Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 30 - Изге Яҙма


Раббының Үҙ халҡына вәғәҙәһе

1 Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

2 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй.

3 Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».

4 Бына Раббының Исраил менән Йәһүҙә тураһында әйткәндәре.

5 «Ҡот осоп ҡысҡырған тауыштарҙы ишетәбеҙ, – ти Раббы. – Дәһшәт тауышы, именлек түгел.

6 Һорашығыҙ, үҙегеҙ ҡарағыҙ: Ир кеше бала таба аламы? Улайһа ниңә бала тапҡан ҡатындай Һәр береһе биленә йәбешкән? Ниңә йөҙҙәре шулай ағарынған?

7 Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн! Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине – Был – Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро. Әммә был көндән халҡым ҡотолор».

8 – Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – муйыныңдағы ҡалыбыңды һындырам, бауҙарыңды өҙәм. Бынан ары Яҡуп нәҫеле яттарға ҡол булмаҫ.

9 Үҙҙәренең Аллалары Раббыға һәм Мин тәхеткә ултыртасаҡ батшалары Дауытҡа хеҙмәт итерҙәр.

10 «Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Исраил, һин хәүефләнмә, – тип белдерә Раббы. – Мин һине йыраҡ ерҙәрҙән, Нәҫелеңде әсирҙә булған илдән ҡотҡарам. Кире ҡайтыр Яҡуп, именлектә рәхәт йәшәр, Инде уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.

11 Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».

12 Раббы былай ти: «Яраларыңды дауалап булмай, Йәрәхәттәрең ҡот осҡос.

13 Дәғүәңде берәү ҙә хәстәрләмәй; Йәрәхәтеңә дауа юҡ, Яраларың төҙәлерлек түгел.

14 Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.

15 Ниңә йән әсеһе менән ҡысҡыраһың? Йәрәхәттәреңә дауа булмаҫ! Енәйәтең ауыр, Гонаһтарың күп булғанға күрә Һине шул хәлгә төшөрҙөм.

16 Ләкин һине ашаусылар үҙҙәре ем булыр. Бөтә дошмандарың әсирлеккә китер. Һине талағандар үҙҙәре таланыр, Һине яумал иткәндәр үҙҙәре яумал булыр.

17 Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы.

18 Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.

19 Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.

20 Балалары әүәлгесә ғүмер итер, Йәмғиәттәре алдымда ныҡ торор, Уларҙы йәберләүселәрҙе Мин язалармын.

21 Юлбашсылары – үҙҙәренән булыр, Хакимдары үҙ араларынан сығыр. Уны Үҙемә яҡынайтырмын, Ул да Миңә яҡынлашыр. Юҡһа, саҡырылмаған килеш кем Миңә яҡынларға баҙнат итер? – тип белдерә Раббы. –

22 Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».

23 Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде! Ул, ҡойондай ҡалҡып, Яуыздарҙың башына төшәсәк.

24 Күңелендәге ниәтен ғәмәлгә ашырмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының ярһыулы асыуы ҡайтмаҫ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan