Йермеяһ 20 - Изге ЯҙмаЙермеяһтың Пашхур менән бәхәсләшеүе 1 Иммер улы Пашхур ҡаһин Раббы йортонда ҡарауылсылар башлығы ине. Ул, Йермеяһтың пәйғәмбәрлек итеп әйткән ошо һүҙҙәрен ишетеп, 2 уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо. 3 Икенсе көндө Пашхур Йермеяһты ҡалыптан сығартты. Шул саҡ Йермеяһ уға былай тине: – Раббы һинең исемеңде Пашхур түгел, «Магор-Миссавив» тип атаны. 4 Раббы былай ти: «Мин һине һәм бөтә дуҫтарыңды дәһшәткә һалам. Дуҫтарыңдың дошман ҡылысынан һәләк булғанын үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Мин бөтөн Йәһүҙә халҡын Бабил батшаһы ҡулына тапшырам. Ул ҡайһыларын Бабилға һөргөнгә ҡыуасаҡ, ҡайһыларын ҡылыстан үткәрәсәк. 5 Был ҡаланың бөтә байлығын – барлыҡ ҡаҙанышын, ҡиммәтле әйберҙәрен, Йәһүҙә батшаларының хазиналарын – дошмандарының ҡулына бирәм. Уларҙы талап алып Бабилға алып китәсәктәр. 6 Ә һин, Пашхур, үҙең дә, ғаиләң дә – барығыҙ ҙа, Бабилға әсирлеккә китәсәкһегеҙ. Һин шунда үлерһең, шунда күмелерһең – һин дә, һинең ялған пәйғәмбәрлек һүҙҙәреңде тыңлаған бөтә дуҫтарың да». Йермеяһтың Раббыға зарланыуы 7 Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер. 8 Ҡасан һөйләй башлаһам да, «Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен. Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым, Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр. 9 Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы. 10 Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр. 11 Әммә Раббы, ғәйрәтле яугирҙәй, минең менән. Шуға күрә эҙәрләүселәр һөрөнөп төшөр, Улар минән өҫтөн сыға алмаҫ. Мәсхәрәгә ҡалырҙар, ниәттәренә ирешә алмаҫтар. Хурлыҡтары һис ҡасан да онотолмаҫ. 12 Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин тоғро кешене һынайһың, Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең. Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым, Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине! 13 Мәҙхиә йырлағыҙ Раббыға! Данлағыҙ Раббыны! Ул бисара бәндәнең йәнен Залимдар ҡулынан ҡотҡара. 14 Ләғнәт төшһөн тыуған көнөмә! Фатихаланмаһын әсәм мине тапҡан көн! 15 «Улың тыуҙы!» – тип атайыма һөйөнсөләгән, Уны ҡыуандырған әҙәмгә ҡарғыш яуһын! 16 Раббы һис йәлләп тормай емергән Ҡалалар кеүек булһын ул кеше! Иртә таңдан һыҡтау тыңлаһын, Төш һуғышҡа саҡырған ауаздар ишетһен! 17 Сөнки мине әсәм ҡарынында эүлтермәне, Әсәм миңә ҡәбер булыр, Ҡарыны гел йөклө ҡалыр ине. 18 Ниңә әсәм ҡарынынан сыҡтым? Ҡайғы-хәсрәт, ғазап күрер, Ғүмеремде хурлыҡта үткәрер өсөнмө ни? |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia