Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 49 - Изге Яҙма


Ғаммон тураһында

1 Ғаммон халҡы тураһында. Раббы былай ти: «Исраилдың улдары юҡмы әллә? Уның вариҫы юҡмы? Ни өсөн илаһ Милком Ғадты биләмәһе итеп алған? Ниңә уның халҡы Ғад ҡалаларында йәшәй?

2 Шул арҡала, бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына ҡаршы Яу оранын яңғыратасаҡмын; Ул хараба өйөмөнә әйләнер, Эргәһендәге ауылдар яндырылыр; Исраил үҙенә хужа булғандарға хужа булыр, – ти Раббы. –

3 Үкһе, Хешбон! Ғай ҡалаһы емерелде! Илағыҙ, эй Рабба ҡыҙҙары, ҡыл туҡымаға уранып, Һыҡтап, диуарҙар араһында йүгерекләгеҙ! Сөнки илаһығыҙ Милком һөргөнгә оҙатыласаҡ, Уның ҡаһиндары һәм түрәләр әсирлеккә алып кителәсәк.

4 Ниңә уңдырышлы үҙәнеңә маҡтанаһың? Эй хыянатсыл Ғаммон-ҡыҙ! Байлығыңа ышанаһың, „Кем һуң миңә ҡаршы килһен?“ – тиһең.

5 Ҡара, әйләнә-тирәңдән Өҫтөңә дәһшәт килтерәсәкмен, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким. – Һеҙҙең барығыҙҙы ҡыуаларҙар, Ҡасҡандарҙы йыйып алыусы булмаҫ.

6 Әммә һуңынан Ғаммон халҡына элекке мул, имен тормоштарын ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.


Эдом тураһында

7 Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?

8 Дедан халҡы, борол да ҡас! Йәшенә һал! Сөнки Ғаяз нәҫеленә яза бирер ваҡыт етте – Уның өҫтөнә афәт ебәрәм.

9 Йөҙөм йыйыусылар килгән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни? Төндә ҡараҡтар инһә лә, кәрәк тиклем генә алыр ине.

10 Ә Мин Ғаязды шәп-шәрә сисендерәм, Йәшерен урындарын асып һалам: Бер ерҙә лә боҫоп ҡала алмаҫ. Балалары, туғандары, күршеләре һәләк булыр, Үҙенең дә ғүмере өҙөлөр.

11 Етемдәреңде ҡалдыр, эй Эдом, Мин уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырмын; Тол ҡатындарың да Миңә өмөтләнһен».

12 Раббы былай ти: – Хатта был туҫтаҡтан эсергә тейеш булмағандар ҙа эскәндә, һиңә тейеш булып та, язаһыҙ ҡалмаҡсыһыңмы? Юҡ, һин язаһыҙ ҡалмаҫһың, ул көрәгәнән мотлаҡ эсерһең!

13 Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер.

14 Раббынан бер хәбәр алдым. «Тупланығыҙ ҙа Эдомға ҡаршы Һуғышҡа күтәрелегеҙ!» Быны әйтергә ҡәүемдәр араһына илсе ебәрелгән.

15 «Ҡара, һине ҡәүемдәр араһында иң меҫкене итәм, Әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдырам.

16 Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. –

17 Эдом шом һала торған урынға әйләнер, уның янынан үткән-һүткән һәр кем, уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.

18 Содом менән Ғамора һәм уларҙың тирә-яғындағы ҡалалар нисек тар-мар ителгән, – ти Раббы, – унда ла һис кем йәшәмәҫ, әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ.

19 Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?

20 Шуға күрә Раббының Эдомға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ, Теманда йәшәүселәргә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр: көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Эдомдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.

21 Эдом гөрһөлдәп ауғандан ер тетрәп торор. Тауыштары Ҡамышлы диңгеҙе буйында ла ишетелер.

22 Ҡара, дошман, бөркөт кеүек осоп, Босра өҫтөндә ҡанаттарын кирер. Ул көн Эдом яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар».


Дамаск тураһында

23 Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар.

24 Дамасктың ҡото осто, Ҡасырға әҙерләнде, ҡурҡыуға бирелде, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, ғазапҡа сорналды.

25 Ни булды, шөһрәтле ҡала, Минең шатлығым ҡалаһы ташландыҡмы ни?

26 Егеттәре майҙандарҙа ҡолап ятыр, Бөтә яугирҙәре ул көндө һәләк булыр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

27 Дамаск диуарҙарына ут һалам, Бен-Һадад һарайҙарын ут ялмар».


Ҡыдар менән Хасор хаҡында

28 Бабил батшаһы Навуходоносор тарафынан ҡыйратылған Ҡыдар менән Хасор батшалыҡтары тураһында Раббы былай ти: «Ҡыдарға һуғыш менән барығыҙ! Шәреҡ халҡын юҡҡа сығарығыҙ!

29 Уларҙың сатырҙарын һәм көтөүҙәрен, Сатыр шаршауҙарын, барлыҡ ҡаралдыһын, Дөйәләрен тартып аласаҡтар. „Тирә-яҡта – дәһшәт!“ – тип ҡысҡырасаҡтар.

30 Тиҙерәк йүгерегеҙ! Йәшенегеҙ мәмерйәләргә, Хасорҙа йәшәүселәр! – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор Һеҙҙең хаҡта бер фекергә килде, Һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорҙо.

31 Тороғоҙ, ҡайғыһыҙ, вайымһыҙ йәшәгән Ошо ҡәүемгә һөжүм итегеҙ, – тип белдерә Раббы. – Ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ, Халҡы үҙ алдына йәшәй.

32 Дөйәләре башҡаларға табыш булыр, Көтөү-көтөү малдары таланыр. Был сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән әҙәмдәрҙе Һәр тарафҡа елгә һибәм, Һәр яҡтан баштарына бәлә ебәрәм, – тип белдерә Раббы. –

33 Хасор сүл бүреләренә төйәк булыр, Мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер. Унда бер кем дә йәшәмәҫ, Ул ерҙә әҙәм балаһы төйәкләнмәҫ».


Ғелам хаҡында

34 Йәһүҙәнең батшаһы Сидкияһ хакимлыҡ итә башлаған көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәргә Ғелам тураһында Раббы һүҙе булды.

35 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Ғеламдың йәйәһен, Ҡеүәтенең төп таянысын һындырам.

36 Ғелам өҫтөнә күктең дүрт тарафынан дүрт ел күндерәм, Халҡын ошо ел менән сәсеп ебәрәм. Һөргөн киткән ғеламдар бармаған бер генә ҡәүем дә ҡалмаҫ.

37 Дошмандарының алдында, Йәндәрен көҫәгәндәрҙең ҡаршыһында Ғеламды ҡурҡыуға һалам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың баштарына афәт, Ялҡынлы асыуымды күндерәм. Уларҙы тамам ҡырып бөткәнгә тиклем, Арттарынан ҡылыс ебәрәм.

38 Тәхетемде Ғеламда ҡорам, Ғелам батшаһы менән түрәләрен юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –

39 Әммә киләсәк көндәрҙә Ғеламға мул, имен тормошон кире ҡайтарам», – тип белдерә Раббы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan