Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІІІ Батшалар 12 - Изге Яҙма


Исраилдарҙың Рехавғамға ҡаршы сығыуы
( 2 Йыл 10:1-19 )

1 Рехавғам Шәхәмгә юлланды, сөнки бөтә исраилдар, уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн, шунда йыйылғайны.

2 Был хәбәр Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улына ла ишетелде.

3 Исраилдар, кеше ебәреп, Яровғамды саҡырып алдылар. Шунан Яровғам менән бөтә Исраил йәмғиәте бергә Рехавғам янына килеп былай тине:

4 – Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды. Инде һин михнәтебеҙҙе еңеләйт, беҙҙе ҡалыптан ҡотҡар, шул сағында беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ.

5 – Әлегә ҡайтығыҙ, – тине Рехавғам уларға, – өс көндән килерһегеҙ. Халыҡ таралды.

6 Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һораны.

7 Аҡһаҡалдар уға: – Әгәр ҙә һин был халыҡҡа бөгөн ҡол булып, уға хеҙмәт күрһәтһәң, уларға яуап биргәндә яҡшы һүҙеңде йәлләмәһәң, улар ғүмер буйы һинең ҡолоң булыр, – тине.

8 Әммә Рехавғам аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалманы һәм үҙе менән бергә үҫкән, әле янында булған ҡорҙаштары менән кәңәшләште.

9 Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һораны.

10 Ҡорҙаштары уға: – «Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды, инде һин уны еңеләйт», – тигәндәргә: «Минең сәтәкәй бармағым атайымдың биленән йыуаныраҡ.

11 Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, Мин уны тағы ла арттырырмын, Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, Мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын», – тип әйтергә кәңәш бирҙе.

12 Батшаның: «Өс көндән килерһегеҙ», – тигән һүҙе буйынса, Яровғам менән бөтә халыҡ өс көндән һуң Рехавғамға барҙы.

13-14 Батша аҡһаҡалдарҙың кәңәшен һанға һуҡмайынса, ҡорҙаштары әйткәнсә: – Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, мин уны тағы ла арттырырмын. Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын, – тип ҡырыҫ һөйләште.

15 Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.

16 Батшаның үҙҙәрен тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ таралышайыҡ! Дауыт йорто инде үҙ нәҫелен генә ҡараһын! – тинеләр ҙә өйҙәренә ҡайтып киттеләр.

17 Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡалды.

18 Рехавғам батша мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе булған Адонирамды ебәргәйне, исраилдар уны таш бәреп үлтерҙе. Рехавғам тиҙ генә яу арбаһына менеп ултырып, Йәрүсәлимгә ҡасып өлгөрҙө.

19 Әлегәсә Исраилдың төньяҡ ырыуҙары Дауыт йортона буйһонмай.

20 Яровғамдың ҡайтҡанын ишетеп, халыҡ уны йыйынға саҡырҙы һәм Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Дауыт нәҫеленә бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.


Шемағъяһтың пәйғәмбәрлек итеүе
( 2 Йыл 11:1-4 )

21 Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир тупланы. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Сөләймән улы Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш ине.

22 Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерҙе:

23 – Йәһүҙә батшаһы Рехавғам Сөләймән улына, бөтә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарына, ҡалған халыҡҡа әйт.

24 Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте.


Бейт-Илдәге һәм Дандағы алтын башмаҡ һындары

25 Яровғам Әфраим таулығындағы Шәхәм ҡалаһында нығытмалар төҙөттө һәм шунда йәшәй башланы. Һуңыраҡ унан китеп Пенуил ҡалаһын төҙөнө.

26 Яровғамдың башына: «Батшалыҡтың ҡабаттан Дауыт нәҫеленә күсеүе ихтимал, – тигән уй килде. –

27 Әгәр был халыҡ Йәрүсәлимгә барып, Раббы ҡорамында ҡорбан салырға йөрөһә, күңелдәре менән ҡабат хакимдарына, Йәһүҙә батшаһы Рехавғамға, боролор. Мине үлтереп, яңынан Рехавғамға барырҙар».

28 Ярандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Яровғам алтындан ике үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙорҙо һәм халыҡҡа: – Бүтәнсә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә йөрөүҙең кәрәге юҡ, – тип иғлан итте. – Эй Исраил, һине Мысыр еренән алып сыҡҡан аллалар бына ошо.

29 Был алтын башмаҡтарҙың береһен Бейт-Илгә, икенсеһен Данға ҡуйҙырҙы.

30 Был хәл ауыр гонаһҡа килтерҙе. Халыҡ башмаҡ һынына ғибәҙәт ҡылыр өсөн Данға тиклем барып етә торған булды.

31 Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы.

32 Яровғам һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөн, Йәһүҙәлә үткәрелә торған байрамға оҡшатып, байрам тип иғлан итте. Бейт-Илдә үҙе яһатҡан үгеҙ башмаҡ һындарына бағышлап ҡорбан салдырҙы. Бейт-Илдәге үҙе эшләткән табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһиндар билдәләне.

33 Шулай итеп, ул үҙе тәғәйенләгән ваҡытта – һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөндә Исраил халҡы өсөн байрам үткәрҙе һәм хуш еҫ төтәтеү өсөн Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағына күтәрелде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan