Йермеяһ 46 - Изге ЯҙмаХалыҡтар хаҡында пәйғәмбәрлек 1 Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә халыҡтар тураһында әйткәндәре. Мысыр тураһында 2 Был һүҙҙәр Мысыр хаҡында һәм Мысыр батшаһы Нехо фирғәүендең Евфрат йылғаһы буйындағы Каркемиш янына килеп туҡтаған ғәскәре тураһында ине. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Бабил батшаһы Навуходоносор был ғәскәрҙе ҡыйратты. 3 «Ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарығыҙҙы әҙерләгеҙ, Алышҡа инегеҙ! 4 Эйәрләп аттар менегеҙ, Һыбайлылар, торҡа кейегеҙ ҙә теҙелегеҙ. Һөңгө башаҡтарын үткерләгеҙ, Һарайтағыҙҙы кейегеҙ!» 5 «Тик ни күрәм: ҡаушанылар, Артҡа боролдолар! Иң көслөләре тар-мар ителде, Боролоп ҡарамай ҡаса улар. Тирә-яҡта – дәһшәт! – тип белдерә Раббы. 6 Етеҙ ҡасып китә алмаҫ, Батыр ҡотола алмаҫ; Төньяҡта, Евфрат буйында, Абынып йығылырҙар. 7 Кем ул Нил йылғаһы һымаҡ ҡалҡҡан, Һыуҙары ташҡын һымаҡ сайҡалған? 8 Мысырҙыр Нил кеүек ташҡан, Һыуҙары ташҡын һымаҡ сайҡалған, „Ташам да ер йөҙөн баҫам, Ҡалаларҙы, халыҡтарҙы һәләк итәм“, – тип ҡырсына. 9 Яуға ташланығыҙ, аттар, Елдерегеҙ, һуғыш арбалары! Ҡалҡан тотҡан Куш, Пут яугирҙәре, Йәйә киргән Луд һуғышсылары алышҡа инегеҙ! 10 Был көн – Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы көнө, Үс алыу көнө. Дошмандарынан ҡон ҡайтарыр көн. Уларҙы ҡылыс туйынғансы ашаясаҡ, Һыуһыны ҡанғансы ҡан эсәсәк. Төньяҡ илдә, Евфрат йылғаһы буйында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким ҡорбан сала. 11 Эй һин, ғиффәтле ҡыҙ Мысыр, Ғилғәдкә барып, бәлзәм ал! Тик бушҡа ғына дауаланаһың, Һинең сиреңә шифа юҡ! 12 Ҡәүемдәр мәсхәрәгә ҡалыуыңды ишетте. Ер йөҙөн һыҡтауҙарың тултырҙы; Сөнки яугир яугиргә абынды, Икеһе бергә ҡоланы». 13 Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә Бабил батшаһы Навуходоносорҙың килеп Мысырға һөжүм итеүе тураһында һүҙе булды. 14 «Мысырға хәбәр итегеҙ, Мигдолға ишеттерегеҙ, Нофта, Тахпанхеста иғлан итеп әйтегеҙ: „Аяғүрә баҫ, әҙерлән, Әйләнә-тирәңдәгеләрҙе ҡылыс ялмай“. 15 Үгеҙең ниңә йығылды, Аяғында баҫып ҡала алманы? Сөнки Раббы уны ергә йыҡты. 16 Ул күптәрҙе һөрөндөрҙө, Бер-береһенең өҫтөнә ҡоланылар, „Тороғоҙ, иҙеүсенең ҡылысынан ҡасып, Тыуған ергә, үҙ халҡыбыҙға ҡайтайыҡ“, – тинеләр. 17 Унда ҡысҡырҙылар: „Мысыр батшаһы фирғәүен – бушбоғаҙ! Ул форсатын ҡулдан ысҡындырҙы!“» 18 Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша былай тип белдерә: «Барлығым менән ант итәм, Башҡа тауҙар араһында ҡалҡып торған Тавор, Диңгеҙ буйындағы Кармәл һымаҡ Ҡеүәтле берәү киләсәк. 19 Эй Мысырҙа йәшәүселәр, Кәрәк-ярағығыҙҙы әҙерләгеҙ, Һөргөнгә китәсәкһегеҙ, Сөнки Ноф бушлыҡҡа әйләнәсәк, Емерелеп, кешеһеҙ ҡаласаҡ». 20 «Мысыр ул – бик күркәм тана, Тик төньяҡтан өҫтөнә күгәүен килә. 21 Араларындағы ялланған яугирҙәр Һимертелгән башмаҡ һымаҡ; Улар ҙа боролоп сабыр, ҡаршы тора алмаҫ; Сөнки уларҙың һәләкәт көнө, язаланыр мәле килде. 22 Ана, Мысыр ҡасҡан йыландай ыҫылдай, Сөнки ҡеүәтле көс булып, Балта тотҡан ағас ҡырҡыусылар кеүек, Дошманы өҫтөнә килә. 23 Үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡалын булһа ла, Урманын ҡырҡып бөтөрҙәр, – тип белдерә Раббы. – Улар саранчанан да күберәк, Һанап бөтөрөрлөк түгел. 24 Мысыр-ҡыҙ хурлыҡҡа ҡалыр, Төньяҡ халҡының ҡулына төшөр». 25 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Бына Мин Но ҡалаһының илаһы Амонды, фирғәүенде һәм Мысырҙы, уның илаһтарын һәм батшаларын, фирғәүенде һәм уға өмөтләнгәндәрҙең барыһын язалайым. 26 Уларҙы йәндәрен көҫәгәндәргә – Бабил батшаһы Навуходоносор һәм уның ярандары ҡулына – тапшырам. Әммә һуңынан Мысырҙа кешеләр элекке кеүек үк йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы. Раббының киләсәктә Үҙ халҡын ҡотҡарасағы 27 «Ә һин, ҡолом Яҡуп, ҡурҡма, Төшөнкөлөккә бирелмә, Исраил. Сөнки һине – йыраҡ илдән, Нәҫелеңде әсирлектә булған ерҙән ҡотҡарырмын. Яҡуп кире ҡайтыр, Рәхәтләнеп, бер ҡайғыһыҙ йәшәр, Башҡа уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ. 28 Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia