Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 48 - Изге Яҙма


Моав тураһында

1 Моав тураһында. Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Невоға ҡайғы! Уларҙың ҡалаһы харап булды. Ҡиръяҫаим мәсхәрәләнде, Дошман ҡулына ҡалды. Нығытмаһы хур булды – емерелде.

2 Моавтың даны һүнде. Хешбонда уға ҡаршы яуызлыҡ ҡылырға ниәт ҡоралар: „Әйҙәгеҙ, уны ҡәүемдәр араһынан юҡ итәйек“, – тиҙәр. Эй Мадмен, һин дә тын ҡалырһың, Артыңдан ҡылыс эҙәрләп килә.

3 Хоронаимдан иңрәү яңғырар: „Тар-мар булды ҡала, емерелде!“

4 Моав ҡыйратылды, Балалары ҡысҡырып илай.

5 Илай-илай Лухиҫҡа күтәреләләр. Хоронаимдан төшкән юлда Һәләкәт арҡаһында аһ-зар яңғырай.

6 Ҡасығыҙ! Йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ! Сүлдәге ҡыуаҡ һымаҡ булығыҙ!

7 Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.

8 Раббы әйтмешләй, Емереүселәр һәр ҡалаға килер, Бер ҡала ла ҡотолоп ҡала алмаҫ. Үҙәнлек һәләк булыр, Тигеҙлек бушап ҡалыр.

9 Моавҡа тоҙ һибегеҙ, Ул юҡҡа сығарыласаҡ! Уның ҡалалары емереләсәк, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаясаҡ».

10 Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!

11 «Моав йәш сағынан һил йәшәне, Шарап төпрәһеләй тондо, Бер һауыттан икенсеһенә ҡойолманы – Һөргөнгә оҙатылманы; Шуға тәме боҙолманы, хуш еҫе үҙгәрмәне.

12 Әммә уны һауыттан һауытҡа түгер кешеләрҙе ебәрер көндәрем килә, – тип белдерә Раббы. – Уны түгеп, һауыттарын бушатырҙар, көршәктәрен ватырҙар.

13 Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.

14 Нисек: „Беҙ батырбыҙ, Һуғышҡа әҙер көслө яугирбеҙ“, – тип әйтә алаһығыҙ?

15 Моав иле емереләсәк, Ҡалаларына һөжүм итәсәктәр. Аҫыл егеттәре салынасаҡ, – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша. –

16 Моавтың һәләкәте яҡын, Уның ҡазаһы ашығып килә.

17 Эргә-тирәһендә йәшәгәндәр, Уның исемен белгәндәр, бөтәгеҙ ҙә ҡайғырығыҙ. Әйтегеҙ: „Аһ! Ҡөҙрәт таяғы, шөһрәт билдәһе һынды!“»

18 Эй Дивон ҡалаһында йәшәгән халыҡ! Шөһрәтле урыныңдан төш, Саң-туҙан өҫтөнә ултыр. Сөнки Моавты һәләк итеүсе Һинең дә өҫтөңә килер, Ҡәлғәләреңде емерер.

19 Эй Ғароғерҙа йәшәгән халыҡ, Юл ситенә баҫ та ҡара! Ҡасып барған ирҙән, йүгергән ҡатындан: «Ни булды?» – тип һора.

20 Оятҡа ҡалды Моав, тар-мар ителде! Үкереп-үкереп илағыҙ! Моавтың бушлыҡҡа әйләнгәнен Арнон буйында иғлан итегеҙ!

21 – Яҫы таулыҡтағы ҡалалар – Холон, Яһас, Мефағаҫ,

22 Дивон, Нево, Бейт-Дивлаҫаим,

23 Ҡиръяҫаим, Бейт-Гамул, Бейт-Меғон,

24 Ҡирйоҫ, Босра – Моав ерендәге алыҫ һәм яҡын бөтә ҡалаларға хөкөм килә.

25 Моавтың мөгөҙө ҡырҡылды, беләге һындырылды, – тип белдерә Раббы. –

26 Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә, Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын!

27 Һин Исраилдан көлә инең түгелме? Бурҙар араһында тотолдомо ни ул, уның хаҡта һүҙ сыҡһа, һин баш сайҡайһың?

28 Эй Моавта йәшәгәндәр, Ҡалаларығыҙҙы ташлап, ҡаяларға һыйынығыҙ. Мәмерйә ауыҙында оя ҡорған күгәрсендәр кеүек булығыҙ.

29 Моавтың ғорурлығы, Самаһыҙ мәғрурлығы хаҡында ишеттек; Текә, тәкәббер, маҡтансыҡлығын, Үҙен артыҡ юғары ҡуйыуын ишеттек беҙ.

30 «Уның һауалылығын белә йөрөйөм, – тип белдерә Раббы. – Маҡтанып һөйләнеүе лә, Эшләгәндәре лә ялған».

31 Шуға күрә Моав өсөн һыҡрармын, Бөтөн Моав өсөн иңрәрмен; Ҡир-Харәсәҫ халҡы өсөн илармын.

32 Эй Сивманың йөҙөм ағасы, һинең өсөн Яғзер өсөн йәш түккәндән дә нығыраҡ илармын! Тәлгәштәрең диңгеҙ ашып, Диңгеҙгә, Яғзергә етә ине. Емереүсе һинең йәйге емешеңә, Бешкән йөҙөмөңә ташланды.

33 «Моавтың уңдырышлы еренән Шатлыҡ-ҡыуаныс тартып алынды; Йөҙөм һыҡҡыстарҙан аҡҡан һутты туҡтаттым; Инде геүләшеп уны иҙмәҫтәр. Бында – тауыш, тик шатлыҡ ауазы түгел.

34 Хешбон менән Әлғәленең иңрәүҙәре Яһасҡа олғашыр, Соғарҙан Хоронаимға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа саҡлы барып етер. Хатта Нимрим һыуҙары ҡорор.

35 Моавта ботҡа табыныу ҡалҡыулыҡтарында ҡорбан килтереүселәрҙе, илаһтарына хуш еҫле матдәләр төтәтеүселәрҙе юҡ итермен, – тип белдерә Раббы».

36 Шуға күрә Моав өсөн йөрәгем һыбыҙғы кеүек һыҡрай, Һыбыҙғылай иңрәй күңелем Ҡир-Харәсәҫ халҡы өсөн, Сөнки эшләп тапҡан байлыҡтары һәләк булды.

37 Һәр кем сәсен, һаҡалын ҡырыр, Ҡулдарын йәрәхәтләр, биленә ҡыл туҡыма урар.

38 Моавтың өй баштарында, Майҙандарында күмәкләп илашалар. «Моавты кәрәкһеҙ бер һауыт кеүек ваттым», – тип белдерә Раббы.

39 «Селпәрәмә килде! Ҡайһылай илашалар. Оятҡа ҡалып артына боролдо!» Тирә-яғындағылар өсөн Мәсхәрә һәм дәһшәт өлгөһө булды Моав!

40 Раббы былай ти: «Ҡара, дошман, бөркөт кеүек осоп, Моав өҫтөндә ҡанатын кирер.

41 Ҡалалары баҫып алыныр, Ҡәлғәләре ҡулға төшөр. Ул көн Моав яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар.

42 Моав халыҡтар араһынан юҡ ителер, Сөнки ул Раббы алдында эреләнде.

43 Дәһшәт, соҡор һәм тоҙаҡ бар һеҙгә, Эй Моав халҡы! – тип белдерә Раббы. –

44 Дәһшәттән ҡасҡан соҡорға төшөр, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа эләгер. Сөнки Моавтың өҫтөнә Яза йылы килтерәм, – тип белдерә Раббы. –

45 Хешбондың күләгәһендә Хәле бөтөп туҡтаны ҡасҡындар; Әммә Хешбондан – ут, Сихон араһынан ялҡын сыҡты; Моавтың сикәһен, Башбаштаҡ кешеләрҙең түбәһен ялмар.

46 Башыңа бәлә килде, Моав! Илаһ Кемоштың халҡы юҡ булды, Улдарың һөргөнгә ебәрелде, Ҡыҙҙарың тотҡонлоҡҡа эләкте.

47 Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan