Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІІ Батшалар 19 - Изге Яҙма


Ильястың ҡасып китеүе

1 Ахав ҡатыны Изевелгә Ильястың нимәләр эшләгәнен, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылыстан үткәргәнен һөйләп бирҙе.

2 Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.

3 Быны ишеткән Ильяс ҡурҡты, йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн Йәһүҙәләге Беер-Шәвәғ ҡалаһына ҡасты. Хеҙмәтсеһен шунда ҡалдырғандан һуң,

4 үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.

5 Ҡыуаҡ аҫтына ятып йоҡлап киткәйне, ҡапыл уға Алла фәрештәһе ҡағылды ла: – Тор, тамағыңа аша! – тип уятты.

6 Ильяс тороп тирә-яғына ҡараһа, баш осонда көлдә бешерелгән көлсә менән бер көршәк һыу тора. Һыуһынын ҡандырып, ашап алды ла тағы ятты.

7 Раббы фәрештәһе йәнә килеп ҡағылды: – Тор, аша, сөнки һиңә алыҫ юлға сығырға кәрәк, – тине.

8 Ильяс торҙо, ашаны-эсте, ошо ризыҡ уға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн атлап Алланың тауы Хоревҡа барып етерлек көс бирҙе.


Раббының Ильясҡа күренеүе

9 Ильяс тауҙағы мәмерйәгә инеп, шунда ҡунды. Бына Раббы уға: – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип өндәште.

10 – Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.

11 – Сыҡ, тауҙа Раббы ҡаршыһына баҫ, – тине уға Раббы. – Һинең яныңдан Раббы уҙыр. Шул ваҡыт тауҙарҙы һелкетеп, ҡаяларҙы емереп, Раббы алдында көслө ел күтәрелде. Әммә Раббы елдә түгел ине. Шунан ер тетрәне. Әммә Раббы ер тетрәүендә лә түгел ине.

12 Ер тетрәгәндән һуң, ялҡын дөрләп яна башланы. Әммә Раббы утта ла түгел ине. Уттан һуң йомшаҡ ҡына тауыш ишетелде.

13 Был тауышты ишетеп, Ильяс ябынсаһы менән битен ҡапланы ла мәмерйә ауыҙына сығып баҫты. – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип һораны тауыш.

14 – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән, фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тине Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.

15 – Килгән юлыңдан кире борол, Дамаск янындағы сүлгә бар. Унда барғас, Хазаилды Арамға батша итеп мәсехлә.

16 Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.

17 Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.

18 Хәйер, Мин Исраилда Бәғел алдында теҙ сүгеп, уны үбеүҙән баш тартҡан ете мең кешене иҫән ҡалдырасаҡмын, – тине Раббы.


Ильясиғиндың пәйғәмбәрлеккә саҡырылыуы

19 Ильяс бынан китте һәм Шафат улы Ильясиғинды барып тапты. Ильясиғин ун ике пар үгеҙ егеп ер һөрөп йөрөгәндәр араһында булып, ун икенсе пар үгеҙ артынан бара ине. Ильясиғин эргәһенән үтеп барышлай, Ильяс ябынсаһын уның яурынына ябып китте.

20 Ильясиғин, үгеҙҙәрен ташлап, Ильяс артынан йүгерҙе. – Ҡайтып ата-әсәмде үбеп хушлашайым инде. Шунан һинең арттан китермен, – тип рөхсәт һораны. – Бар, – тине Ильяс. – Мин һине тотаммы ни?

21 Ильясиғин кире боролоп, һабанға егелгән ике үгеҙҙе салды. Һуҡаһын яғып ит бешерҙе. Итте кешеләргә таратып бирҙе. Халыҡ шул итте ашаны. Ильясиғин иһә Ильяс артынан эйәрҙе, уға хеҙмәт итә башланы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan