Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Һошеяғ 14 - Изге Яҙма


Раббының Исраилға мөрәжәғәте

1 Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.

2 Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин.

3 Доға һүҙҙәрен алып, Раббыға ҡайтығыҙ. Уға: «Һәр ғәйебебеҙҙе кисерә күр – Яҡшылығыбыҙҙы ҡабул ҡыл! Беҙ һиңә вәғәҙә биргәнебеҙсә, Ҡорбанға тип үгеҙҙәр салырбыҙ.

4 Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ, Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ, Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ. Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ.

5 Раббы былай ти: «Мин уларҙы хыянаттан дауалармын, Ихлас һөйөү менән яратырмын, Сөнки уларға булған асыуым ҡайтты инде.

6 Мин Исраилға ысыҡ һымаҡ булырмын, Ул лилиә кеүек сәскә атыр, Ливан ағастары һымаҡ тамыр йәйер,

7 Үренделәре төрлө яҡҡа таралыр. Ул зәйтүн ағасы һымаҡ гүзәл булыр, Ливан кедрылай хуш еҫ аңҡытыр.

8 Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.

9 Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“».

10 Аҡылы бар – аңлап белһен шуны, Зирәк – асылына төшөнһөн. Раббы юлы тура, тәҡүәләр шунан йөрөй, Ә гонаһлылар унда абына.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan