Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғөзәйер 7 - Изге Яҙма


Ғөзәйерҙең Йәрүсәлимгә ҡайтыуы

1 Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ,

2 Хилҡияһ – Шаллум, Шаллум – Садоҡ, Садоҡ – Ахитув,

3 Ахитув – Амаръяһ, Амаръяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Мерайоҫ,

4 Мерайоҫ – Зерахъяһ, Зерахъяһ – Ғуззи, Ғуззи – Буккий,

5 Буккий – Авишуағ, Авишуағ – Пинхас, Пинхас – Әлғазарҙың улы. Әлғазар – баш ҡаһин Һарундың улы.

6 Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.

7 Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был.

8 Ғөзәйер Йәрүсәлимгә Артахшаста батша хакимлығының шул уҡ етенсе йылында, йылдың бишенсе айында килеп етә.

9 Бабилдан беренсе айҙың беренсе көнөндә сығып китеп, Аллаһының игелекле ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, бишенсе айҙың беренсе көнөндә Йәрүсәлимдә була.

10 Ғөзәйер үҙенең ғүмерен Раббы ҡанунын өйрәнеүгә һәм уны үтәүгә, Исраил халҡын уның ҡағиҙә-ҡарарҙарына өйрәтеүгә бағышлай.

11 Раббының Исраил халҡына биргән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен өйрәтеүсегә – ғилем эйәһе ҡаһин Ғөзәйергә Артахшаста батша биргән хаттың йөкмәткеһе былай була:

12 Батшаларҙың батшаһы Артахшастанан Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһинға сәләм!

13 Мин шундай фарман бирҙем: минең батшалығымда булған Исраил халҡынан, ҡаһиндарҙан һәм левиҙәрҙән Йәрүсәлимгә ҡайтырға теләгән һәр кеше һинең менән китһен.

14 Һин батшанан һәм уның ете кәңәшсеһе исеменән үҙ Аллаң ҡанунының Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдә нисек үтәлеүен асыҡларға

15 һәм Йәрүсәлимдә төйәк иткән Исраил Аллаһына батша менән уның кәңәшселәре бүләк иткән алтын-көмөштө илтергә бараһың.

16 Һин Бабил өлкәһендә йыйылған барлыҡ алтын-көмөштө, халыҡтың һәм ҡаһиндарҙың Аллаларының Йәрүсәлимдәге йортона бүләк иткән саҙаҡаларын да алып барырһың.

17 Шул аҡсаларға иң тәүге сиратта үгеҙҙәр, һарыҡ тәкәләре һәм бәрәстәр, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар һатып ал да Аллағыҙҙың Йәрүсәлимдәге йортоноң ҡорбан усағында килтер.

18 Ҡалған алтын-көмөштө Аллағыҙ ихтыярына ярашлы үҙең һәм ҡәрҙәштәрең нисек ҡулай күрә, шулай тотонорһоғоҙ.

19 Аллағыҙ йортонда ғибәҙәт ҡылыу өсөн тәғәйенләнгән һауыттарҙы Йәрүсәлимдәге Алла алдына алып барып ҡуй.

20 Аллаңдың йорто өсөн тағы ла башҡа нәмәләр талап ителһә, шуларҙы батша хазинаһынан алырһың.

21 Мин, Артахшаста батша, Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнең бөтә ҡаҙнасыларына шундай фарман бирәм: Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһин һеҙҙән нимә һораһа, шуны һис кисекмәҫтән бирегеҙ.

22 Йөҙ талантҡа тиклем көмөш, йөҙ корға тиклем иген, йөҙ батҡа тиклем шарап, йөҙ батҡа тиклем зәйтүн майы һәм, күпме кәрәк, шул тиклем тоҙ бирегеҙ.

23 Күк Аллаһы йорто өсөн был Алла тарафынан бойоролған һәр нәмә теүәл үтәлергә тейеш – батшалыҡҡа, батшаға һәм уның улдарына Уның асыуы төшмәһен!

24 Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.

25 Ә һин иһә, Ғөзәйер, Аллаң һиңә биргән аҡыл менән идара итеүселәр һәм хөкөмдарҙар ҡуй. Әйҙә улар Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән барлыҡ халыҡҡа – Аллаңдың ҡанундарын белгәндәр халыҡҡа хөкөм ҡылһын. Ә ҡанун белмәгәндәрҙе һеҙ өйрәтегеҙ.

26 Һинең Аллаңдың ҡанунын һәм батшаның ҡанунын үтәмәгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ язаға тартылһын: үлемгәме, һөргөнгәме, мал-мөлкәтенән мәхрүм итеүгәме, йә булмаһа төрмәгә ябырғамы хөкөм ителһен.


Ғөзәйерҙең Аллаға рәхмәт уҡыуы

27 Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;

28 миңә батшаның һәм уның кәңәшселәренең, батшаның бөтә айбарлы түрәләренең алдында мәрхәмәтен күрһәтте. Аллам Раббының ҡулы өҫтөмдә булғанға күңелем үҫеп, мин Исраил башлыҡтарының ҡайһы берәүҙәрен, минең менән бергә ҡайтһындар тип, эргәмә йыйҙым.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan