ІІІ Батшалар 14 - Изге ЯҙмаЯровғамдың улының үлеме 1 Шул осорҙа Исраил батшаһы Яровғамдың улы Авияһ ауырып китте. 2 Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр. 3 Уға ун икмәк, ҡабартма, бер сүлмәк бал ал. Ул һиңә балаға ни буласағын әйтер, – тине. 4 Яровғамдың ҡатыны ире әйткәнсә эшләне, Шилоға, Ахияһтың өйөнә китте. Ахияһ бик ныҡ ҡартайғайны инде, күҙҙәре бөтөнләй күрмәй башлағайны. 5 Раббы Ахияһҡа: – Оҙаҡламай танымаҫлыҡ итеп кейенеп Яровғамдың ҡатыны килер. Ауырыған улы тураһында һорашыр. Һин уға шулай-шулай тип әйтерһең, – тип алдан хәбәр итеп ҡуйғайны. 6 Ахияһ ишектән кергән ҡатындың аяҡ тауышын ишетеп: – Әйҙүк, Яровғам ҡатыны, – тип өндәште. – Нишләп кемлегеңде йәшерергә булдың? Минең һиңә бик насар хәбәрем бар. 7 Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым. 8 Батшалыҡты Дауыт нәҫеленән тартып алып һиңә бирҙем. Әммә һин бойороҡтарымды үтәгән, бөтөн булмышы менән Миңә бирелгән, күҙ алдымда дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылған Дауытҡа оҡшамағанһың. 9 Һин үҙеңә тиклем булғандарҙың барыһына ҡарағанда ла күберәк яман эштәр ҡылдың. Минән баш тарттың һәм үҙеңә башҡа илаһтар яһап, алтындан ҡойолма илаһтар яһатып, асыуыма тейҙең. 10 Бына шуның өсөн Яровғамдың ғаиләһенә һәләкәт ебәрәм һәм, ир затынан булғандарҙың иреклеһен дә, ҡолон да юҡ итеп, тиҙәкте яндырған шикелле, Исраилды Яровғам нәҫеленән таҙартам. 11 Яровғамдың ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарын эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр». Раббы һиңә бына шулай тип әйтергә ҡушты. 12 Һиңә килгәндә инде, бар, өйөңә ҡайт. Ҡалаға аяҡ баҫыуың булыр, балаң үлер. 13 Уны бөтә Исраил халҡы йәш түгеп оҙатыр. Әммә Яровғам ғаиләһенән бары ул ғына ҡәбергә инер, сөнки Исраил Аллаһы Раббы Яровғам нәҫеленән бары шул балала ғына яҡшы нәмә тапты. 14 Раббы Исраилға икенсе бер батша ҡуясаҡ. Ул батша шул көндө үк Яровғам нәҫелен ҡырып бөтөрәсәк. Ҡасанмы? Оҙаҡламай. 15 Раббы Исраилды язаға тарттырыр һәм Исраил халҡы һыуҙа ҡалтыранған ҡамыш кеүек булыр. Раббы уларҙы аталарына биргән был уңдырышлы тупраҡтан йолҡоп алып, Евфрат йылғаһының аръяғына таратыр, сөнки улар Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйып, Раббыны асыуландырҙылар. 16 Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ. 17 Яровғамдың ҡатыны Тирсаға ҡайтып китте. Өйөнөң тупһаһын аша атлап инеү менән бала үлде. 18 Бөтә Исраил халҡы, Раббы Үҙенең ҡоло Ахияһ пәйғәмбәр аша әйткәнсә, баланы ҡәҙерләп ерләне һәм уның өсөн йәш түкте. Яровғамдың үлеме 19 Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 20 Яровғам егерме ике йыл батша булды. Үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, урынына улы Надав тәхеткә ултырҙы. Йәһүҙә батшаһы Рехавғам ( 2 Йыл 12:9-16 ) 21 Йәһүҙәлә Сөләймәндең улы Рехавғам батшалыҡ итте. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә ине. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батша булды. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы ине. 22 Йәһүҙә халҡы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылып, үҙҙәренең гонаһтары менән Раббыны аталарына ҡарағанда ла нығыраҡ асыуландырҙы. 23 Улар ҙа һәр бер ҡалҡыулыҡта, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында үҙҙәренә ялған илаһтарға ғибәҙәт ҡылыу урындары төҙөнөләр, табыныу бағаналары һәм Ашераға бағышлап ҡолғалар ҡуйҙылар. 24 Боттарға табыныу урындарында фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәр ҙә бар ине. Халыҡ исраилдар алдынан Раббы ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең бөтә ерәнгес эштәрен ҡабатланы. 25 Рехавғамдың батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимгә һөжүм итте. 26 Ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талап алды, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән бөтә алтын ҡалҡандарҙы ла алып китте. 27 Рехавғам батша улар урынына баҡыр ҡалҡандар яһатты һәм батша һарайының ишектәрен һаҡлаған ҡарауыл башлыҡтары ҡарамағына тапшырҙы. 28 Батша Раббы ҡорамына ингән һайын, һаҡсылар был ҡалҡандарҙы тотоп килә, аҙаҡтан йәнә һаҡсылар бүлмәһенә индереп ҡуя торған булды. 29 Рехавғамдың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 30 Рехавғам менән Яровғам ғүмерҙәре буйы үҙ-ара туҡтауһыҙ һуғыш алып барҙы. 31 Рехавғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Дауыт ҡалаһында аталары янында ерләнде. Әсәһе ғаммон ҡыҙы Нағама ине. Рехавғам урынына тәхеткә улы Авиям ултырҙы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia