Йермеяһ 8 - Изге Яҙма1 – Ул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаларының һөйәктәре, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең һәм Йәрүсәлим халҡының һөйәктәре ҡәберҙәренән сығарып бырғалыр. 2 Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр. 3 Был яуыз нәҫелдең иҫән ҡалғандары Мин уларҙы һөргән ерҙәрҙә үлемде йәшәүҙән артыҡ күрерҙәр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Халыҡтың, Раббыны ташлап, үҙ юлынан барыуы 4 – Әйт уларға, Раббы былай ти: «Кеше йығылһа, торорға тырышмаймы? Юлында аҙашһа, кире боролмаймы? 5 Ни өсөн был халыҡ аҙашып йөрөй, Ниңә Йәрүсәлим тоғро юлға ҡайтмай? Улар ялғанға сат йәбешеп алғандар, Кире ҡайтыуҙан баш тарталар. 6 Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә. 7 Ә бит хатта күктәге ҡауҙы ла үҙ миҙгелен белә, Алатуба ла, ҡарлуғас та, торна ла Ваҡыт еткәс кенә ҡайта. Ә Минең халҡым үҙ Раббыһының Ҡанун-ҡағиҙәләрен белмәй. 8 Нисек һеҙ: „Беҙ аҡыллы, Беҙҙә Раббы ҡануны бар“, – тип әйтәһегеҙ? Ҡарағыҙ, кәтиптәрҙең алдаҡсы ҡәләме Уны ла ялғанға әйләндерә! 9 Аҡыл эйәләре оятҡа ҡалды, Сараһыҙлыҡҡа төштө, тоҙаҡҡа эләкте. Улар Раббы һүҙенән баш тартты – Шунан, ҡайҙа уларҙың аҡылы? 10 Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә. 11 „Именлек, именлек“, – тиҙәр, Бисара халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ. 12 Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы. 13 «Мин уларҙың бөтә уңышын тартып алырмын, – тип белдерә Раббы. – Ботағында бөртөк йөҙөм, Инжир ағасында өҙөп алыр емеш ҡалмаҫ; Хатта япраҡтары һулып ҡойолор. Уларға нимә биргәнмен, барыһы ла Ҡулдарынан тартып алынасаҡ». 14 «Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ. 15 Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне. Шифа тапмаҡсы инек, ҡазаға дусар булдыҡ. 16 Дан яғынан дошман аттарының бышҡырыуы ишетелә; Айғырҙарҙың көслө кешнәүенән ер һелкенә. Дошман, илебеҙҙе, ундағы бөтә нәмәне, Ҡалаларҙы тар-мар итеп, кешеләрҙе үлтермәксе». 17 «Бына, өҫтөгөҙгә ағыулы йыландар, Арбап булмай торған йыландар ебәрәм, Улар һеҙҙе сағасаҡ», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Йәрүсәлим өсөн ҡайғырыуы 18 Шатлығым ҡалманы минең, Ҡайғыларыма дауа юҡ, әрней йөрәк. 19 Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы. 20 «Ураҡ ваҡыты үтте, йәй ҙә тамам, Беҙгә һаман ҡотолоу килмәне», – ти халыҡ. 21 Бисара халҡым яраһы арҡаһында мин дә яраландым, Ҡайғыға баттым, дәһшәткә төштөм. 22 Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай? |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia