Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Һошеяғ 3 - Изге Яҙма


Һошеяғ һәм уның хыянатсыл ҡатыны

1 Раббы миңә: – Башҡа бер ир менән уйнаш иткән ҡатыныңды әүәлгесә ярата бир – бүтән илаһтарға табынып, уларға саҙаҡа итеп килтерелгән йөҙөм көлсәләрен үҙ иткән Исраил халҡын Раббы ла шулай ярата, – тине.

2 Шулай итеп, мин ун биш шекел көмөш һәм бер ярым хомер арпаға ҡатынымды һатып алдым да:

3 – Миндә әле оҙаҡ йәшәрһең, тик уйнаш итмә, башҡа ир менән зина ҡылма – шул саҡта мин һинеке булырмын, – тинем.

4 Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.

5 Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan