Йермеяһ 9 - Изге Яҙма1 Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем! 2 Әгәр сүлдә бер ҡуналҡам булһа, Улар араһынан алыҫыраҡ булыр өсөн Мин халҡымды ташлап китер инем! Улар барыһы ла уйнашсылар, Хыянатсылар өйөрө. 3 «Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. – 4 Һәр берегеҙ дуҫынан һаҡланһын, Ағай-энегеҙгә ышанмағыҙ, Сөнки туған туғанына аяҡ сала, Күрше күршеһенә яла яға. 5 Һәр кем үҙенең күршеһен алдай, Береһе лә дөрөҫөн һөйләмәй. Телдәрен ялғанға өйрәтеп бөткәндәр; Хәлдән тайғансы гонаһ ҡылалар. 6 Һин мәкер араһында йәшәйһең, Йермеяһ, Мәкер арҡаһында улар Мине белергә лә теләмәйҙәр», – тип белдерә Раббы. 7 Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде уларҙы тимер һымаҡ иретеп һынаясаҡмын, Бисара халҡымдың гонаһына ҡаршы Шунан башҡа нимә эшләй алам? 8 Уларҙың теле – үлемесле уҡ, Ауыҙҙарынан тик ялған һүҙҙәр сыға; Дуҫына тыштан иҫәнлек теләй, Ә эсенән генә тоҙаҡ ҡора. 9 Шулай булғас, был ҡыланыштары өсөн Уларҙы язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?» 10 Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән. 11 «Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы. 12 Мин Раббынан: – Был ер ниңә һәләк булды? Ни өсөн һис кем йөрөмәй торған сүл кеүек көйөп бөттө? Кем ошоно аңларҙай аҡылға эйә? Раббы һөйләшкән кеше кем, кем быларҙы халыҡҡа еткерер? – тип һораным. 13 Раббы былай тине: – Биргән ҡанунымды ташланылар, Минең әйткәндәремде тыңламанылар, 14 баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр. 15 Шуның өсөн күреп тороғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы, – Мин был халыҡҡа әрем ашатасаҡмын, ағыулы һыу эсерәсәкмен. 16 Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм. Йәрүсәлимдең һыҡтауы 17 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡолаҡ һалығыҙ! Һыҡтаусы ҡатындарҙы саҡырығыҙ, Уларҙың иң оҫталары килһен». 18 «Тиҙерәк килеп, беҙҙең өсөн һыҡтаһындар, Күҙҙәребеҙ йәш түкһен, Керпегебеҙҙән һыуҙар ағылһын», – ти халыҡ. 19 Ана Сиондан иңрәү тауышы ишетелә: «Беҙ ҡыйратылдыҡ! Мәсхәрәгә ҡалдыҡ, Илебеҙҙе ташлап китергә мәжбүрбеҙ, Йорттарыбыҙ емерелде». 20 Эй ҡатындар, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы – һыҡтарға, Бер-берегеҙҙе ҡайғы йырына өйрәтегеҙ. 21 «Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа – балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте». 22 «Уларға әйт, Раббы былай тип белдерә: „Кеше мәйеттәре баҫыуҙағы тиреҫ, Ураҡсы артынан ҡалған көлтә һымаҡ ятыр, Уларҙы йыйып алыусы булмаҫ“». 23 Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын. 24 Маҡтанмаҡсы булған кеше Мин Раббыны аңлауы һәм белеүе менән маҡтанһын. Донъяла мөхәббәт, хаҡ хөкөм, ғәҙеллек менән эш иткән, Шунан зауыҡланған Минең менән маҡтанһын», – тип белдерә Раббы. 25 – Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – тәне генә сөннәтләнгәндәрҙе язалаясаҡмын. 26 Мысырҙы, Йәһүҙәне, Эдомды, Ғаммонды, Моавты, сүлдә йәшәгән һәм сикә сәстәрен ҡырғандарҙы язалаясаҡмын. Асылда, был ҡәүемдәрҙең сөннәте юҡ, ә Исраил нәҫеленең йөрәге сөннәтһеҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia