Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 25 - Изге Яҙма


Етмеш йыллыҡ Һөргөн

1 Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында Йермеяһҡа Йәһүҙә халҡы тураһында Раббы һүҙе булды. Был Навуходоносорҙың Бабилға батша булыуының тәүге йылы ине.

2 Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә былай тине:

3 – Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.

4 Раббы һеҙгә Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ.

5 Улар һеҙгә: «Һәр берегеҙ яман юлдан, яуыз ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартығыҙ. Шул сағында Раббы һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ.

6 Ят илаһтарға эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм сәждә ҡылмағыҙ, үҙегеҙ яһаған боттар менән Мине асыуландырмағыҙ. Шул сағында Мин һеҙгә зыян килтермәм», – тине.

7 «Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Боттарығыҙ менән Мине асыуландырып, үҙ башығыҙға бәлә килтерҙегеҙ».

8 Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әйткәндәремде тыңламағанығыҙ өсөн,

9 Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.

10 Мин улар араһында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең тауыштарын тыйырмын, Тирмән туҡылдауын туҡтатырмын, Шәм яҡтыһын һүндерермен.

11 Бөтә был ер бушлыҡ һәм дәһшәткә әйләнер. Был ҡәүемдәр етмеш йыл буйы Бабил батшаһына хеҙмәт итер.

12 Етмеш йыл үткәндән һуң, Бабил батшаһын, уның халҡын һәм халдейҙар илен ҡылған енәйәттәре өсөн язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Мин был ерҙе мәңгелек бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен.

13 Ул ер тураһында һөйләгәндәремдең барыһын, ошо китапҡа яҙылған һүҙҙәрҙең һәммәһен, Йермеяһтың бөтә халыҡтарға пәйғәмбәрлек итеп әйткәндәрен бойомға ашырасаҡмын.

14 Бабилдар ҙа күп ҡәүемдәргә, бөйөк батшаларға ҡол булырҙар. Ҡылған ғәмәлдәренә күрә Мин уларға тейешле әжерен бирермен».


Раббының асыу туҫтағы

15 Исраил Аллаһы Раббы миңә былай тине: – Ҡулымдағы ярһыуым шарабы менән тулы туҫтаҡты ал, һине ниндәй ҡәүемдәргә ебәрһәм, шуларҙың бөтәһенә лә эсер.

16 Улар эсеп сайҡалырҙар һәм Мин уларға ебәргән ҡылыс ҡаршыһында аҡылдан шашырҙар.

17 Мин Раббы ҡулынан туҫтаҡты алдым да Ул мине ебәргән бөтә ҡәүемдәргә эсерҙем:

18 Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты.

19 Шулай уҡ мин уны Мысыр батшаһы фирғәүенгә, уның хеҙмәтселәренә, түрәләренә һәм бөтә халҡына,

20 улар араһында йәшәгән барса килмешәктәргә, Ғус еренең бөтә батшаларына, пелештиҙәр иленең бөтә батшалары – Ашҡылон, Газа, Ғәҡрон ҡалалары хакимдары һәм Ашдодтың иҫән ҡалған халҡына;

21 Эдом, Моав, Ғаммон халҡына;

22 Тирҙың, Сидондың бөтә батшаларына; диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙең батшаларына;

23 Деданға, Темаға, Бузға һәм сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән бөтә халыҡтарға;

24 Ғәрәбстандың батшаларына, сүлдә йәшәгән ҡәбиләләрҙең барлыҡ батшаларына;

25 Зимри, Ғелам, Мадайҙың барлыҡ батшаларына;

26 төньяҡтағы яҡын һәм йыраҡ илдәрҙең батшаларының барыһына, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарҙың батшаларына бер-бер артлы эсерҙем. Ә Шешах батшаһына килгәндә инде, ул иң аҙаҡтан эсер.

27 – Йермеяһ, һин уларға, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай тип әйтә тиң: «Эсегеҙ, иҫерегеҙ, ҡоҫоғоҙ, йығылығыҙ ҙа башҡа тормағыҙ, сөнки Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм».

28 Әгәр ҙә туҫтаҡты ҡулыңдан алып эсеүҙән баш тартһалар, әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мотлаҡ эсәсәкһегеҙ!

29 Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

30 Уларға ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен еткер, әйт: «Юғарынан күкрәр Раббы, Мөҡәддәс торлағынан тауышын күтәрер; Үҙенең төйәгенә дәһшәтле дөһөрләр, Йөҙөм иҙеүсе кеүек ҡысҡырыр, Донъяла йәшәүселәрҙең барыһына һөрәнләр.

31 Был гөрһөлдәү ерҙең сиктәренә барып етер, Сөнки Раббы ҡәүемдәргә дәғүә ҡуйыр; Һәр бер йән эйәһе менән хөкөмләшер, Яуыздарҙы ҡылыстан үткәрер», – тип белдерә Раббы.

32 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡара, бәлә халыҡтан халыҡҡа күсә, Ерҙең сиктәренән ғәрәсәт ҡуба!»

33 Ул көндө бөтә ер йөҙө, бер сигенән икенсе сигенә тиклем, Раббы һәләк иткән кешеләрҙең мәйете менән тулыр. Мәрхүмдәр өсөн һис кем йәш түкмәҫ, йыйып алып ерләмәҫ; улар ер өҫтөндә тиҙәк кеүек ятыр.

34 Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр.

35 Көтөүселәргә – йәшенер урын, Башлыҡтарына ҡотолоу булмаҫ.

36 Көтөүселәрҙең илаған тауыштары, Көтөү башлыҡтарының иңрәүе ишетелә! Раббы уларҙың көтөүлектәрен юҡҡа сығарҙы.

37 Раббының асыуынан иркен көтөүлектәр харап булды.

38 Өңөн ташлап сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Ул! Баҫҡынсының ярһыуынан, Раббының аяуһыҙ асыуынан Уларҙың ере сүлгә әйләнде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan