Һошеяғ 9 - Изге ЯҙмаИсраилдың язаға тарттырылыуы 1 Ҡыуанма, Исраил, Бүтән халыҡтар һымаҡ, шатланма – Үҙ Аллаңдан ситләшеп, һин зина ҡылдың, Игенле һәр ырҙында фәхешлек итеп, хаҡ алырға яратаһың. 2 Ырҙын менән йөҙөм һыҡҡыс халыҡты туйындырмаҫ, Яңы шарапҡа өмөттәре аҡланмаҫ. 3 Раббы ерендә улар башҡаса ғүмер итмәҫ. Әфраим Мысырға ҡайтыр, Ашшурҙа нәжес ризыҡтар ашар. 4 Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар, Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ: Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр, Уны ашаған һәр кем нәжесләнер. Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә, Тик Раббы йортона индерелмәҫ. 5 Тантаналы көндә, Раббының байрамында һеҙ нимә эшләрһегеҙ? 6 Бәләнән ҡасһалар ҙа, Уларҙы Мысыр буйһондорор, Ноф ер ҡуйынына һалыр. Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр, Сатырҙарында сәнскәк үҫер. 7 Ҡоһор көнө етте, Яза көнө килде – Белһен шуны Исраил! Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге, Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында, Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ, Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың. 8 Пәйғәмбәр – Минең Алламдың Эфраимға ҡуйған һаҡсыһы; Әммә пәйғәмбәр ҡайҙа ғына барһа ла, Уның юлдарында – тоҙаҡ, Аллаһының йортонда дошманлыҡ көтә. 9 Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер. 10 «Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды. 11 Әфраимдың күп һанлы нәҫеле – даны – Ҡош һымаҡ осоп китер: Тыуым да, йөккә уҙыу ҙа, яралыу ҙа булмаҫ. 12 Бала табып үҫтерһәләр ҙә, Берәүһен бер иҫән ҡалдырмаҫмын, Уларҙы ташлап киткән сағымда Баштарына ҡайғы килер. 13 Мин Әфраимды күргәндә, Көтөүлек ерендә ултыртылған Йәш хөрмә ағасы кеүек ине. Ә хәҙер Әфраим балаларын Йән ҡыйыусы алдына алып сығырға тейеш». 14 Эй Раббым, уларға әжерен бир, Бала яралмай торған түлһеҙ ҡарын, Һөтһөҙ күкрәк бир. 15 «Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн Мин уларға шунда уҡ нәфрәтләнгәйнем. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам. Бүтәнсә уларҙы яратмайым – Бөтә башлыҡтары фетнәсел. 16 Әфраим юҡ ителде! Тамырҙары ҡороно, Бүтәнсә емеш бирмәҫтәр. Хатта улар бала тыуҙырһа ла, Уларҙың ҡорһағында яралған Көтөп алған емештәрен юҡ итермен». 17 Минең Аллам кире ҡағыр уларҙы, Сөнки Уға ҡолаҡ һалманылар. Шуға ла ҡәүемдәр араһында Толҡа тапмай гиҙәсәктәр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia