Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІІ Батшалар 18 - Изге Яҙма


Ильяс менән Ғовадъяһ

1 Байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡоролоҡтоң өсөнсө йылында Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: – Бар, Ахавҡа барып күрен. Оҙаҡламай был ергә ямғыр яуҙырам.

2 Ильяс Ахавҡа китте. Самарияла бик ҡаты аслыҡ ине.

3 Ахав һарайының идарасыһы Ғовадъяһты саҡырып алды. Ғовадъяһ Раббынан бик ҡурҡҡан бер кеше ине.

4 Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.

5 Ахав Ғовадъяһҡа: – Әйҙә, һыу сыҡҡан урындарға, йылға үҙәндәренә барып ҡарайыҡ. Берәй урында аттарҙы һәм ҡасырҙарҙы ашатырлыҡ үлән таба алмаҫбыҙмы икән? Бәлки, шулайтып малдарҙы үлтермәй алып ҡалырбыҙ, – тине.

6 Ҡарап сығаһы ерҙәрҙе бүлешеп алғандан һуң, Ахав бер юлдан, Ғовадъяһ икенсе юлдан китте.

7 Юлда китеп барған Ғовадъяһҡа Ильяс осраны. Ғовадъяһ, пәйғәмбәрҙе танып, йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Был ысынлап та һинме, хакимым Ильяс? – тип һораны.

8 – Эйе, мин. Бар, хакимыңа барып минең бындалығымды әйт, – тине пәйғәмбәр.

9 – Ниндәй гонаһым өсөн мине Ахавтың ҡулына үлемгә тапшыраһың? – тип һораны Ғовадъяһ. –

10 Аллаң, тере Раббы шаһит: донъяла хакимым батшаның һине эҙләтеп кеше ебәрмәгән бер генә ил, бер генә батшалыҡ та ҡалманы. Был илдәрҙән, халыҡтарҙан: «Ул бында юҡ», тигән яуап килгәндән һуң, батшаларын һинең юҡлығыңа ант иттерҙе.

11 Ә хәҙер һин миңә: «Бар, хакимыңа: „Ильяс бында“», – тип әйт, тиһең.

12 Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен.

13 Хакимыма, Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен үлтерткән ваҡытта уларҙың йөҙөн, иллешәр-иллешәрҙән ике мәмерйәгә йәшергәнем, икмәк, һыу биреп торғаным хаҡында һөйләмәнеләрме ни?

14 Ә һин миңә хәҙер: «Бар, хакимыңа: „Ильяс бында“», – тип әйтергә ҡушаһың. Ул бит мине шунда уҡ үлтерәсәк!

15 – Үҙем хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: бөгөн мин Ахавҡа барып күренәсәкмен, – тип яуапланы Ильяс.


Ильяс Кармәл тауында

16 Ғовадъяһ, Ахавты эҙләп табып, уға Ильяс тураһында хәбәр итте. Ахав Ильясҡа ҡаршы йүнәлде.

17 Пәйғәмбәрҙе күргәс, Ахав уға: – Эй Исраилдың баш бәләһе, был һинме? – тине.

18 – Исраилдың баш бәләһе мин түгел, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. – Һин һәм атаңдың нәҫеле Раббының бойороҡтарын һанға һуҡмайһығыҙ, һин бәғелдәр артынан эйәрәһең.

19 Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.

20 Ахав хәбәр ебәреп бөтә Исраил халҡын һәм пәйғәмбәрҙәрҙе Кармәл тауына йыйҙы.

21 Ильяс халыҡ алдына сығып баҫты ла: – Ҡасанға тиклем ике арала һылтыҡлап йөрөргә уйлайһығыҙ? Әгәр Алла Раббы икән, Уға эйәрегеҙ; Бәғел Алла булһа инде, уның артынан барығыҙ, – тине. Халыҡ уға бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

22 – Мин Раббының пәйғәмбәрҙәренән бер яңғыҙым тороп ҡалдым, – тип дауам итте Ильяс. – Ә Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре – дүрт йөҙ илле кеше.

23 Хәҙер беҙгә ике үгеҙ башмаҡ килтерһендәр. Уның береһен Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре һайлап алһын. Салып, киҫәктәргә тураҡлап, утын өҫтөнә һалһындар, тик аҫтына ут тоҡандырмаһындар. Икенсе башмаҡты мин әҙерләрмен, итен утын өҫтөнә һалырмын, әммә ут яҡмаҫмын.

24 Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы.

25 – Һеҙ күмәкһегеҙ бит, башмаҡтың береһен һайлап алып, башта һеҙ әҙерләгеҙ, – тине Ильяс Бәғелдең пәйғәмбәрҙәренә. – Әйҙәгеҙ, исемләп аллағыҙҙы саҡырығыҙ, тик ут яҡмағыҙ.

26 Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре үҙҙәренә бирелгән башмаҡты алып, уны әҙерләнеләр ҙә: – Эй Бәғел, яуап бир беҙгә! – тип ҡысҡыра башланылар. Иртәнән төшкә тиклем ялбарҙылар, үҙҙәре яһаған ҡорбан усағы тирәләп бер туҡтамай һикерештеләр, тик уларға бер ниндәй ҙә яуап булманы.

27 Ҡояш төшлөккә еткәс Ильяс уларҙан: – Нығыраҡ ҡысҡырығыҙ! Алла бит ул, бәлки уйға батҡандыр, бәлки берәй эше барҙыр, йәки берәй ергә китеп баралыр. Йә булмаһа йоҡлап киткәндер ҙә уятырға кәрәктер, – тип көлә башланы.

28 Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре тағы ла нығыраҡ ҡысҡырынырға тотондо. Йолалары ҡушҡанса, ҡылыс, һөңгө менән үҙҙәренә йәрәхәт һалдылар, бөтөнләй ҡанға туҙҙылар.

29 Төш ауҙы. Улар киске ҡорбан мәленә тиклем диуаналаныуҙарын дауам итте, ләкин өн-тауыш ишетелмәне, уларға яуап биреүсе, иғтибар итеүсе табылманы.

30 Шунан Ильяс халыҡҡа: – Миңә яҡыныраҡ килегеҙ, – тип өндәште. Бөтәһе лә уның эргәһенә йыйылды. Ильяс Раббының емерелгән ҡорбан усағын йүнәтергә кереште.

31 Ул, Раббынан «Һинең исемең Исраил булыр» тигән һүҙ алған Яҡуптың ун ике улынан таралған ырыуҙар һанына ярашлы, ун ике таш алды.

32 Был таштарҙан Раббы исеменә бағышлап ҡорбан усағы яһаны ла, уратып, ике сеа ашлыҡ һыйырлыҡ соҡор ҡаҙыны.

33 Усаҡҡа йәтешләп утын һалғандан һуң, башмаҡты киҫәктәргә тураҡлап, утын өҫтөнә ҡуйҙы.

34 – Дүрт көршәк һыу алып килегеҙ, уны тотош яндырыу ҡорбанына һәм утын өҫтөнә түгегеҙ, – тип әмер бирҙе. Ул ҡушҡанса эшләнеләр. – Тағы бер тапҡыр ҡабатлағыҙ, – тине Ильяс. Йәнә түктеләр. – Өсөнсө тапҡыр ҙа шулай эшләгеҙ, – тине. Өсөнсө тапҡыр ҙа ҡойҙолар.

35 Һыу ҡорбан усағынан ағып төштө, уратып ҡаҙылған соҡор тулып китте.

36 Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. –

37 Яуап ҡайтар миңә, йә Раббы, яуап бир! Был халыҡ Һин Раббының Алла булғанын аңлаһын! Уларҙың күңеле ҡабаттан Һиңә әйләнеп ҡайтһын!

38 Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.

39 Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды.

40 – Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе.


Ҡоролоҡтоң тамамланыуы

41 Шунан Ильяс Ахавҡа: – Бар, ашап-эсеп ал. Мин ҡойма ямғыр килгәнен ишетәм, – тине.

42 Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы.

43 Хеҙмәтсеһен диңгеҙ яғын ҡарап килергә ебәрҙе. Тегеһе барып ҡараны ла: – Бер нәмә лә юҡ, – тип кире әйләнеп килде. – Тағы ҡара, – тине Ильяс. Шулай ете тапҡыр ҡабатланды.

44 Етенсе тапҡыр барып ҡарағандан һуң хеҙмәтсеһе: – Диңгеҙҙән ус аяһылай ғына болот ҡалҡып килә, – тип хәбәр итте. – Ахавҡа барып әйт, атын егә һалһын, юғиһә ямғыр аҫтында ҡалыр, – тине Ильяс.

45 Ул арала күкте ҡара болот томаланы, көслө ел күтәрелде һәм ҡойоп ямғыр яуа башланы. Ахав, арбаһына ултырып, Изреғилгә ашыҡты.

46 Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan