Йермеяһ 47 - Изге ЯҙмаПелештиҙәр тураһында 1 Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды. 2 «Раббы былай ти: „Бына, төньяҡтан һыуҙар урғылып килә, Ул, ташҡан йылға һымаҡ, Ерҙе, уның өҫтөндәге бар нәмәне, Ҡаланы һәм уның халҡын баҫыр. Кешеләр иңрәп ҡысҡырыр, Илдә йәшәүселәр үкереп илар. 3 Айғырҙарҙың тояҡ тауышынан, Яу арбалары дөбөрҙәүенән, Тәгәрмәс таҡылдауынан ҡурҡып, Аталар ярҙам итергә балаларына боролоп баҡмаҫ: Сөнки ҡулдары хәлһеҙләнеп һәленер. 4 Пелештиҙәрҙең һәләкәт көнө килә, Тирға, Сидонға ярҙам итерлек Тере ҡалған һәр кем ҡырылыр. Раббы пелештиҙәрҙе, Кафтор утрауынан килгәндәрҙең иҫән ҡалғандарын юҡ итер. 5 Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“» 6 Эй Раббы ҡылысы, Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың? Ҡыныңа ҡабат инеп ят, Туҡта һин, тын! 7 Әммә нисек тынысланһын, Раббы Үҙе уға әмер биргән, Ашҡылонға, диңгеҙ ярына ебәргән. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia