Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Һыҡтау 1 - Изге Яҙма


Беренсе һыҡтау (Алеф)
(Алеф)

1 Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


(Бейт)
(Бейт)

2 Төн оҙоно әрнеп-әрнеп илай, Күҙ йәштәре йыуа яңаҡтарын. Уйнаштары араһында йыуатыусы һис берәү юҡ, Дуҫтары уға хыянат итте, дошман булды.


(Гимел)
(Гимел)

3 Ауыр ҡоллоҡ, ғазап сиккән Йәһүҙә Инде һөргөнгә ҡыуылды. Ят ҡәүемдәр араһында төйәкләнде, Тик унда ла тынғылыҡ тапманы. Хәсрәт уртаһында уны Эҙәрләүселәре ҡыуып тотто.


(Далеҫ)
(Далеҫ)

4 Сионға илткән юлдар йәш түгә: Инде байрамдарға килеүсе юҡ, Бөтә ҡапҡалары бушап ҡалды. Уның ҡаһиндары ыңғыраша, ҡыҙҙары – ҡайғыла, Үҙе лә ғазап эсендә Йәрүсәлим.


(Һе)
(Һе)

5 Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте.


(Уау)
(Уау)

6 Сион-ҡыҙҙың барлыҡ күркәмлеге юҡҡа сыҡты. Юлбашсылары утлау тапмаған болан һымаҡ, Хәлдән тайып ҡаса, Аусы уларҙы ҡыуып етә.


(Зайн)
(Зайн)

7 Афәтле, ҡаңғырып йөрөгән көндәрендә Әүәлге байлыҡ-зиннәтен иҫкә ала Йәрүсәлим. Халҡы дошман ҡулына эләккәс, Уға ярҙам итеүсе булманы. Уны күрә алмағандар тамаша ҡылып, Еңелеүенән көлдөләр генә.


(Хеҫ)
(Хеҫ)

8 Оло гонаһ ҡылды Йәрүсәлим, Шул арҡала үҙен нәжескә батырҙы. Элек хөрмәт иткәндәр һәммәһе Инде уға мыҫҡыл итеп ҡарай, Сөнки уның яланғаслығын күрҙеләр. Ул үҙе лә ауыр һулай, Ситкә боролоп, йөҙөн йәшерә.


(Теҫ)
(Теҫ)

9 Итәгенә нәжес йәбешһә лә, Киләсәге тураһында уйламаны. Шуға күрә ҡолауы ҡурҡыныс булды, Йыуатыусыһы юҡ. Һыҡтай: «Йә Раббы, күр ғазабымды; Дошманым тантана итә!»


(Йод)
(Йод)

10 Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.


(Каф)
(Каф)

11 Илай-һыҡтай халҡы икмәк эҙләй, Йән аҫырар тәғәм өсөн хазинаһын бирә. «Йә Раббы, баҡ, хәлемде күр, Ни ҡәҙәрле хурлыҡҡа төштөм мин.


(Ламед)
(Ламед)

12 Эй һеҙ, үтеп барыусылар, ҡарағыҙ! Күҙ һалығыҙ ҙа күрегеҙ, Миңә бирелгән ғазаптай бармы тағын? Бына ниҙәр ҡылды миңә Раббы Асыуы ялҡынлаған көнөндә.


(Мем)
(Мем)

13 Юғарынан ут яуҙырҙы – Елегемә тиклем үтеп инде. Ау ташланы – аяҡтарым тышауланды; Мине кире боролорға мәжбүр итте. Мине көндәр буйы ғазап ҡосағында Япа-яңғыҙ торғоҙоп ҡалдырҙы.


(Нун)
(Нун)

14 Енәйәттәремде ҡалып итте, Бер-береһенә бәйләп, муйынға һалды. Бөйөк Хаким бөтөнләй тәҡәтемдән яҙҙырҙы, Мин ҡаршы тора алмаҫлыҡтарҙың ҡулына тапшырҙы.


(Самех)
(Самех)

15 Диуарҙарым эсендәге ҡаһармандарымды – Һәммәһен дә бөйөк Хаким ситкә типте. Йәш егеттәремде ҡырыр өсөн, Миңә ҡаршы ғәскәр йыйҙы. Бөйөк Хаким ғиффәтле ҡыҙ Йәһүҙәне Йөҙөм иҙгән һымаҡ тапаланы.


(Ғайн)
(Ғайн)

16 Шуларҙы уйлап илайым, Күҙҙәремдән, күҙҙәремдән минең Туҡтауһыҙ ҡан-йәшем аға; Рухымды тергеҙер йыуатыусым алыҫ. Балаларым ташландыҡ ҡалды, Сөнки дошман өҫтөнлөккә сыҡты».


(Пе)
(Пе)

17 Мәрхәмәт ялбарып, Сион ҡулын һуҙа, Ләкин уның йыуатыусыһы юҡ. Раббы бойороҡ бирҙе – дошмандары Яҡупты уратып алды. Йәрүсәлим улар уртаһында Ерәнгес бер нәмә һымаҡ ҡалды.


(Саде)
(Саде)

18 «Раббы хаҡлы, – ти Йәрүсәлим. – Мин бит Уның әйткәненә ҡаршы килдем. Инде тыңлағыҙ, халыҡтар, Минең ғазабымды күрегеҙ – Еткән ҡыҙҙарым, егеттәрем әсиргә китте.


(Ҡоф)
(Ҡоф)

19 Мин уйнаштарымды ярҙамға саҡырҙым – Улар иһә алданылар. Йәнде һаҡлар өсөн икмәк эҙләгәндә, Ҡаһиндарым һәм аҡһаҡалдарым Ҡала эсендә үлеп ҡалдылар.


(Реш)
(Реш)

20 Сиккән михнәттәремде күрһәңсе, Раббым. Эсем яна, йөрәгем ҡанһырай, Сөнки мин үтә фетнәсел булдым. Ана, тышта ҡылыс ҡыра, Өй эсендә әжәл хөкөм һөрә.


(Син менән Шин)
(Син менән Шин)

21 Минең ыңғырашыуымды ишетәләр, Әммә йыуатыусым табылманы. Дошмандарым ишетте өҫтөмә килгән ҡазаны, Күрә лә һөйөнә уларҙы Һин ебәргәнгә. Бына, Һин алдан иғлан иткән көн килде! Тик улар ҙа минең хәлгә төшһөн ине!


(Тау)
(Тау)

22 Уларҙың бөтә был яуызлыҡтарына ҡара, Гонаһтарым арҡаһында нисек язаланһам, Улар ҙа шулай әрнеһен. Ыңғырашыуҙарым ауыр минең, Йөрәгемдән ҡан һарҡыла».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan