Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 23 - Изге Яҙма


Киләсәккә өмөт

1 – Көтөүемдәге ҡуйҙарымды һәләк иткән һәм таратҡан көтөүселәргә – ҡайғы! – тип белдерә Раббы. –

2 Шуға күрә Үҙенең халҡын көткән көтөүселәргә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙ малдарымды тарҡатып ҡыуып ебәрҙегеҙ, ҡуйҙарымды ҡараманығыҙ. Ә хәҙер Мин һеҙҙе ҡарайым, яуыз ғәмәлдәрегеҙ өсөн язалайым, – тип белдерә Раббы. –

3 Унан һуң ҡуйҙарымдың ҡалғанын, Үҙем ҡыуып ебәргән бөтә илдәрҙән йыйып алып, утлауҙарына кире ҡайтарырмын. Унда үрсерҙәр һәм ишәйерҙәр.

4 Уларға хәстәрлекле көтөүселәр ҡуйырмын. Башҡаса улар ҡурҡмаҫ, өркмәҫ һәм юғалмаҫ, – тип белдерә Раббы».

5 «Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.

6 Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».

7 – Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – кешеләр ант иткәндә «Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан тере Раббы Үҙе шаһит!» тип әйтмәҫ.

8 Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.


Ялған пәйғәмбәрҙәр тураһында

9 Пәйғәмбәрҙәр тураһында уйлап, Күкрәгемдә йөрәгем өҙгөләнә! Бөтә һөйәктәрем ҡалтырана; Раббының арҡаһында, Уның мөҡәддәс һүҙҙәре арҡаһында Мин, иҫерек бер кешегә оҡшап, Шараптан еңелгән әҙәм һымаҡ ҡалдым.

10 Был ер зинасылар менән тулып китте, Ләғнәт арҡаһында ул йәш түгә, Ҡороп ҡалған далалағы көтөүлектәр. Бәндәләр яуызлыҡ юлына баҫҡан, Уларҙың көстәре – ғәҙелһеҙлек.

11 «Пәйғәмбәр ҙә, ҡаһин да аллаһыҙ, Хатта йортомда ла ҡәбәхәтлек ҡылғандарын күрҙем, – тип белдерә Раббы. –

12 Шуға йөрөгән юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булыр. Улар шунда ҡыуылырҙар һәм ҡоларҙар; Сөнки яза йылында уларҙың Баштарына ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. –

13 Самария пәйғәмбәрҙәре араһында Ерәнгес бер нәмә күрҙем: Улар Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итте, Халҡымды юлдан яҙҙырҙы.

14 Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».

15 Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларға әрем ашатам, ағыулы һыу эсерәм; Сөнки Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренән Илдә аллаһыҙлыҡ таралды».

16 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙгә пәйғәмбәрлек иткән пәйғәмбәрҙәрҙең Әйткәндәренә ҡолаҡ һалмағыҙ. Улар һеҙҙе юҡҡа өмөтләндерәләр. Раббының ауыҙынан сыҡҡанды түгел, Үҙҙәренең уйҙырмаларын һөйләйҙәр.

17 Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ: „Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр. Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә: „Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр.

18 Әммә уларҙың ҡайһыһы Раббы кәңәшмәһендә ҡатнашҡан? Кем күргән, кем Уның һүҙен ишеткән? Ҡайһыһы диҡҡәт менән тыңлаған?»

19 Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде! Ул, ҡойондай өйрөлөп, Яуыздарҙың башына төшәсәк.

20 Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.

21 «Был пәйғәмбәрҙәрҙе Мин ебәрмәнем, Улар үҙҙәре сабышып килгән. Мин уларға өндәшмәнем, Үҙҙәре пәйғәмбәрлек иттеләр.

22 Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.

23 Әллә Мин яҡында ғына Алламы? – тип белдерә Раббы. – Мин алыҫта Алла түгелменме?

24 Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.

25 – Минең исемемдән ялған пәйғәмбәрлек итеүселәрҙең һөйләгәндәрен ишеткәнем бар Минең: «Мин бер төш күрҙем, мин төш күрҙем!» – тиҙәр улар.

26 Ҡасанға тиклем дауам итер был? Ялғанды, үҙҙәренең күңелендәге уйҙырманы таратҡан был пәйғәмбәрҙәрҙең аҡылы бармы икән?

27 Бәғел арҡаһында ата-бабалары исемемде онотҡан кеүек, бер-береһенә төштәрен һөйләп, халҡымдан исемемде онотторорға теләйҙәр улар.

28 Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?

29 Минең һүҙем – ялҡын, – тип белдерә Раббы. – Ҡаяларҙы селпәрәмә иткән балға ул!

30 Шуға күрә һүҙҙәремде бер-береһенән урлаған пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы Мин, – тип белдерә Раббы. –

31 Эйе, телдәренә нимә килә, шуны һөйләп, «Был – Раббы һүҙе!» тигән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы Мин! – тип белдерә Раббы. –

32 Бына, Мин уйҙырма төштәрен һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Улар үҙҙәренең ялғандары һәм мәғәнәһеҙлектәре менән халҡымды юлдан яҙҙыра. Уларҙы Мин ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем. Уларҙың был халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡ, – тип белдерә Раббы. –

33 Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“ – тип белдерә», – тиерһең.

34 Әгәр пәйғәмбәр, ҡаһин йәки башҡа берәйһе «Раббының хәбәре беҙгә йөк булды» тип әйтһә, Мин ул кешене бөтә ғаиләһе менән язалаясаҡмын.

35 Һеҙ бер-берегеҙгә: «Раббы нимә тип яуап бирҙе?» йәки: «Раббы нимә тип һөйләне?» – тип әйтегеҙ.

36 Бынан кире «Раббының йөгө» тигән һүҙҙе ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, сөнки һәр кемдең үҙенең һүҙе – үҙенә йөк. Бының менән һеҙ тере Алланың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының – үҙ Аллағыҙҙың һүҙҙәрен боҙаһығыҙ.

37 Һеҙ пәйғәмбәрҙән: «Раббы һиңә нимә тип яуап ҡайтарҙы?» йәки «Раббы һиңә нимә һөйләне?» – тип һорарға тейешһегеҙ.

38 Әгәр ҙә һеҙ әйткәнемә ҡарамайынса: «Раббының йөгө» тураһында һүҙ ҡуҙғатһағыҙ, Мин әйтмәҫкә ҡушҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән өсөн

39 һеҙҙе бөтөнләйгә онотормон, һеҙҙән дә, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ошо ҡаланан да ваз кисермен,

40 һеҙҙе мәңгелек хурлыҡҡа, мәсхәрәгә дусар итермен, һәм улар онотолмаҫ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan