Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 51 - Изге Яҙма

1 Раббы былай ти: «Бына Мин Бабилда һәм Лев-Ҡамайҙа йәшәүселәргә ҡаршы Һәләкәтле ғәрәсәт ҡуптарам.

2 Ашлыҡ елгәреүселәр күндерәм Бабилға, Уны елгәреп, ерен бушатырҙар. Ҡаза көнөндә һәр яҡтан уға ябырылырҙар.

3 Уҡсы йәйәһен кирә алмаһын, Һарайтаһын кейеп өлгөрмәһен. Уның егеттәрен ҡыҙғанмағыҙ; Бар ғәскәрен ҡырып бөтөрөгөҙ.

4 Үлтерелгәндәр – Халдей ерендә, Яралылар Бабил урамдарында ергә йығылыр.

5 Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.

6 Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!

7 Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.

8 Ҡапыл төшөп селпәрәмә килде Бабил – Йәлләп уның өсөн йәш түгегеҙ! Яраларына бәлзәм һөртөгөҙ, Бәлки, уға дауа табылыр».

9 «Дауаланыҡ беҙ Бабилды, әммә һауыҡманы. Ташлағыҙ уны, Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә ҡайтайыҡ. Сөнки уға сығарылған хөкөм күккә етте, Болоттарға тиклем күтәрелде».

10 «Раббы беҙҙе аҡланы; Әйҙәгеҙ, Аллабыҙ Раббының был эшен Сионда иғлан итәйек!»

11 Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ! Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ! Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға, Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп, Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты.

12 Бабил диуарҙары ҡаршыһында Байраҡ күтәрегеҙ! Һаҡсыларҙың һанын күбәйтегеҙ, Ҡарауылсылар ҡуйығыҙ, боҫҡон ҡороғоҙ! Сөнки Раббы Үҙенең ниәтен – Бабил халҡына ҡаршы әйткәнен бойомға ашырыр.

13 Эй ағын һыуҙар буйында йәшәгәндәр, Бик мул хазиналары булғандар, Ахырығыҙ килде, ғүмер ебегеҙ өҙөлдө.

14 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең барлығы менән ант итте: «Һине саранча тубы баҫып алғандай, Дошман сиреүе менән тултырасаҡмын. Һиндә уларҙың еңеү ауаздары яңғырап торор».


Раббыға мәҙхиә

15 Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.

16 Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай; Ул ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара.

17 Уның алдында бар әҙәм аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.

18 Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар, Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар.

19 Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы. Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме!

20 «Һин Бабил – суҡмарым Минең, яу ҡоралым: Һинең менән ҡәүемдәрҙе ҡырам, Һинең менән батшалыҡтарҙы емерәм.

21 Һинең менән ат һәм һыбайлыны, Яу арбаһын һәм күсерен ялпаштырам;

22 Һинең менән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы, Һинең менән йәшен-ҡартын, Егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Мин ҡыйратам;

23 Һинең менән көтөүҙе һәм көтөүсене, Үгеҙҙәре менән бергә игенсене, Өлкә башлығын, ҡала хакимын тар-мар итәм.

24 Бабилдан һәм бөтә халдейҙарҙан Сионға ҡылған бар золомдары өсөн Күҙ алдығыҙҙа үс аласаҡмын, – тип белдерә Раббы. –

25 Эй Бабил, һәләк итеүсе тау, Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Эй бар донъяны һәләк итеүсе! Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм, Янып-көйгән тауға әйләндерәм.

26 Һинән төҙөлөш өсөн мөйөш ташы ла, Нигеҙ ташы ла алмаҫтар, Һин мәңге бушлыҡ булып ҡалырһың», – тип белдерә Раббы.

27 Ер йөҙөндә байраҡ күтәрегеҙ, Ҡәүемдәр араһында борғо ҡысҡыртығыҙ; Әҙерләгеҙ халыҡтарҙы, Арарат, Минни, Ашкеназ батшалыҡтарын Бабилға ҡаршы туплағыҙ. Башлыҡ тәғәйенләгеҙ ғәскәргә, Өҫтөнә саранча тубы кеүек аттар ебәрегеҙ.

28 Ҡәүемдәрҙе – Мадай батшаларын, Өлкә, ҡалаларҙың башлыҡтарын, Уға буйһонған бөтә илдәрҙе Бабилға ҡаршы һуғышҡа әҙерләгеҙ!

29 Ер тетрәй һәм ҡалтырана, Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте – Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте Тормошҡа аша.

30 Бабил батырҙары һуғышыуҙан туҡтаны, Нығытмаларында боҫто. Көстәре бөттө уларҙың, Ҡурҡаҡ ҡатындар кеүек булдылар. Торлаҡтары – янғын ҡосағында, Ҡапҡа биктәре ватылды.

31 Сапҡын артынан сапҡын елдерә, Илсе артынан илсе саба. Хәбәр тиҙерәк Бабил батшаһына барып етһен: «Ҡалабыҙ баҫып алынды,

32 Кисеүҙәребеҙҙе ҡулға төшөрҙөләр, Нығытмаларыбыҙ – ут эсендә, Ягирҙәр ҡурҡыуға ҡалды!»

33 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бабил-ҡыҙ көлтә һуҡҡан ырҙын табағына оҡшаған: Бына-бына уның ураҡ ваҡыты етер».

34 «Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы.

35 Беҙ кисергән йәбер-золом Бабилдың башына төшһөн!» Шулай тиер Сион халҡы. «Түгелгән ҡаным өсөн халдейҙар язаланһын», – тиер Йәрүсәлим.

36 Шуға күрә Раббы былай ти: «Инде дәғүәңде Үҙем ҡарармын, Һинең өсөн үс алырмын. Диңгеҙен ҡоротормон, Инештәрен киптерермен.

37 Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.

38 Халҡы бергәләп арыҫландай үкерер; Арыҫлан балаһылай ырылдар.

39 Әммә улар ҡыҙышып киткәс, Табын ҡорормон, иҫертермен, Әйҙә, кәйефләнһендәр, Мәңгелек йоҡоға талһындар ҙа Башҡа уянмаһындар, – тип белдерә Раббы. –

40 Мин уларҙы һарыҡ бәрәселәй, Кәзә-һарыҡ тәкәләреләй салырға алып китермен.

41 Шешах тар-мар ителде, Бөтә донъяның даны яуланды! Бабил ҡәүемдәрҙең араһында Дәһшәткә һалыр урынға әүерелде!

42 Бабилды диңгеҙ баҫты, Шаулы тулҡындар уны ҡапланы.

43 Ҡалалары харабаға, Ҡоро тупраҡ, сүллеккә әйләнде. Инде унда бер кем дә йәшәмәй, Һис кемдең аяғы баҫмай.

44 Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.

45 Унан сыға һал, халҡым! Раббының ялҡынлы асыуынан Һәр берегеҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ!

46 Йөрәгегеҙ ҡалтырап төшмәһен, Ерҙә йөрөгән хәбәрҙәрҙән ҡурҡмағыҙ, Бер йыл бер хәбәр килер, киләһе йылға – икенсе. „Аяуһыҙлыҡ ерҙә хөкөм һөрә, Хаким хакимға ябырыла!“

47 Бына шундай көндәр етер, Бабилдың боттарын язалармын; Бөтә ере хурлыҡҡа ҡалыр, Үлтерелгәндәре унда аунап ятыр.

48 Күк, ер һәм ундағы бар нәмә ҡыуанып гөрләшер, Сөнки Бабилдың өҫтөнә төньяҡтан емереүселәр килә, – тип белдерә Раббы. –

49 Эй Исраилдың үлтерелгәндәре! Бөтөн ерҙә Бабил үлтергәндәр нисек ҡолаһа, Бабил үҙе лә шулай уҡ ҡолар.

50 Ҡылыстан ҡотолғандар, ҡасығыҙ, туҡтамағыҙ! Алыҫ илдә лә Раббыны онотмағыҙ, Йәрүсәлим күңел түрегеҙҙә булһын».

51 «Мыҫҡыл ишетәбеҙ, оятҡа ҡалдыҡ, Йөҙөбөҙгә сәркеү яғылды, Сөнки яттар Раббы ҡорамының Изге урындарына инде».

52 «Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Бабил боттарын язалармын. Бөтә ерҙә яралылар ыңғырашыр.

53 Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.

54 Бабилдан һыҡтап илаған тауыш ишетелә, Халдей ерендә – оло ҡыйралыш!

55 Сөнки Раббы Бабилды һәләк ҡылыр, Ундағы тәкәббер ауаздарҙы юҡ итер. Дошмандары ташҡын һымаҡ шаулар, Геүләүҙәре яңғырап торор.

56 Бабилға һәләк итеүсе килер, Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр; Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла, Әжерен ҡылғанына күрә бирер.

57 «Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен, Өлкә, ҡала башлыҡтарын, Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм. Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша.

58 Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Бабилдың ҡалын диуарҙары нигеҙенә тиклем емерелер. Бейек ҡапҡалары утта яндырылыр. Бушҡа ғына көс түкте халыҡтар, Ҡәүемдәр тик юҡҡа яфа сиккән, Хеҙмәттәре утта янып бөткән».


Йермеяһтың Бабилға хәбәр ебәреүе

59 Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, хакимлығының дүртенсе йылында, Бабилға сәфәргә йыйынды. Йермеяһ пәйғәмбәр Сидкияһты оҙата барған баш хеҙмәтсе Махсеяһ улы Нерияһтан тыуған Сераяһҡа йомош ҡушты.

60 Йермеяһ Бабилға киләсәк барлыҡ бәләләрҙе, Бабил хаҡындағы ошо һүҙҙәрҙең барыһын да төргәк китапҡа теркәне.

61 Шунан Йермеяһ Сераяһҡа: – Ҡара уны, Бабилға барғас, ошонда яҙылғандарҙың барыһын да уҡы ла

62 әйт: «Эй Раббым! Һин был ил тураһында: Уны тотош юҡ итәсәкмен. Бында кеше лә, мал-тыуар ҙа ҡалмаҫ. Ул мәңгегә бушлыҡ булыр, – тинең».

63 Был төргәкте уҡып бөткәс, уға таш бәйләп Евфраттың уртаһына ырғыт.

64 Шунан былай тип әйт: «Бабил ошолай батыр һәм Раббы уға ебәргән һәләкәттән бүтәнсә ҡалҡа алмаҫ, бөтөнләй хәлдән тайыр». Ошо урында Йермеяһтың һөйләгәндәре тамамлана.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan