Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 38 - Изге Яҙма


Йермеяһты һыу соҡорона ташлауҙары

1 Маттан улы Шефатъяһ, Пашхур улы Гедалъяһ, Шәләмъяһ улы Йухал, Малкияһ улы Пашхур Йермеяһтың халыҡҡа түбәндәгеләрҙе һөйләгәнен ишетте:

2 «Раббы былай ти: „Был ҡалала ҡалған кешеләр ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Кем халдейҙар яғына сыға, шул йәшәр – йәне үҙенә яумал булыр“.

3 Раббы былай ти: „Был ҡала мотлаҡ рәүештә Бабил батшаһы ғәскәренә биреләсәк, батша уны баҫып аласаҡ“».

4 Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.

5 Сидкияһ батша уларға: – Ул – һеҙҙең ҡулығыҙҙа, – тип яуапланы. – Батша һеҙгә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай.

6 Шунан һуң Йермеяһты, тотоп алып, батша улы Малкияһтың һаҡсылар ихатаһындағы һыу йыя торған соҡорона арҡандарға бәйләп төшөрҙөләр. Соҡорҙа һыу юҡ, бары батҡаҡ ҡына ине. Йермеяһ шул батҡаҡҡа батты.

7 Батша һарайы әһелдәренең береһе Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләх Йермеяһты һыу соҡорона ташлағандарын ишетеп ҡалды. Был ваҡытта батша Бинйәмин ҡапҡаһы янында ултыра ине.

8 Ғәвәд-Мәләх һарайҙан сыҡты ла батша янына килеп:

9 – Батшам хакимым! Был әҙәмдәрҙең Йермеяһ пәйғәмбәргә ҡылғандары бик насар. Уны һыу соҡорона ырғыттылар, унда ул астан үлә бит, ҡалала икмәк ҡалманы, – тине.

10 Батша Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләхкә: – Үҙең менән утыҙ кеше ал да Йермеяһ пәйғәмбәрҙе үлеп ҡалмаҫ борон соҡорҙан сығар, – тип бойорҙо.

11 Ғәвәд-Мәләх, үҙе менән кешеләр алып, батша һарайындағы келәткә барҙы, унан иҫке сепрәк-сапраҡ, алам-һөләм кейем алды ла, арҡандарға бәйләп, соҡорға төшөрҙө.

12 Шунан Йермеяһҡа: – Арҡанды ҡултыҡ аҫтыңа бәйлә лә ҡырмаһын өсөн бынау иҫке-моҫҡо сепрәк-сапраҡты тыҡ, – тине. Йермеяһ шулай эшләне.

13 Йермеяһты арҡан менән һыу соҡоронан һөйрәп сығарҙылар. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.


Сидкияһ батшаның Йермеяһтан кәңәш һорауы

14 Сидкияһ батша Йермеяһ пәйғәмбәрҙе саҡыртып алды. Уны Раббы йортоноң өсөнсө ишеге эргәһенә алып килделәр. – Һиңә бер һорауым бар, тик минән бер нәмә лә йәшермә, – тине батша.

15 Йермеяһ батшанан: – Әгәр дөрөҫөн әйтһәм, мине үлемгә дусар итмәҫһеңме? – тип һораны. – Һиңә кәңәш биреү менән, һин бит барыбер мине тыңламаясаҡһың.

16 Сидкияһ Йермеяһҡа йәшерен ант итеп: – Беҙгә йәшәү биргән тере Раббы шаһит: һине үлтертмәм, йәнеңде көҫәгән кешеләрҙең ҡулына бирмәм, – тине.

17 Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ.

18 Әммә Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелмәһәң, был ҡала халдейҙар ҡулына тапшырылыр, һәм уны яндырырҙар. Һин дә уларҙың ҡулынан ҡасып ҡотола алмаҫһың».

19 – Мин халдейҙар яғына сыҡҡан йәһүҙиҙәрҙән ҡурҡам, – тине Сидкияһ батша Йермеяһҡа. – Халдейҙар мине уларҙың ҡулына бирер ҙә, улар мине ғазаплар тип хәүефләнәм.

20 – Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.

21 Ә инде уларға бирелеүҙән баш тартһаң, тыңла – Раббы миңә бына ниндәй күренмеш бирҙе:

22 Йәһүҙә батшаһының һарайында ҡалған бөтә ҡатындарҙы Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтары алдына алып сығасаҡтар. Шул саҡ ул ҡатындар һиңә: «Ышанған дуҫтарығыҙ Һине алдаттылар ҙа еңделәр; Ә аяҡтарың батҡаҡҡа батҡас, Улар һине ташлап ҡасты», – тиерҙәр.

23 Бөтә ҡатындарың һәм балаларыңды халдейҙарға алып китерҙәр. Һин дә уларҙан ҡотола алмаҫһың, Бабил батшаһының ҡулына эләгерһең, ә был ҡала яндырылыр.

24 – Беҙҙең һөйләшкәнде бер кем дә белергә тейеш түгел, юғиһә үләсәкһең, – тине Сидкияһ Йермеяһҡа. –

25 Әгәр ҙә түрәләр, һинең менән һөйләшкәнем тураһында ишетеп, яныңа килһә: «Батшаға ниҙәр әйткәнеңде, уның һиңә нимә тип яуап биргәнен беҙҙән йәшермә, юғиһә беҙ һине үлтерәбеҙ», – тиһәләр,

26 уларға: «Мине Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен, тип ялбарҙым», – тиерһең.

27 Түрәләр килеп Йермеяһтан төпсөнә башланы. Пәйғәмбәр, батша нисек ҡушҡан, шулай яуап ҡайтарҙы. Улар башҡа бер нәмә лә һорамай китеп барҙы, сөнки батша менән ике арала булған һөйләшеүҙе бер кем дә белмәй ине.

28 Йермеяһ Йәрүсәлим баҫып алынған көнгә тиклем һаҡсылар ихатаһында ултырҙы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan