Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 36 - Изге Яҙма


Йеһояҡим батшаның төргәк китапты яғыуы

1 Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

2 – Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.

3 Бәлки, Йәһүҙә халҡы, Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын.

4 Йермеяһ Нерияһ улы Барухты саҡырып алды. Барух Раббының Йермеяһҡа һөйләгән бөтә һүҙҙәрен, уның ауыҙынан ишетеп, төргәк китапҡа яҙҙы.

5 Шунан Йермеяһ Барухҡа былай тине: – Миңә Раббы йортона инергә рөхсәт юҡ.

6 Ураҙа көнөндә һин Раббы йортона бар. Ундағы халыҡҡа мин һиңә яҙҙырған Раббы һүҙҙәрен төргәк китаптан ҡысҡырып уҡы. Ул көндө Йәһүҙә ҡалаларынан килгән кешеләр ҙә Раббы йортонда була, улар ҙа уҡығаныңды ишетһен.

7 Бәлки, улар Раббыға ялбарыр, боҙоҡ юлдарынан ҡайтыр. Раббы был халыҡҡа ҡаршы Үҙенең дәһшәтле асыу-ярһыуын белдерҙе.

8 Нерияһ улы Барух Йермеяһ пәйғәмбәр бойорғандарҙың бөтәһен дә эшләне – Раббының төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен Раббы йортонда уҡыны.

9 Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының бишенсе йылында, туғыҙынсы айҙа Йәрүсәлимдә йәшәгән бар халыҡҡа һәм Йәһүҙә ҡалаларынан Йәрүсәлимгә килгән һәр кешегә Раббыға бағышлап ураҙа иғлан ителде.

10 Шафан кәтиптең улы Гемаръяһтың өҫкө ихатала Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урынлашҡан бүлмәһендә Барух Йермеяһтың төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа ҡысҡырып уҡыны.

11 Шафандан тыуған Гемаръяһ улы Михаяһ, Раббының төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен ишеткәс,

12 батша һарайына, батша кәтибенең бүлмәһенә йүнәлде. Унда батша кәтибе Әлишамағ, Шемағъяһ улы Делаяһ, Ғахбор улы Әлнаҫан, Шафан улы Гемаръяһ, Хананъяһ улы Сидкияһ һәм башҡа түрәләр ултыра ине.

13 Михаяһ уларға Барух төргәк китаптан халыҡҡа уҡыған саҡта ишеткән бөтә һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе.

14 Шунан һуң бөтә түрәләр: «Халыҡҡа ҡысҡырып уҡыған төргәк китабыңды тот та кил», – тип әйтергә ҡушып, Куши улы Шәләмъяһтан тыуған Неҫанъяһ улы Йәһүҙиҙе Барухҡа ебәрҙеләр. Нерияһ улы Барух, төргәк китапты алып, улар янына килде.

15 Уға: – Ҡана, ултыр, беҙгә лә уҡы, – тинеләр. Барух уҡыны.

16 Бөтә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түрәләр, ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа Барухҡа: – Беҙ быларҙы батшаға еткерергә тейешбеҙ, – тинеләр.

17 Шунан Барухтан: – Һин был һүҙҙәрҙе нисек яҙҙың? Йермеяһ әйтеп яҙҙырҙымы? – тип һоранылар.

18 – Эйе, – тип яуапланы Барух. – Бөтә был һүҙҙәрҙе ул әйтеп торҙо. Мин һәммәһен ҡара менән төргәк китапҡа яҙҙым.

19 Бынан һуң түрәләр Барухҡа: – Бар, Йермеяһ менән йәшенегеҙ. Ҡайҙалығығыҙҙы һис кем белмәһен, – тинеләр.

20 Түрәләр, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһендә ҡалдырҙылар, үҙҙәре батша ихатаһына, батшаға барып, бөтә был һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙеләр.

21 Батша Йәһүҙиҙе төргәк китапты алып килергә ебәрҙе. Йәһүҙи, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһенән алып килеп, батшаға һәм уның янындағы бөтә түрәләргә уҡыны.

22 Был хәл туғыҙынсы айҙа булды. Батша ҡышҡы һарайында ултыра, алдында ҡуҙлы йылытҡыс янып тора ине.

23 Йәһүҙи өс-дүрт бағана уҡыу менән, батша уҡылған өлөштө кәтип бысағы менән ҡырҡып ала ла утҡа ырғыта. Шулай итеп ул бөтә төргәкте яндырып бөтөрҙө.

24 Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны.

25 Әлнаҫан, Делаяһ һәм Гемаръяһ төргәк китапты яҡмаҫҡа инәлһә лә, батша уларға ҡолаҡ һалманы.

26 Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде.

27 Батша Йермеяһ Барухҡа әйтеп яҙҙырған төргәк китапты яндырғандан һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

28 – Икенсе төргәк ал, унда Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим яндырған тәүге китапта булған бөтә һүҙҙәрҙе яҙ.

29 Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә тиң: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“ – тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең.

30 Шуның өсөн Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим тураһында былай ти: „Уның нәҫеленән Дауыт тәхетендә һис кем ултырмаясаҡ. Мәйете көндөҙгө эҫелә лә, төнгө һалҡында ла ерләнмәйенсә ятасаҡ.

31 Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтары өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә лә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“»

32 Йермеяһ икенсе төргәк алды ла уны Нерияһ улы Барух кәтипкә бирҙе. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим утҡа яҡҡан тәүге төргәк китаптағы бөтә һүҙҙәрҙе Барух Йермеяһ ауыҙынан ҡабаттан яҙҙы. Унда әле тағы ла күп кенә шуға оҡшаш һүҙҙәр өҫтәлде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan