Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІІ Батшалар 15 - Изге Яҙма


Йәһүҙә батшаһы Авиям
( 2 Йыл 13:1-2, 22–14:1 )

1 Яровғам Неват улы Исраилға ун һигеҙенсе йыл батшалыҡ иткәндә, Йәһүҙә тәхетенә Авиям ултырҙы.

2 Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша булды. Әсәһе – Авшаломдың ҡыҙы Мағаха.

3 Авиям атаһының яман юлын ҡыуҙы, ул ҡылған гонаһтарҙы ҡабатланы. Авиям үҙенең Аллаһы Раббыға бөтөн булмышы менән тоғро булған олатаһы Дауыт һымаҡ түгел ине.

4 Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт хаҡына Аллаһы Раббы Авиямдан һуң уның улын тәхеткә ултыртты. Шулай итеп, Йәрүсәлимде имен ҡылды, был ҡалала Дауыттың шәмен һүндермәне.

5 Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.

6 Рехавғам менән Яровғам араһында барған һуғыш Авиям тәхеткә ултырғандан һуң да туҡтаманы.

7 Авиямдың ҡалған ғәмәлдәре барыһы ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Авиям менән Яровғам араһында һуғыш дауам итте.

8 Авиям үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына улы Аса батша булды.


Йәһүҙә батшаһы Аса
( 2 Йыл 14:2-3 ; 15:16–16:6, 11-14 )

9 Аса Йәһүҙә тәхетенә Яровғам Исраилға егерменсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырҙы.

10 Ул Йәрүсәлимдә ҡырыҡ йыл буйы батша булды. Өләсәһе Авшалом ҡыҙы Мағаха ине.

11 Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.

12 Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы.

13 Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы.

14 Табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирҙе, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Раббыға тоғро булды.

15 Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Раббы йортона тапшырҙы.

16 Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышты.

17 Бер мәл Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итте һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотондо.

18 Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:

19 «Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә бүләккә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ, ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын».

20 Бен-Һадад Асаның тәҡдимен тыңланы һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрҙе. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Бейт-Мағаха ҡалаларын, бөтә Киннереҫте, Нафтали ерен баҫып алды.

21 Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтап, Тирсаға әйләнеп ҡайтты.

22 Аса батша оран һалып, бер кемде лә ҡалдырмайынса, барса йәһүҙиҙәрҙе алып килде лә Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрҙө һәм улар менән Миспа, Бинйәмин биләмәһендәге Гевағ ҡалаларын нығытты.

23 Асаның барлыҡ ғәмәлдәре, батырлыҡтары, ул төҙөгән ҡалалар «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Өлкәнәйгәс, Аса аяҡтары ауыртыуҙан яфаланды.

24 Аса вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында аталары янына ерләнде. Урынына улы Йеһошафат тәхеткә ултырҙы.


Исраил батшаһы Надав

25 Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Исраил тәхетенә Надав Яровғам улы ултырҙы һәм ике йыл батша булды.

26 Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.

27 Надав ғәскәре менән пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. Шул саҡта Исасхар ырыуынан Бағша Ахияһ улы Надавҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны Гиббеҫонда үлтерҙе.

28 Был Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында булды. Надавты үлтергәндән һуң, Бағша Исраил тәхетенә ултырҙы.

29 Батша булыр-булмаҫтан, Бағша Яровғамдың бөтә ғаиләһен ҡырып бөтөрҙө – Яровғамдың нәҫелен тотош юҡ итте, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Раббының Шилола ҡоло Ахияһ аша әйткән һүҙҙәре бына шулай бойомға ашты.

30 Былар барыһы ла Яровғамдың гонаһтары һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн булды. Исраил Аллаһы Раббының уға асыуы бик ҡаты ине.

31 Надавтың башҡа бөтә ғәмәлдәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

32 Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышып йәшәне.


Исраил батшаһы Бағша

33 Йәһүҙә батшаһы Асаның өсөнсө йылында Ахияһ улы Бағша Тирсала Исраилға батша булды һәм егерме дүрт йыл тәхеттә ултырҙы.

34 Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған Яровғамдың юлынан китте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan