Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 12 - Изге Яҙма


Йермеяһтың Раббыға зарланыуы

1 Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен. Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?

2 Уларҙы Һин ултырттың – тамыр йәйҙеләр, Үҫтеләр, емеш бирәләр; Исемеңде телдән төшөрмәйҙәр, Ләкин күңелдәре Һинән йыраҡ.

3 Ә мине беләһең, Раббы, күрәһең, Күңелемдең Һиндәлеген һынағанһың. Уларҙы салыу һарыҡтары һымаҡ ҡыуып алып кит, Боғаҙлау көнө өсөн айырып ҡуй.

4 Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


Раббының яуабы

5 «Йәйәүлеләр менән ярышып хәлдән таяһың икән, Аттар менән нисек ярышырһың? Тыныс илдә һөрлөгөп ятаһың икән, Иордан буйындағы шырлыҡтарҙы нисек үтерһең?

6 Хатта туғандарың, үҙ ғаиләң – Улар ҙа хыянат итте һиңә, Артыңдан ҡысҡырып оҙаталар. Алдыңда яҡшы һөйләһәләр ҙә, Ышана күрмә уларға».

7 «Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.

8 Үҙ халҡым Миңә урмандағы арыҫлан һымаҡ булды, Ул Миңә ҡаршы тауыш күтәрҙе; Шуға күрә уға нәфрәтләндем.

9 Үҙ халҡым Миңә сыбар ҡарсыға һымаҡ булды. Башҡа йыртҡыс ҡоштар халҡымды уратып алды! Барығыҙ, бөтә ҡырағай хайуандарҙы йыйығыҙ, Халҡымды тамаҡлап ташлаһындар.

10 Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте, Биләмәмде тапап бөттө, Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе.

11 Уны бушлыҡҡа әйләндерҙеләр, Ташландыҡ ерем алдымда илап ята. Бөтөн ил емереклеккә ҡалды – Бының өсөн бер кемдең дә эсе бошмай.

12 Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтар буйлап Баҫҡынсылар килә. Раббының ҡылысы илде Бер остан икенсеһенә тиклем ҡырып һалыр, Тынғылыҡ ҡалмаҫ бөтә йән эйәһенә.

13 Минең халҡым бойҙай сәсте, Билсән урып алды, Хәлдән тайғансы эшләне, Әммә файҙаһын күрмәне. Раббының ялҡынлы ярһыуы арҡаһында Оятҡа ҡалдығыҙ – уңышығыҙҙан мәхрүм булдығыҙ».


Раббының Үҙенә хеҙмәт иткән ҡәүемдәрҙе ярлыҡауы

14 Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам.

15 Йолҡоп алғандан һуң, Мин уларға яңынан рәхим-шәфҡәт ҡылырмын: һәр береһен үҙ биләмәһенә, үҙ еренә кире ҡайтарырмын.

16 Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.

17 Ә Мине тыңламаған халыҡты төбө-тамыры менән йолҡоп юҡ итермен, – тип белдерә Раббы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan