ІІІ Батшалар 20 - Изге ЯҙмаБен-Һададтың Самарияға һөжүм итеүе 1 Арам батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен тупланы ла аттары, һуғыш арбалары, үҙенә ҡушылған утыҙ ике батша менән барып Самария ҡалаһын ҡаманы һәм уға ҡаршы һуғыш башланы. 2 Ул ҡалаға Исраил батшаһы Ахав янына илселәр ебәреп, 3 былай тине: – Алтының менән көмөшөң дә, иң яҡшы ҡатындарың менән балаларың да – минеке. 4 – Әйткәнеңсә булһын, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы уға Ахав. – Үҙем дә, булған бөтә нәмәм дә һинеке. 5 Илселәр тағы килеп, былай тине: – Бен-Һадад былай ти: «Алтының менән көмөшөңдө, иң яҡшы ҡатындарың менән балаларыңды миңә бир», – тип әйткәйнем. 6 Иртәгә ошо ваҡытта ярандарымды ебәрәм. Улар һарайыңды һәм хеҙмәтселәреңдең өйҙәрен аҡтарыр, һиңә ҡәҙерле булған бөтә нәмәңде алыр. 7 Исраил батшаһы үҙ иленең бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып кәңәш һораны. – Ҡарағыҙ, был әҙәм ниндәй яманлыҡ уйлап тапты, – тине. – Ҡатындарым менән балаларымды, алтын-көмөшөмдө һорап ебәргәс, мин уға ҡаршы килмәгәйнем. 8 Бөтә аҡһаҡалдар менән барса халыҡ: – Уны тыңлама, әйткәндәренә риза булма, – тине. 9 Шуға күрә Ахав Бен-Һададтың илселәренә: – Хакимым батшаға әйтегеҙ: мин ҡолоң тәүге бөтә талапты үтәргә әҙер, ә бына әлеге талабыңды эшләй алмайым, – тип белдерҙе. 10 Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе. 11 – Ҡайтып әйтегеҙ: биленә ҡылыс таҡҡанда түгел, ҡылысын сискәндә маҡтанһын, – тип яуап ҡайтарҙы уға Исраил батшаһы. 12 Башҡа батшалар менән сатырында эсеп ултырған Бен-Һадад был һүҙҙәрҙе ишеткәс үҙенең ғәскәренә: – Һөжүмгә әҙерләнегеҙ! – тип фарман бирҙе. Ғәскәр ҡала ҡаршыһында сафҡа теҙелде. Ахавтың Бен-Һададты тар-мар итеүе 13 Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең». 14 – Кем аша бирелер? – тип һораны Ахав. – Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр аша, тип әйтә Раббы, – тине пәйғәмбәр. – Һөжүмде кем башлар? – тип һораны батша. – Һин башлаясаҡһың, – тип яуап бирҙе пәйғәмбәр. 15 Ахав өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәрҙе йыйып алды, бөтәһе ике йөҙ утыҙ ике кеше ине. Унан бөтә Исраил ғәскәрен тупланы, ете мең яугир ине. 16 Улар төш мәлендә ҡуҙғалды. Был ваҡытта Арам батшаһы Бен-Һадад эргәһендәге утыҙ ике батша менән бергә сатырҙа иҫерешеп ултыралар ине. 17 Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр алдан төшөп алды. Бен-Һадад күҙәтселәр ебәргән ине, улар: «Самариянан кемдәрҙер сыҡты», – тип хәбәр итте. 18 – Әгәр солох төҙөшөргә килһәләр, тереләй ҡулға алығыҙ. Алыш менән килһәләр ҙә тереләй ҡулға алығыҙ! – тип бойорҙо Бен-Һадад. 19 Ҡаланан беренсе булып өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр, улар артынан Исраил ғәскәре сыҡты. 20 Һәр кем үҙенең дошманына ташланды. Арамиҙар боролоп ҡасырға тотонғайны, исраилдар арттарынан төштө. Арам батшаһы Бен-Һадад атына менә һалып һыбайлылары менән бергә ҡасып ҡотолдо. 21 Исраил батшаһы дошмандың һыбайлыларын һәм яу арбаларын ҡырып ташланы. Арамиҙар ғәскәре ҙур юғалтыуҙарға дусар булды. 22 Пәйғәмбәр Исраил батшаһына килеп: – Бар, көс тупла, нимәләр эшләргә кәрәклеген ныҡлап уйла, сөнки киләһе яҙ Арам батшаһы йәнә яу менән киләсәк, – тине. 23 Ярандары Арам батшаһына: – Исраилдарҙың Аллаһы – тауҙар аллаһы, – тинеләр. – Бына шуға күрә лә улар беҙҙе еңеп сыҡты. Әгәр ҙә тигеҙлектә һуғышһаҡ, беҙ уларҙы пыран-заран килтерәсәкбеҙ. 24 Хәҙер һин бына нимә эшлә: батшаларҙың бөтәһен дә тәхеттәренән төшөр, улар урынына өлкә башлыҡтары ҡуй. 25 Күпме юғалтҡанбыҙ, шул тиклем ат, яу арбаһы, ғәскәр тупла ла, исраилдар менән тигеҙлектә һуғышайыҡ. Шул саҡ мотлаҡ еңәсәкбеҙ. Бен-Һадад уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалды һәм нисек әйтһәләр, шулай эшләне. 26 Киләһе яҙҙа Бен-Һадад ғәскәрен тупланы ла исраилдар менән һуғышырға Афеҡ ҡалаһына йүнәлде. 27 Исраил ғәскәре лә тупланды. Аҙыҡ-түлек алып уларға ҡаршы сыҡтылар һәм арамиҙар алдында туплам ҡорҙолар. Ерҙе ябып килгән арамиҙар ғәскәре ҡаршыһында Исраил яугирҙәре ике бәләкәй генә кәзә көтөүе кеүек күренә ине. 28 Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы. 29 Ғәскәрҙәр бер-береһенең ҡаршыһында ете көн буйы торҙо. Етенсе көндө һуғыш башланды. Исраилдар бер көн эсендә арамиҙарҙың йөҙ мең йәйәүле яугирен ҡырып һалды. 30 Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө. 31 – Беҙ Исраил батшаларын мәрхәмәтле батшалар тип ишеттек. Билебеҙгә ҡыл туҡыма урап, башыбыҙға бау тағып, Исраил батшаһына барайыҡмы әллә? Бәлки, ул һине тере ҡалдырыр? – тине ярандары Бен-Һададҡа. 32 Билдәренә ҡыл туҡыма урап, баштарына бау таҡтылар ҙа Исраил батшаһына киттеләр. – Ҡолоң Бен-Һадад ғүмерен һаҡлауыңды ялбара, – тинеләр. – Бен-Һадад тереме ни? Ул бит миңә туғаным кеүек, – тип яуап ҡайтарҙы Ахав. 33 Әлеге кешеләр был һүҙҙәрҙе яҡшыға юраны һәм: – Эйе, Бен-Һадад һиңә туған кеүек, – тип күтәреп алды. – Барығыҙ, уны бында алып килегеҙ, – тип бойорҙо батша. Бен-Һадад килгәс, Ахав уны үҙенең яу арбаһына мендерҙе. 34 – Мин атайымдың һинең атайыңдан тартып алған ҡалаларын кире ҡайтарам, – тине Бен-Һадад. – Атайымдың Самарияла баҙарҙары булған кеүек, һин дә Дамаскта баҙарҙар яһарһың. – Килешеү төҙөгәндән һуң, мин һине ебәрермен, – тип яуапланы уға Ахав. Бен-Һадад менән килешкәндән һуң, уны ҡайтарып ебәрҙе. Бер пәйғәмбәрҙең Ахавты битәрләүе 35 Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән булған берәү Раббы ихтыяры буйынса иптәшенән: – Миңә берҙе һуҡ әле, – тип үтенде. Әммә иптәшенең уға һуҡҡыһы килмәне. 36 Шул саҡ пәйғәмбәр уға: – Раббының әйткәнен тыңламағаның өсөн янымдан китеүең булыр, һине арыҫлан үлтерер, – тине. Был кеше пәйғәмбәр эргәһенән киткәйне, уға арыҫлан тап булды һәм йыртҡыслап ташланы. 37 Пәйғәмбәр икенсе кешегә барып, уның һуғыуын һораны. Быныһы пәйғәмбәргә шул тиклем итеп ҡундырҙы, хатта йәрәхәтләне. 38 Пәйғәмбәр йөҙөн танымаҫлыҡ итеп ҡапланы ла юл буйына сығып Исраил батшаһының үткәнен көтә башланы. 39 Батша уның янынан үтеп барғанда, пәйғәмбәр былай тип ҡысҡырҙы: – Мин ҡолоң һуғышҡа барғайным. Бер кеше миңә әсиргә төшкән дошман яугирен килтерҙе лә: «Уны һаҡла. Әгәр ҡасып китһә, башың менән яуап бирәсәкһең, йәки бер талант көмөш түләйәсәкһең», – тине. 40 Мин ҡолоң унда-бында ҡаранғансы, әсир ҡасып киткән. – Һин үҙеңә үҙең хөкөм сығарҙың, – тине Исраил батшаһы. – Әле генә нисек әйттең, шулай булыр. 41 Шул саҡ пәйғәмбәр йөҙөн асты һәм батша уның пәйғәмбәрҙәрҙең береһе икәнен күрҙе. 42 Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе. 43 Асыуланған Ахав, хәүефкә батып, Самариялағы һарайына ҡайтып китте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia