Ғөзәйер 10 - Изге ЯҙмаИсраил халҡының гонаһынан тәүбә ҡылыуы 1 Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине. 2 Ғелам нәҫеленән Йехиил улы Шеханъяһ, Ғөзәйергә мөрәжәғәт итеп, былай тине: – Беҙ, Аллабыҙға хыянат итеп, эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙан ҡатындар алдыҡ. Шулай ҙа Исраил халҡы өсөн өмөт бар әле. 3 Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын! 4 Әйҙә, тор, сөнки был эш өсөн һин яуаплы булырһың, беҙ ҙә һинең менән! Ныҡ бул, эшкә тотон! 5 Ғөзәйер тороп баҫты. Ҡаһиндарҙың башлыҡтарын, левиҙәрҙе, бөтә исраилдарҙы, беҙ шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡушты. Улар ант итте. 6 Унан Ғөзәйер, Алла йорто алдынан китеп, Әлйәшив улы Йеһоханан бүлмәһенә барҙы һәм ҡунырға ҡалды. Ул ашаманы ла, эсмәне лә, күсеп ҡайтыусыларҙың хыянатына ҡайғырып иланы. 7 Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә һөргөндән ҡайтҡандарҙың һәммәһенә Йәрүсәлимдә йыйылырға, тип хәбәр ебәрелде. 8 Кем дә кем өс көн эсендә килмәй, түрәләрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың ҡарары буйынса уның бөтә мөлкәте тартып алына, ул үҙе һөргөндән күсеп ҡайтыусылар йәмғиәтенән ҡыуыла. 9 Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты. 10 Ғөзәйер ҡаһин тороп баҫты ла былай тине: – Һеҙ Раббыға хыянат иттегеҙ: сит ҡәүемдәрҙән ҡатындар алып, Исраилдың ғәйебен арттырҙығыҙ. 11 Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ. 12 Бөтә йыйын көслө тауыш менән: – Һин беҙгә нимә тип әйтәһең, шулай эшләрбеҙ! – тип ҡысҡырҙы. – 13 Әммә халыҡ бик күп, һәм әле ямғырлы ваҡыт – тышта оҙаҡ торорлоҡ түгел. Унан һуң, был бер-ике көнлөк кенә эш түгел, сөнки күптәребеҙ ғәйепле. 14 Былай эшләйек: был эште бөтә йәмғиәт исеменән башлыҡтарыбыҙ үҙ өҫтөнә алһын. Бөтә ҡалаларыбыҙҙағы сит халыҡтарҙан ҡатын алған кешеләр тәғәйенләнгән ваҡытта ҡаланың аҡһаҡалдары һәм хөкөмдарҙары менән бында килһен. Шул саҡ Аллабыҙҙың беҙгә ярһыуы баҫылыр. 15 Быға бары Ғасаһил улы Йонаҫан менән Тиҡуа улы Яхзеяһ ҡына ҡаршы сыҡты, ә Мешуллам менән леви Шаббеҫай уларҙың фекерен хупланы. 16 Һөргөндән ҡайтҡандар шулай эшләргә булды. Был эште башҡарып сығыу өсөн Ғөзәйер ҡаһин нәҫел башлыҡтары араһынан кешеләр тәғәйенләне, улар исемләп әйтелде. Унынсы айҙың беренсе көнөндә улар был эште тикшерергә кереште. 17 Улар беренсе айҙың беренсе көнөнә тиклем сит ҡәүем ҡатындарына өйләнгәндәрҙең һәммәһе тураһында ла ҡарар сығарҙылар. Сит ҡәүем ҡатындарына өйләнеүселәр 18 Сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған кешеләр ошолар: Ҡаһиндар нәҫеленән: Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уның ағай-энеләренең нәҫелдәренән: Мағасеяһ, Әлиғәзәр, Ярив һәм Гедалъяһ. 19 Улар ҡатындарын айырып ебәрергә һүҙ бирҙе һәм ғәйептәре өсөн һәр береһе һарыҡ тәкәһе ҡорбан итте. 20 Иммер нәҫеленән: Ханани һәм Зевадъяһ; 21 Харим нәҫеленән: Мағасеяһ, Элияһ, Шемағъяһ, Йехиил, Ғуззияһ; 22 Пашхур нәҫеленән: Әлйоғынай, Мағасеяһ, Исмәғил, Неҫанил, Йозавад һәм Әлғаса. 23 Левиҙәрҙән: Йозавад, Шимғи һәм Ҡылаяһ – уның икенсе исеме Ҡылита, Пеҫахъяһ, Йәһүҙә һәм Әлиғәзәр. 24 Йырсылар араһынан: Әлйәшив. Ҡапҡа һаҡсылары араһынан: Шаллум, Тәләм һәм Ури. 25 Башҡа исраилдарҙан түбәндәгеләр: Парғош нәҫеленән: Рамъяһ, Иззияһ, Малкияһ, Миямин, Әлғазар, Малкияһ һәм Бенаяһ; 26 Ғелам нәҫеленән: Маттанъяһ; Зәкәрьяһ, Йехиил, Ғавди, Йәремоҫ һәм Элияһ; 27 Затту нәҫеленән: Әлйоғынай, Әлйәшив, Маттанъяһ, Йәремоҫ, Завад һәм Ғазиза; 28 Бевай нәҫеленән: Йеһоханан, Хананъяһ, Заббай, Ғаҫлай; 29 Бани нәҫеленән: Мешуллам, Маллух, Ғадаяһ, Яшув, Шеал һәм Йәремоҫ. 30 Пахаҫ-Моав нәҫеленән: Ғадна, Келал, Бенаяһ, Мағасеяһ, Маттанъяһ, Бесалил, Биннуй һәм Менашше; 31 Харим нәҫеленән: Әлиғәзәр, Йишшияһ, Малкияһ, Шемағъяһ, Шимғон, 32 Бинйәмин, Маллух, Шемаръяһ; 33 Хашум нәҫеленән: Маттенай, Маттатта, Завад, Әлифәләт, Йеремай, Менашше һәм Шимғи; 34 Бани нәҫеленән: Мағадай, Ғамрам, Уел, 35 Бенаяһ, Бедъяһ, Келуһу, 36 Уанеяһ, Меремоҫ, Әлйәшив, 37 Маттанъяһ, Маттенай, Яғасай, 38 Бани, Биннуй, Шимғи, 39 Шәләмъяһ, Наҫан, Ғадаяһ, 40 Махнадевай, Шашай, Шарай, 41 Ғазарил, Шәләмъяһ, Шемаръяһ, 42 Шаллум, Амаръяһ һәм Йософ; 43 Нево нәҫеленән: Йеғиил, Маттиҫъяһ, Завад, Зевина, Яддай, Йоил һәм Бенаяһ. 44 Ошоларҙың барыһы ла сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған һәм ҡайһы берҙәренең ҡатындары уларға бала ла тапҡайны инде. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia