Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 10 - Изге Яҙма


Раббы – берҙән-бер хаҡ Алла

1 Раббының һеҙгә әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һал, эй Исраил халҡы!

2 Раббы былай ти: «Башҡа ҡәүемдәрҙең юлын ҡыумағыҙ, Күктәге улар өрккән билдәләрҙән ҡурҡмағыҙ.

3 Ул халыҡтарҙың йолалары – буш нәмә: Урманда ағас ҡырҡалар, Балта оҫтаһы түмәрҙе юна.

4 Шунан алтын-көмөш менән матурлайҙар, Ҡыймылдамаһын өсөн ҡаҙаулап ҡағалар.

5 Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы – Һөйләшә алмайҙар; Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк, Сөнки үҙҙәре атлай алмай. Ҡурҡмағыҙ уларҙан, Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың, Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар».

6 Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.

7 Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!

8 Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!

9 Таршиштан – сүкелгән көмөш, Уфаздан алтын алып киләләр. Балта оҫтаһы менән көмөшсө яһағанды Зәңгәр һәм ҡарағусҡыл ҡыҙылға кейендерәләр, Барыһы – егәрле оҫталар эше.

10 Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.

11 Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ.

12 Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.

13 Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай, Ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара.

14 Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.

15 Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар, Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар.

16 Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Һөргөнгә ҡыуылыу

17 Эй ҡамауҙа ултырған Йәрүсәлим халҡы! Әйберҙәреңде ерҙән йыйнап ал!

18 Раббы былай ти: «Мин был юлы ошо ерҙә йәшәүселәрҙе Һапҡы менән алып бырғайым. Уларға бәлә килтерәм, тойһондар, Дошмандары уларҙы тотоп алһын».

19 Ҡайғы миңә, ауыр яраларым! Һыҙланыуым үҙәгемә үтә. Әммә әйттем: «Был минең хәсрәтем, Мин уға сыҙарға тейешмен».

20 Сатырым йығылған, бауҙары өҙөлгән; Балаларым китте, улар юҡ булды. Сатырымды торғоҙоусы, Япмаларын ҡороусы ҡалманы.

21 Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.

22 Тыңлағыҙ! Бер хәбәр килә! Төньяҡ илдән оло шау-шыу күтәрелә! Ул Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡҡа, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәсәк.

23 Эй Раббы, мин беләм, Әҙәм затының яҙмышы үҙенән тормай, Аҙымдары үҙ ихтыярында түгел.

24 Мине асыу менән түгел, Ғәҙеллек менән Һин төҙәт, Раббы, Юҡһа мине һәләк итерһең.

25 Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәргә, Исемең менән саҡырмаған ҡәбиләләргә түк. Сөнки улар Яҡуп нәҫеленең башын ашаны, Уны тотош йоттолар, юҡ иттеләр, Төйәктәрен пыран-заран килтерҙеләр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan