Йермеяһ 16 - Изге ЯҙмаЙермеяһтың тормошо – Алла билдәһе 1 Миңә Раббы һүҙе булды: 2 – Үҙеңә ҡатын алма, бында улдарың да, ҡыҙҙарың да булмаһын. 3 Сөнки был илдә тыуған улдар һәм ҡыҙҙар, уларҙы донъяға килтергән ата-әсәләр тураһында Раббы былай ти: 4 «Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ». 5 Раббы былай ти: – Йыназалы өйгә инмә, улар менән бергә илап, ҡайғырышып ултырма, сөнки был халыҡты тыныслыҡтан мәхрүм иттем, тоғро мөхәббәтемде һәм рәхим-шәфҡәтемде тартып алдым, – тип белдерә Раббы. – 6 Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ. 7 Мәрхүм өсөн йәш түгеүсене йыуатып, бер кем дә икмәк һындырмаҫ, ата-әсәһе вафат булғандарға эсергә йыуаныс көрәгәһе һоноусы булмаҫ. 8 Мәжлес барған йортҡа ла инмә, улар менән бергә ултырып ашама, эсмә. 9 Сөнки Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙҙең заманда, үҙегеҙҙең күҙегеҙ алдында был урында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең Тауыштарын туҡтатасаҡмын». 10 Ошоларҙы халыҡҡа һөйләп биргәс, һинән: «Ни өсөн Раббы беҙгә бындай оло ҡазаны ебәреү менән янай? Ғәйебебеҙ ниҙә? Аллабыҙ Раббыға ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдыҡ?» – тип һорарҙар. 11 Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар. 12 Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй. 13 Шунлыҡтан һеҙҙе был ерҙән ҡыуып, үҙегеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән бер илгә атып бәрәм. Унда көнө-төнө башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ – инде Мин һеҙгә мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен». 14 – Әммә шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – кешеләр ант иткәндә: «Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан тере Раббы Үҙе шаһит!» – тип әйтмәҫ. 15 Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Сөнки уларҙы ата-бабаларына биргән илдәренә кире ҡайтарасаҡмын. Раббы һәм халыҡтар 16 Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар. 17 Мин уларҙың бөтә ҡылғандарын күреп торам. Улар Минән йәшенә алмай – енәйәттәре күҙ алдымда. 18 Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы. 19 Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. – 20 Кеше үҙенә алла яһай аламы? Ысынында ул аллалар бит – Алла түгел!» 21 «Шуға күрә Мин бөгөн уларға һабаҡ бирәм, Көс-ҡөҙрәтемде күрһәтеп ҡуям. Шунда исемем Раббы икәнен белерҙәр!» – ти Раббы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia