Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 21 - Изге Яҙма


Йәрүсәлимдең Бабил батшаһы ҡулына тапшырылыуы

1 Сидкияһ батша түбәндәгеләрҙе әйтер өсөн Малкияһ улы Пашхур менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһҡа ебәрҙе. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Пашхур менән Сефанъяһ былай тинеләр:

2 – Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.

3 Йермеяһ уларға былай тип яуап бирҙе: – Сидкияһҡа әйтегеҙ,

4 Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.

5 Ҡөҙрәтле ҡулымды һуҙып, асыу, ярһыу һәм тәрән нәфрәт менән һеҙгә ҡаршы Үҙем һуғышасаҡмын.

6 Был ҡалала йәшәгән барлыҡ йән эйәһен: кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла үләттән һәләк итәсәкмен.

7 Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».

8 Ә был халыҡҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин һеҙгә ике юл – йәшәү һәм үлем юлын бирәм.

9 Был ҡалала тороп ҡалғандар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ. Ә ҡаланы ҡамалышта тотҡан дошмандарға бирелгән кешеләр тере ҡалыр. Уларға үҙ йәндәре яумал булыр.

10 Мин был ҡалаға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ ҡылырға ҡарар иттем, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Бабил батшаһы ҡулына тапшырыласаҡ, батша уны утта яндырасаҡ».

11 Йәһүҙә батшаһы йортона әйт: «Раббы һүҙен тыңла,

12 эй Дауыт нәҫеле! Раббы былай ти: „Һәр көн иртән ғәҙел хөкөмдәр ҡыл, Таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡар, Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн Асыуым ут кеүек тоҡаныр ҙа Уны бер кем дә һүндерә алмаҫ.

13 Мин һиңә ҡаршымын, Үҙәндәге ҡая өҫтөндә ултырған Йәрүсәлим! – тип белдерә Раббы. – ‘Беҙгә кем ҡаршы сыға алһын, Торлағыбыҙға кем инә алһын?’ – тиһегеҙ.

14 Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan