Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 37 - Изге Яҙма


Йермеяһ тотҡонлоҡта

1 Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты.

2 Әммә Сидкияһ үҙе лә, ярандары ла, ил халҡы ла Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәне.

3 Сидкияһ батша Шәләмъяһ улы Йеһухал менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһ пәйғәмбәргә: «Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға доға ҡылһаңсы», – тип әйтергә ебәрҙе.

4 Ул осорҙа Йермеяһты зинданға бикләмәгәйнеләр әле. Ул халыҡ араһына иркенләп инеп-сығып йөрөй ала ине.

5 Ул арала фирғәүен сиреүе Мысырҙан сыҡты, һәм Йәрүсәлимде ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, был турала хәбәр алып, Йәрүсәлимдән сигенде.

6 Шул саҡ Йермеяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:

7 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙҙе Миңә үтенес менән ебәргән Йәһүҙә батшаһына белдерегеҙ: „Һеҙгә ярҙамға килә ятҡан фирғәүен ғәскәре үҙ иле Мысырға ҡайтып китәсәк.

8 Халдейҙар иһә, кире килеп, был ҡалаға һөжүм итәсәк, уны баҫып аласаҡ һәм яндырып бөтөрәсәк“.

9 Раббы былай ти: „Халдейҙар беҙҙән мотлаҡ китәсәк!“ тип үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Улар китмәйәсәк!

10 Хатта һеҙ халдейҙарҙың үҙегеҙ менән һуғышҡан бөтә ғәскәрен тар-мар итеп, сатырҙарында бары тик яралылары ғына ҡалһа ла, улар, сатырҙарынан сығып, ҡаланы яндырып бөтөр ине».

11 Фирғәүен ғәскәре яҡынайғас, халдейҙар Йәрүсәлимдән сигенә башланы.

12 Тап шул көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәр Бинйәмин ерендәге туғандары араһында үҙенә тейешле ер өлөшөн алыр өсөн Йәрүсәлимдән юлға сыҡмаҡсы булды.

13 Әммә Бинйәмин ҡапҡаһында Хананъяһтан тыуған Шәләмъяһ улы Йирияһ, һаҡсылар башлығы, Йермеяһ пәйғәмбәрҙе: – Һин халдейҙар яғына ҡасып сығырға уйлайһың, – тип тотоп алды.

14 – Ялған! – тине Йермеяһ. – Халдейҙарға ҡасып сығырға теләмәйем мин! Әммә Йирияһ уның әйткәненә ҡолаҡ һалманы, ҡулға алып, түрәләрҙең алдына килтерҙе.

15 Түрәләр Йермеяһҡа асыулы ине. Уны туҡматып, Йонаҫан кәтиптең йортона бикләп ҡуйҙылар – был йортто зинданға әйләндергәйнеләр.

16 Йермеяһ оҙаҡ ваҡыт был зиндандың баҙында ултырҙы.

17 Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.

18 Шунан Сидкияһ батшаға: – Һиңә, ярандарыңа һәм был халыҡҡа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым мин? Ни өсөн мине зинданға ултырттығыҙ? – тине. –

19 Бабил батшаһы һеҙгә һәм был илгә һөжүм итмәйәсәк, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙ ҡайҙа?

20 Инде мине тыңлаһаң ине, батшам хакимым! Үтенесемде аяҡ аҫтына һалмаһаң ине: кәтип Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен!

21 Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan