Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 33 - Изге Яҙма


Тыуған илдәренә алып ҡайтырға вәғәҙә

1 Һаҡсылар ихатаһында тотҡонда ултырған саҡта Йермеяһҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды.

2 – Ерҙе бар ҡылған, уға рәүеш биргән, нығытҡан, исеме Раббы булған Зат былай ти:

3 «Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».

4 Дошмандың ҡаланы уратып ҡорған убаларына һәм ҡылысына ҡаршы торор өсөн халыҡ, өйҙәрен һәм Йәһүҙә батшаларының һарайҙарын емереп, ҡала диуарҙарын нығытҡайны. Ул турала Исраил Аллаһы Раббы былай ти:

5 «Унда йәшәүселәр халдейҙар менән һуғышырға йыйына. Әммә был йорттар мәйеттәр менән тулыр. Мин ҡала халҡын асыуланып һәм ажарланып һәләк итәсәкмен. Уларҙың бөтә яуызлыҡтары арҡаһында Мин был ҡаланан йөҙөмдө йәшерҙем.

6 Шуға ҡарамаҫтан, Мин был ҡаланы имләрмен һәм шифалармын, халҡын һауыҡтырып, тыныс һәм имен тормош бирермен.

7 Йәһүҙә менән Исраилға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын, уларҙы элекке кеүек нығытырмын.

8 Уларҙы Миңә ҡаршы ҡылған барлыҡ гонаһтарынан таҙартырмын, бөтә енәйәттәрен, Миңә ҡаршы ойошторған фетнәләрен ғәфү итермен.

9 Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр алдында был ҡала Минең өсөн шатлыҡ, маҡтау һәм шөһрәт инешенә әйләнер. Йәрүсәлим халҡына эшләгән бөтә яҡшылыҡтарымды һәм уларға биргән именлекте күреп, был ҡәүемдәр ҡурҡыуға ҡалып тетрәнер».

10-11 Раббы былай ти: – Был урын тураһында һеҙ: «Ул буш, унда кеше лә, януар ҙа юҡ», тип әйтәһегеҙ. Әммә ташланған, кешеләрһеҙ һәм мал-тыуарһыҙ ҡалған Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында яңынан шатлыҡ ауаздары, кәләш менән кейәү тауыштары, Раббы йортона йырлай-йырлай шөкөр саҙаҡаһы килтереүселәрҙең: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһына шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тигән һүҙҙәре яңғырап торор. Сөнки был урынға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын һәм бөтәһе лә элеккесә булыр, – ти Раббы.

12 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Буш, кешеһеҙ һәм януарһыҙ ҡалған был ерҙә, ундағы бөтә ҡалалар янында ҡабаттан көтөүлектәр булыр, унда көтөүселәр малдарын утлатыр.

13 Таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, Бинйәмин ерендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында көтөүселәр йәнә һарыҡтарын һанар, – ти Раббы.

14 – Исраил һәм Йәһүҙә нәҫеле тураһында әйткән игелекле вәғәҙәмде тормошҡа ашырыр көндәр килә, – тип белдерә Раббы. –

15 Ул көндәрҙә, шул заманда Дауыт нәҫеленән бер тоғро Үҫенте сығарырмын. Ул илдә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр.

16 Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро Ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар.

17 Раббы былай ти: – Исраил тәхетендә Дауыттың нәҫеле мәңге ултырыр.

18 Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар хозурымда даими рәүештә тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итер, икмәк саҙаҡаһы яндырыр, ҡорбан салыр.

19 Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

20 – Раббы былай ти: «Әгәр ҙә кем дә булһа көн менән төн башҡаса үҙҙәренә тейешле ваҡытта килмәһен өсөн улар менән төҙөгән килешеүемде боҙа алһа,

21 бары шул саҡта ғына ҡолом Дауыт менән дә килешеүем боҙолор һәм уның тәхетенә ултырып батшалыҡ иткән улы булмаҫ ине. Шулай уҡ Миңә хеҙмәт иткән Леви тоҡомонан булған ҡаһиндар менән килешеү ҙә боҙолор ине.

22 Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен».

23 Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.

24 – Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне – кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар.

25 Раббы былай ти: «Мин көн һәм төн менән килешеүҙе, күк менән ер өсөн урынлаштырған ҡанун-ҡағиҙәләрҙе үҙгәртмәгән һымаҡ,

26 Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan