Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 18 - Изге Яҙма


Көршәксе һәм балсыҡ

1 Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

2 – Тор ҙа көршәксенең өйөнә бар, һүҙемде шунда әйтермен.

3 Мин көршәксенең өйөнә барҙым. Ул көршәк яһай торған түңәрәге артында эшләй ине.

4 Ҡулында әүәләгән һауыты боҙолғайны, көршәксе был балсыҡтан үҙе теләгән икенсе һауытты яһаны.

5 Миңә Раббы һүҙе булды:

6 – Эй Исраил халҡы, ошо көршәксе эшләгәнде Мин дә һеҙҙең менән эшләй алмайыммы ни? – тип белдерә Раббы. – Һеҙ ҙә Минең ҡулымда көршәксе ҡулындағы балсыҡ кеүек бит, эй Исраил нәҫеле!

7 Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, йолҡоп ташлайым, емерәм, һәләк итәм, тип әйтәм дә,

8 Мин иҫкәрткән ул ҡәүем яуыз ҡылығын ташлаһа, Мин уларҙың башына һәләкәт килтереү ниәтемдән баш тартам.

9 Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, нығытам һәм тамырландырам, тип әйтәм дә,

10 ул халыҡ Минең алдымда яуызлыҡ ҡылһа йәки әйткәндәремә ҡолаҡ һалмаһа, Мин ниәтемдән ҡайтам, уға яҡшылыҡ ҡылыуҙан баш тартам.

11 Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»

12 Әммә улар: «Бушты һөйләмә! Үҙебеҙ теләгәнсә йәшәйбеҙ, яуыз йөрәктәребеҙҙең тиҫкәрелеге буйынса эшләйбеҙ», – тип яуап ҡайтарыр.

13 Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡәүемдәр араһында һораштырығыҙ, Бындай хәлде берәйһенең ишеткәне бармы? Ғиффәтле ҡыҙ Исраил ерәнгес бер эш ҡылды.

14 Ливандың ҡаялы түбәләрендәге ҡар ирерме? Һалҡын һыулы тау йылғалары киберме?

15 Ә халҡым Мине онотто, Бер яраҡһыҙ боттарға хуш еҫ төтәтә! Был илаһтар уны абындырҙы, Боронғо юлдарынан тайпылтып, Һуҡмаҡтарҙан, тапалмаған юлдан алып китте.

16 Шул арҡала илен ҡот осҡос хәлгә ҡалдырҙы, Мәңгелек хурлыҡҡа дусар итте. Үткән-һүткән һәр кем дәһшәткә төшөп, Аптырап баш сайҡаясаҡ.

17 Уларҙы көнсығыштан иҫкән ел һымаҡ Дошмандары алдында һибеп ташлармын. Баштарына афәт төшкән көндә Йөҙөм түгел, һыртым менән боролормон».


Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡороу

18 Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.

19 Тыңла мине, Раббы, Дошмандарымдың әйткәнен ишет!

20 Яҡшылыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ эшләйҙәрме ни? Иҫеңдәме, мин алдыңда тороп, Улар өсөн Һиңә ялбарғайным, Уларҙы асыуыңдан ҡурсалағайным, Әле улар миңә соҡор ҡаҙҙы.

21 Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит, Ҡылыс йөҙөнә ташла. Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын. Ир-аттары үләттән ҡырылһын, Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын.

22 Көтмәгәндә өҫтәренә баҫҡынсылар ебәргәнеңдә Өйҙәрендә иңрәү яңғыраһын! Сөнки улар мине тотмаҡ булып соҡор ҡаҙҙы, Аяғымды тоҙаҡҡа эләктермәксе булды.

23 Мине үлтерер өсөн мәкер ҡорҙолар, Быны Һин беләһең, Раббы. Уларҙың енәйәттәрен ярлыҡама, Гонаһтарына күҙ йомма. Асыуланып язаңды бир: Һинең алдыңда ҡолап ятһындар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan