ғәскәр башлығы; Садоҡ менән Әвйәҫәр – ҡаһиндар; 5 Ғазаръяһ Наҫан улы – өлкә башлыҡтары етәксеһе; Завуд Наҫан улы – ҡаһин һәм батшаның кәңәшсеһе; 6 Ахишар – батша һарайы идарасыһы; Адонирам Ғавда улы – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе. 7 Исраилдың бөтә төбәктәрендә Сөләймәндең ун ике өлкә башлығы бар ине. Улар батшаға һәм уның һарайына аҙыҡ-түлек килтерә торғайны. Һәр ҡайһыһы йылына бер ай буйы һарайҙы ризыҡ менән тәьмин итергә тейеш ине. 8 Бына уларҙың исемдәре: Бен-Хур – Әфраим таулығында; 9 Бен-Дәҡәр – Маҡаста, Шағалвимда, Бейт-Шәмәштә, Элон-Бейт-Хананда; 10 Бен-Хәсәд – Аруббоҫта, Сохо менән бөтә Хефәр ере уныҡы ине. 11 Сөләймәндең ҡыҙы Тафаҫҡа өйләнгән Бен-Авинадав – бөтә Нафаҫ-Дорҙа; 12 Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә; 13 Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине. 14 Ахинадав Ғыддо улы – Маханаимда; 15 Сөләймәндең ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнгән Ахимағас – Нафталиҙа; 16 Бағана Хушай улы – Ашерҙа һәм Беғалоҫта; 17 Йеһошафат Паруах улы Исасхарҙа; 18 Шимғи Эла улы – Бинйәмин ерендә; 19 Гевер Ури улы Ғилғәдтә, әмөриҙәр батшаһы Сихондың, Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрендә идарасы булды. Йәһүҙәнең үҙендә өлкә башлығы бар ине. Сөләймән батшалығының сәскә атыуы 20 Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне. 21 Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне. 22 Көн һайын Сөләймәндең һарайына утыҙ кор ваҡ ҡына итеп тарттырылған яҡшы он, алтмыш кор эре тарттырылған он, 23 махсус һимертелгән ун башмаҡ, көтөүҙә йөрөгән егерме башмаҡ, йөҙ һарыҡ һәм быларҙан тыш болан, ғәзәл, сайғаҡ, һимертелгән ҡош-ҡорт кәрәк ине. 24 Сөләймән Тифсахтан Газаға тиклем, Евфрат йылғаһының көнбайышында ятҡан бөтә батшалыҡтарға идара итте. Һәр тарафта тыныслыҡ булды. 25 Уның заманында Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем булған Йәһүҙә һәм Исраилда һәр кем үҙенең йөҙөм һәм инжир ағастары аҫтында рәхәтләнеп етеш йәшәне. 26 Сөләймәндең арбаға егә торған аттары өсөн ҡырҡ мең аҙбары һәм ун ике мең һыбайлыһы бар ине. 27 Ун ике өлкә башлығының һәр береһе билдәле бер айҙа Сөләймән батшаны һәм уның менән табындаш булғандарҙың барыһын һәр төрлө ризыҡ-әүҡәт менән тәьмин итте. Һис бер нәмәлә наҡыҫлыҡ булманы. 28 Ун ике түрәнең һәр ҡайһыһы, үҙенә бирелгән бойороҡ буйынса, тәғәйен урынға екке аттары һәм саптар аттар өсөн арпа менән һалам килтереп торҙо. Сөләймәндең сикһеҙ зирәклеге 29 Алла Сөләймәнгә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле икһеҙ-сикһеҙ зирәклек, тәрән аҡыл һәм күп белем бирҙе. 30 Ул көнсығыштағы һәм Мысырҙағы барлыҡ аҡыл эйәләренән дә аҡыллыраҡ ине. 31 Зирәклеге менән бөтә кешеләрҙән, хатта Әзрах нәҫеленән булған Эҫандан, Махолдың Һеман, Калкол һәм Дардағ тигән өс улынан да өҫтөнөрәк ине; уның исеме эргә-тирәләге халыҡтар араһында танылыу алды. 32 Сөләймән өс мең мәҡәл яҙып ҡалдырҙы, мең дә биш йыр сығарҙы. 33 Ул Ливандағы кедр ағасынан алып таш ҡоймала үҫеп сыҡҡан майағасҡа тиклем һәр үҫемлек хаҡында, йәнлектәр, ҡоштар, һөйрәлеүселәр, балыҡтар тураһында һөйләй ала торғайны. 34 Донъялағы бөтә батшалар, Сөләймәндең зирәклеген ишетеп, уның аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға кешеләр ебәрә торған булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia