Ғөзәйер 4 - Изге ЯҙмаДошмандарҙың ҡорам төҙөлөшөнә ҡаршы тороуы 1 Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарының дошмандары, һөргөндән ҡайтҡандар Исраил Аллаһы Раббының ҡорамын ҡайтанан төҙөй икән, тип ишеткәс, 2 Зеруббавелға һәм нәҫел башлыҡтарына килеп: – Әйҙәгеҙ, Раббы ҡорамын һеҙҙең менән бергә беҙ ҙә төҙөйөк, сөнки беҙ ҙә һеҙҙең Аллаға табынабыҙ. Беҙҙе бында килтергән Ашшур батшаһы Эсар-Хаддон дәүеренән бирле һеҙҙең Аллаға ҡорбан килтерәбеҙ, – тинеләр. 3 Зеруббавел да, Йешуағ та, Исраилдың башҡа нәҫел башлыҡтары ла уларға: – Аллабыҙҙың йортон төҙөүҙә һеҙҙең менән бер ниндәй уртаҡлығыбыҙ ҙа юҡ. Фарсы батшаһы Кирҙың бойороғо буйынса, Исраил Аллаһы Раббыға йортто беҙ үҙебеҙ генә төҙөйәсәкбеҙ, – тине. 4 Был ерҙәрҙә йәшәүселәр Йәһүҙә халҡын ҡурҡытырға һәм төҙөлөшкә ҡамасауларға маташты. 5 Шулай уҡ улар, исраилдарҙың ниәтенә аяҡ салыр өсөн, ришүәт биреп, батша кәңәшселәрен үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Был хәл Фарсы батшаһы Кир хакимлығы осоронан алып тәхеткә Дарий ултырғанға тиклем барҙы. Йәрүсәлим диуарҙарын төҙөүгә аяҡ салыусылар 6 Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы. 7 Фарсы батшаһы Артахшаста дәүерендә Бишлам, Миҫредаҫ, Тавеил һәм уларҙың әшнәләре Артахшастаға ялыу яҙҙы. Хат арами телендә яҙылғайны. 8 Өлкә етәксеһе Рехум һәм кәтип Шимшай, Йәрүсәлим халҡын яманлап, батша Артахшастаға яҙған хатта былай тиелгәйне: 9 Өлкә етәксеһе Рехум, кәтип Шимшай һәм уларҙың хеҙмәттәштәре – хөкөмдарҙар, күҙәтселәр, түрәләр; фарсылар, Әрәх, Бабилдан сыҡҡан кешеләр, Шушандан килгән ғеламдар, 10 бөйөк вә данлыҡлы Оснаппар тарафынан Самария ҡалаларына һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы бүтән ҡалаларға алып килеп урынлаштырған башҡа халыҡтар хат яҙа. 11 Бына Артахшаста батшаға ебәрелгән хаттың күсермәһе: Артахшаста батшаға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән ҡолдарыңдан. 12 Батшаға шул мәғлүм булһын: һинең илдән күскән йәһүдтәр беҙҙең яныбыҙға, Йәрүсәлимгә, килеп был фетнәсел яман ҡаланы төҙөй башланы, әле улар диуарҙарын аяҡҡа баҫтыра, нигеҙҙәрен йүнәтә. 13 Батшаға шул да мәғлүм булһын: әгәр ҙә мәгәр был ҡала төҙөлөп, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, улар яһаҡ та, һалым да, юл һалымы ла түләмәйәсәк, батша ҡаҙнаһы зыян күрәсәк. 14 Беҙ, батшаның тоғро ҡолдары, батшаның зыян күреүенә юл ҡуя алмайбыҙ, шуға күрә ошо хатты ебәрәбеҙ. 15 Ата-бабаларыңдың яҙмаларын тикшереп ҡараһындар, шунан белерһең, был ҡала фетнәсел һәм батшаларға үә өлкәләргә ҡарата зыянлы. Борон-борондан алып улар яғынан ғауғалар булып килгәнгә күрә, был ҡала юҡ ителгән. 16 Шунлыҡтан батшаға шуны еткерәбеҙ: әгәр ҙә мәгәр был ҡаланы төҙөү тамамланып, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, һин Евфрат йылғаһы аръяғындағы биләмәләреңде юғалтасаҡһың. 17 Батша былай тип яуап ҡайтарҙы: Өлкә башлығы Рехумға, кәтип Шимшайға, уларҙың Самарияла һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы башҡа урындарҙа йәшәгән хеҙмәттәштәренә сәләм! 18 Беҙгә ебәргән хатығыҙ алдымда тәржемә ителеп уҡылды. 19 Биргән әмерем буйынса яҙмаларҙы аҡтарып ҡарап, был ҡаланың әүәлдән үк батшаларға ҡаршы баш күтәргәнен, унда фетнәләр һәм болалар булып торғанын, 20 Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем. 21 Шундай әмер бирегеҙ: был кешеләр эштәрен туҡтатһын, минән бойороҡ булмайынса, ҡала төҙөлмәһен. 22 Берәй нәмәне күҙҙән ысҡындырып ҡуймағыҙ, бик һаҡ булығыҙ. Батшалыҡҡа зыян килтерерҙәй эштәргә ниңә юл ҡуйырға әле? 23 Артахшаста батшаның хатының күсермәһе уҡылып бөтөр-бөтмәҫтән Рехум менән Шимшай һәм уларҙың әшнәләре шунда уҡ Йәрүсәлимгә йәһүдтәр янына ашыҡты һәм, көс ҡулланып, уларҙы эштән туҡтарға мәжбүр итте. 24 Йәрүсәлимдә Алла йортон төҙөү эше туҡталды, ул Фарсы батшаһы Дарий хакимлығының икенсе йылына тиклем төҙөлмәй торҙо. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia