Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 29 - Изге Яҙма


Һөргөндәгеләргә хат

1 Йермеяһ пәйғәмбәр һөргөндә иҫән ҡалған аҡһаҡалдарға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә һәм Навуходоносор Йәрүсәлимдән Бабилға ҡыуып алып киткән бөтә халыҡҡа Йәрүсәлимдән хат ебәрҙе.

2 Был хат Йехонъяһ батша, батшаның әсәһе, һарай әһелдәре, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләре, һөнәрселәр, тимерселәр Йәрүсәлимдән ҡыуып алып кителгәндән һуң яҙылды.

3 Йермеяһ хатты Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ Бабилға Навуходоносор батша янына ебәргән Әлғаса Шафан улы менән Гемаръяһ Хилҡияһ улы аша ебәрҙе. Хатта түбәндәгеләр яҙылғайны:

4 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ебәргән бөтә кешеләргә былай ти:

5 «Үҙегеҙгә өйҙәр һалығыҙ һәм уларҙа йәшәгеҙ; баҡсалар үҫтереп, емешен ашағыҙ.

6 Өйләнегеҙ, һәм улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Улдарығыҙға кәләш алығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә бирегеҙ. Уларҙың да улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын. Унда ишәйегеҙ, кәмемәгеҙ.

7 Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалаға именлек теләгеҙ, уның өсөн Раббыға доға ҡылығыҙ. Ҡала имен булһа, һеҙ ҙә имен булырһығыҙ».

8 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Арағыҙҙағы пәйғәмбәрҙәр менән күрәҙәселәр һеҙҙе алдамаһын. Улар күргән төштәрҙе тыңламағыҙ.

9 Уларҙың һеҙгә Минең исемемдән пәйғәмбәрлек итеп һөйләгәндәре ялған. Уларҙы Мин ебәрмәнем», – тип белдерә Раббы.

10 Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.

11 Сөнки һеҙҙең турала нимә ниәт иткәнемде бары Үҙем генә беләм, – тип белдерә Раббы. – Ниәттәрем һеҙгә бәлә түгел, ә именлек алып килә, һеҙгә матур киләсәк менән өмөт бирә.

12 Ул заман һеҙ Мине саҡырырһығыҙ, Миңә килеп доға ҡылырһығыҙ һәм Мин һеҙҙе ишетермен.

13 Мине эҙләрһегеҙ, әгәр ихлас күңелдән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ.

14 Мин һеҙгә табылырмын, – тип белдерә Раббы. – Элекке мул, имен тормошоғоҙҙо кире ҡайтарырмын, бөтә халыҡтар араһынан, ҡайҙа ҡыуып таратҡанмын, шул урындарҙан һеҙҙе ҡабат йыйып алырмын да төйәгегеҙгә ҡайтарырмын».

15 «Раббы беҙгә Бабилда ла пәйғәмбәрҙәр бирҙе», – тип әйтәһегеҙ.

16 Дауыт тәхетендә ултырған батша һәм Йәрүсәлимдә ҡалған халыҡ, йәғни һеҙҙең менән бергә һөргөнгә китмәгән ҡәрҙәштәрегеҙ тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:

17 «Уларҙың өҫтөнә ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын ебәрәм. Уларҙы ашарға яраҡһыҙ серек инжир емеше һымаҡ итәм.

18 Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен.

19 Сөнки улар әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәрҙем, әммә уларҙы тыңларға теләмәнеләр, – тип белдерә Раббы. –

20 Ә һеҙ, Минең тарафтан Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ебәрелгәндәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ.

21 Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам, һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк.

22 Шул арҡала Йәһүҙәнән Бабилға һөргөнгә ҡыуып килтерелгәндәр араһында: Раббы һине Бабил батшаһы утта яндырған Сидкияһ менән Ахав көнөнә төшөрһөн! тигән ҡарғыш йәшәп ҡаласаҡ.

23 Сидкияһ менән Ахав Исраилда бик күп әшәкелектәр эшләне: яҡындарының ҡатындары менән зина ҡылдылар, Мин уларға ҡушмаған булһам да, Минең исемемдән ялған һөйләнеләр. Миңә быларҙың барыһы ла мәғлүм, Үҙем шаһитмын“», – тип белдерә Раббы.

24 – Йермеяһ, Нехелам кешеһе Шемағъяһҡа әйт,

25 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һин Йәрүсәлим халҡына, ҡаһин Сефанъяһ Мағасеяһ улына, бөтә ҡаһиндарға үҙ белдегең менән хаттар ебәрҙең. Сефанъяһҡа һин былай тип яҙҙың:

26 Раббы Үҙенең ҡорамына яуаплы булараҡ Йеһоядағ урынына һине ҡаһин итеп ҡуйҙы. Үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән һәр тилегә ағас бығау һәм тимер муйынса кейҙерергә тейешле күҙәтсе итте.

27 Ни өсөн һин үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән Ғанаҫоҫ кешеһе Йермеяһты тыймайһың?

28 Ул беҙ Бабилдағыларға: „Был хәл оҙаҡ буласаҡ. Шуға күрә үҙегеҙгә өйҙәр һалығыҙ һәм уларҙа йәшәгеҙ; баҡсалар үҫтерегеҙ һәм емешен ашағыҙ“, – тип хат яҙып ята».

29 Сефанъяһ ҡаһин был хатты Йермеяһ пәйғәмбәргә ҡысҡырып уҡыны.

30 Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

31 – Һөргөндәгеләрҙең барыһына ла ошо хәбәрҙе юлла, Нехеламдан булған Шемағъяһ тураһында Раббы былай ти: «Мин ебәрмәгән килеш пәйғәмбәрлек итеп, Шемағъяһ һеҙҙе ялғанға ышандырҙы.

32 Шуға күрә, – ти Раббы, – Мин Нехелам кешеһе Шемағъяһты һәм тоҡомон язалаясаҡмын. Был халыҡ араһында нәҫеленән бер кеше лә ҡалмаҫ, улар Минең халҡыма эшләйәсәк яҡшылыҡтарымды күрмәҫ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Шемағъяһ халыҡты Миңә ҡаршы ҡотортто».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan