Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 44 - Изге Яҙма


Йермеяһтың Мысырҙағы йәһүҙиҙәргә әйткәндәре

1 Мысыр ерендәге Мигдол, Тахпанхес, Ноф ҡалаларында, Паҫрос ерендә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәр тураһында Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды.

2 – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларына ебәргән бөтә һәләкәттәрҙе күрҙегеҙ. Ана, улар хәҙер емерелеп ята, уларҙа бер кем дә йәшәмәй.

3 Йәһүҙә кешеләре ҡылған яуызлыҡтар өсөн булды был. Улар, үҙҙәре лә, һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, уларға хеҙмәт итеп, Мине асыуландырҙылар.

4 „Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.

5 Әммә Йәһүҙә халҡы ишетмәне, ҡолаҡ һалманы, яуыз ғәмәлдәренән баш тартманы, ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеүҙән туҡтаманы.

6 Шуға күрә асыуым түгелде, ярһыуым Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында ялҡынланды. Улар, бөгөн күренгәнсә, емереклектәр өйөмө һәм бушлыҡ булып ята».

7 Инде хәҙер Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ниңә үҙ башығыҙға ҙур бәлә килтермәксеһегеҙ? Йәһүҙәнән килгән ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы юҡ итеп, берегеҙ ҙә ҡалмай ҡырылып бөтмәксеһегеҙме?

8 Ни өсөн һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ эшләгән боттарығыҙ менән Мине асыуландыраһығыҙ, үҙегеҙ йәшәргә тип килгән Мысыр ерендә сит илаһтарға хуш еҫ төтәтәһегеҙ? Былай бит һеҙ үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ. Ерҙәге бөтә ҡәүемдәрҙең ҡарғыш һәм мәсхәрәһенә дусар буласаҡһығыҙ!

9 Йәһүҙәлә, Йәрүсәлим урамдарында ата-бабаларығыҙҙың, Йәһүҙә батшаларының һәм уларҙың ҡатындарының, үҙегеҙҙең һәм ҡатындарығыҙҙың ҡылған золомдарын оноттоғоҙмо ни?

10 Бына бөгөнгә тиклем һеҙ Миңә буйһонмайһығыҙ, Минән ҡурҡмайһығыҙ, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ҡанун һәм ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәйһегеҙ бит».

11 Шуға күрә Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, башығыҙға афәт ебәрергә, бөтә Йәһүҙә халҡын юҡ итергә ҡарар иттем.

12 Иҫән ҡалған һәм, төйәкләнмәк булып, Мысырға юлланған йәһүҙиҙәрҙе һәләк итәсәкмен. Улар барыһы ла юҡ ителер, Мысыр тупрағына йығылыр. Ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырылыр. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем ҡылыстан һәм аслыҡтан үлер, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә, хурлыҡ һәм мәсхәрәгә дусар булыр.

13 Мысырҙа йәшәүселәрҙе, Йәрүсәлимде язалаған кеүек, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалаясаҡмын.

14 Иҫән ҡалған һәм Мысырҙа төйәкләнергә тип киткән йәһүҙиҙәрҙең береһе лә ҡотолоп ҡалмаҫ, Йәһүҙәгә ҡайта алмаҫ. Улар бөтөн булмыштары менән Йәһүҙәгә ҡайтырға ашҡыныр, ләкин ҡасып киткәндәрҙең бик аҙы ғына әйләнеп ҡайтыр».

15 Ҡатындарының бүтән илаһтарға хуш еҫ төтәткәнен белгән ир-аттар, шунда күмәкләшеп баҫып торған ҡатындар – оло бер йыйын – һәм Мысырҙың Паҫрос ерендә йәшәгән барса халыҡ Йермеяһҡа:

16 – Раббы исеменән һөйләгән һүҙҙәреңде тыңламайбыҙ! – тип яуап ҡайтарҙы. –

17 Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.

18 Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүҙән, түкмә ҡорбан килтереүҙән туҡтағаны бирле юҡсыллыҡтан интегәбеҙ, ҡылыстан, аслыҡтан ҡырылабыҙ.

19 – Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәткәнебеҙҙе, түкмә ҡорбандар килтергәнебеҙҙе, уның һынына оҡшатып күмәстәр бешергәнебеҙҙе, уға бағышлап шарап түккәнебеҙҙе ирҙәребеҙ белмәй инеме ни? – тине ҡатындар.

20 Йермеяһ үҙенә шулай тип ҡаршы төшкән халыҡҡа, ирҙәргә һәм ҡатындарға:

21 – Һеҙҙең, ата-бабаларығыҙҙың, батшаларығыҙҙың, түрәләрегеҙҙең, ил халҡының Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында хуш еҫ төтәтеүен иҫкә алманымы икән Раббы? – тип яуапланы. – Шул Уға барып етмәнеме икән?

22 Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.

23 Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.

24 – Эй Мысыр ерендә булған Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Йермеяһ бөтә халыҡҡа һәм айырыуса ҡатындарға. –

25 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Үҙегеҙ ҙә, ҡатындарығыҙ ҙа, телегеҙ нимә һөйләһә, ҡулығыҙ шуны эшләне. „Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтербеҙ, түкмә ҡорбандар килтерербеҙ тип әйткән нәҙерҙәребеҙҙе мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ“, – тиһегеҙ. Биргән вәғәҙәләрегеҙҙә ныҡ тороғоҙ әйҙә, әйткәндәрегеҙҙе теүәл үтәгеҙ!

26 Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы Хаким шаһит!“ тип ант итмәйәсәк.

27 Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.

28 Бик аҙҙар ғына, ҡылыстан ҡотолоп, Мысырҙан Йәһүҙәгә ҡайтасаҡ. Мысыр еренә йәшәргә килгән йәһүҙиҙәрҙең иҫән ҡалғандары шул ваҡытта кемдең һүҙе – Минекеме, әллә уларҙыҡымы – тормошҡа ашҡанын белер.

29 Башығыҙға бәлә ебәреремде, әйткәндәремде ғәмәлгә ашырасағымды белеп тороғоҙ, – тип белдерә Раббы. – Һеҙҙе ошо урында язалаясағымдың дәлиле шул:

30 Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты ҡан дошманы Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ҡулына тапшырған кеүек, Мысыр фирғәүене Хофрағты ла уның йәнен көҫәгән дошмандарына тотторасаҡмын».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan