Һошеяғ 4 - Изге ЯҙмаРаббының Исраил менән дәғүәләшеүе 1 Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ. 2 Ант боҙоу, алдау һәм үлтереш, Уғрылыҡ һәм аҙғынлыҡ хөкөм һөрә. Ҡан өҫтөнә ҡан түгелә. 3 Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр. 4 «Һис кем башҡа берәүҙе хөкөм итмәһен! Бер кем дә бүтәнгә ғәйеп ташламаһын. Минең дәғүәм һинең менән бит, эй ҡаһин. 5 Һин көндөҙ абынырһың, Төндә пәйғәмбәр ҙә һинең менән бергә абыныр. Мин һинең әсәңде харап итәм – 6 Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин дә һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон. 7 Ҡаһиндар күберәк булған һайын, Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы. Шуға күрә Мин уларҙың данын Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен. 8 Халҡымдың гонаһтары ҡаһиндарҙың ризығы булды, Улар кешенең яман ҡылығын теләп тора. 9 Халыҡты ла, ҡаһиндарҙы ла бер тәҡдир көтә: Мин уларҙы ҡылғандары өсөн язалаясаҡмын, Ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәсәкмен. 10-11 Ашарҙар, ләкин туймаҫтар, Уйнаш итерҙәр, ләкин тоҡом бирмәҫтәр, Сөнки улар Раббынан баш тартып, Аҙғынлыҡҡа хеҙмәт итә. Иҫке һәм яңы шарап йөрәктәрен биләне. 12 Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар. 13 Тау баштарында ҡорбан салалар, Ҡалҡыулыҡтарҙа – имән, тирәк, теребинҫ аҫтында Күләгәлә рәхәтләнеп хуш еҫ төтәтәләр. Бына ни өсөн ҡыҙҙарығыҙ фәхешлек итә, Килендәрегеҙ зина ҡыла. 14 Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ! 15 Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ. 16 Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды – Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө? 17 Әфраим боттарына йәбешкән – ҡалдыр уны. 18 Саҡ айный башланылармы, фәхешкә тотоналар, Уларҙың түрәләре аҙғынлыҡты ярата. 19 Ел уларҙы үҙ ҡанатында өйрөлтөп алып китер. Үҙ ҡорбанлыҡтары ҡаршыһында хурлыҡҡа ҡалырҙар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia