Йермеяһ 35 - Изге ЯҙмаРехав нәҫеленең үрнәге 1 Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлыҡ иткән көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: 2 – Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир. 3 Мин барып, Хаваззинъяһтан тыуған Йермеяһ улы Яазанъяһты, уның бөтә ағай-энеһен, бөтә улдарын – Рехав нәҫеленең барыһын да эйәртеп, 4 Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны. 5 Рехав нәҫеленең алдына шарап тулы көрәгә һәм туҫтаҡтар ҡуйҙым да: – Шарап эсегеҙ, – тинем. 6 Улар: – Беҙ шарап эсмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Сөнки атайыбыҙ Йонадав Рехав улы беҙгә: «Бер ваҡытта ла үҙегеҙ ҙә шарап эсмәгеҙ, балаларығыҙ ҙа эсмәһен, – тип бойороҡ бирҙе. – 7 Йорттар төҙөмәгеҙ, иген икмәгеҙ, йөҙөм баҡсалары үҫтермәгеҙ, уларҙың береһе лә булмаһын! Ғүмерегеҙ буйы сатырҙарҙа йәшәгеҙ, шул ваҡытта әле һеҙ күсмә тормош менән йәшәгән ерҙәрҙә оҙаҡ ваҡыттар көн итерһегеҙ». 8 Атабыҙ Йонадав Рехав улының бойороҡ биреп әйткәндәрен һәр йәһәттән тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә, ҡатындарыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер ваҡытта ла шарап эсмәйбеҙ. 9 Йәшәр өсөн йорттар төҙөмәйбеҙ. Йөҙөм баҡсаларыбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ, сәсеүлектәребеҙ юҡ. 10 Сатырҙарҙа ғүмер итәбеҙ һәм, атайыбыҙ Йонадав нимә бойорһа, барыһын да эшләйбеҙ. 11 Ә был ергә Бабил батшаһы Навуходоносор килгәс: «Әйҙәгеҙ, халдейҙар һәм арамиҙар ғәскәренән Йәрүсәлимгә ҡасайыҡ», – тинек. Шуға күрә Йәрүсәлимдә йәшәйбеҙ. 12 Бынан һуң Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: 13 – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бар, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә ошоларҙы һөйлә: „Минең һүҙҙәремде тыңлап, һис бер һабаҡ алмаҫһығыҙмы? – тип белдерә Раббы. – 14 Рехав улы Йонадав үҙенең нәҫеленә шарап эсмәҫкә бойорҙо, бойороғо үтәлә. Улар ошо көнгә тиклем эсмәй, сөнки аталарының ҡушҡанын тота. Ә Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат әйткән булһам да, һеҙ Мине тыңламанығыҙ. 15 Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ. 16 Рехав улы Йонадавтың нәҫеле аталарының бойороғон тота, ә был халыҡ Мине тыңламай. 17 Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“». 18 Рехав нәҫеленә иһә Йермеяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: «Һеҙ атағыҙ Йонадавтың бойороғон тоттоғоҙ, уның бөтә нәсихәттәрен ғәмәлгә ашырҙығыҙ, ул ҡушҡандарҙың барыһын да үтәнегеҙ. 19 Шуға күрә Рехав улы Йонадав нәҫеленән һәр саҡ кемдер Минең хозурымда хеҙмәт итәсәк», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia