Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 21 - Изге Яҙма


Паулустың Милетостан Йәрүсәлимгә барыуы

1 Беҙ, улар менән һаубуллашып, диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм туп-тура Кос утрауындағы ҡалаға йүнәлеш алдыҡ. Икенсе көндө Родоста, унан Патара утрауында булдыҡ.

2 Унда Фойникә өлкәһенә барыусы карапты табып ултырҙыҡ та ҡуҙғалып киттек.

3 Кипр утрауын көньяғынан урап үтеп, Сүриә өлкәһенә табан йөҙҙөк. Тирҙа туҡталыш яһаныҡ, сөнки унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине.

4 Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рухтың иҫкәртеүенән сығып, Паулусты Йәрүсәлимгә бармаҫҡа күндерҙе.

5 Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.

6 Хушлашҡандан һуң беҙ карапҡа ултырҙыҡ, улар өйҙәренә ҡайтып китте.

7 Беҙ, Тирҙан юлыбыҙҙы дауам итеп, Птолемаис ҡалаһына килеп төштөк. Ундағы имандаштарҙың хәлен белеп, улар менән бер көн булдыҡ.

8 Ә икенсе көндө беҙ Ҡайсареяға килдек һәм Йәрүсәлимдә һайланып алынған ете ярҙамсының береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиппустың өйөндә туҡталдыҡ.

9 Уның Алла хәбәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.

10 Беҙ килеүгә бер нисә көн уҙғас, Йәһүҙиәнән Һағаб исемле бер пәйғәмбәр килде.

11 Яныбыҙға килде лә, Паулустың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Йәрүсәлимдәге йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағаб.

12 Быны ишеткәс, беҙ ҙә, унда булған башҡа кешеләр ҙә Паулустың Йәрүсәлимгә бармауын үтендек.

13 Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.

14 Беҙ, уны күндерә алмаҫыбыҙҙы аңлағас, тынысланып: – Раббының ихтыярынса булһын! – тинек.

15 Ҡайсареяла бер ни тиклем ваҡыт үткәргәс, йыйынып, Йәрүсәлимгә киттек.

16 Беҙҙең менән бергә Ҡайсареянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе күптән иманға килгән кипрлы Мнасон атлы шәкерт янына, беҙ туҡталасаҡ өйгә алып барҙы.


Паулус Яҡуп янында

17 Йәрүсәлимгә килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте.

18 Икенсе көндө Паулус Яҡуп янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.

19 Паулус уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте арҡылы Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнен ентекләп һөйләп бирҙе.

20 Паулусты тыңлағас, ундағылар Алланы данланы. Шунан Паулусҡа: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай.

21 Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмағыҙ, йәһүд халҡының йолаларын тотмағыҙ тип өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр.

22 Нимә эшләргә? Әлбиттә, улар һинең килеүеңде ишетер.

23 Шуға күрә, кәңәшебеҙ шул: беҙҙә нәҙер әйткән дүрт кеше бар,

24 улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер.

25 Ә инде Ғайса Мәсихкә инанған башҡа халыҡ кешеләренә килгәндә, беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡарарҙы әйтеп хат яҙҙыҡ. «Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», – тинек уларға.

26 Икенсе көндө Паулус был кешеләрҙе үҙе менән алып, улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм уларҙың һәр береһе өсөн ҡасан ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.


Паулустың ҡулға алыныуы

27 Таҙарыныуҙың ете көнө үтте тигәндә Асия өлкәһенән килгән бер нисә йәһүд, Паулусты Алла йортонда күреп, уға ҡаршы бөтә халыҡты ҡотортто. Уны тотоп алып:

28 – Исраилдар, ярҙам итегеҙ! Үҙенең өйрәтеүҙәре менән бөтөн ерҙә халҡыбыҙға, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы ҡуйған кеше – ошо. Етмәһә, мәжүсиҙәрҙе Алла йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте! – тип ҡысҡырҙылар.

29 Улар бынан алда Эфес кешеһе Трофимусты ҡалала Паулус менән бергә күргәнлектән, уны Алла йортона Паулус алып ингән, тип уйлағайнылар.

30 Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Паулусты тотоп алып Алла йортонан һөйрәп сығарҙылар, һәм ҡапҡалар шунда уҡ бикләнде.

31 Уны үлтерергә йыйынған мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Йәрүсәлимдә башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр.

32 Ул, шунда уҡ ғәскәриҙәр һәм йөҙ баштарын алып, халыҡ йыйылған ергә ашыҡты. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Паулусты туҡмауҙан туҡтаны.

33 Ғәскәриҙәр башлығы, яҡыныраҡ килеп, Паулусты ҡулға алды, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.

34 Халыҡ араһында берәүҙәр – бер, икенселәре икенсе нәмә ҡысҡырҙы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген аңлай алманы, шунлыҡтан Паулусты нығытмаға алып барырға ҡушты.

35 Улар баҫҡысҡа килеп еткәндә, халыҡ шул тиклем ҡыҫҡайны, ғәскәриҙәргә Паулусты күтәреп барырға тура килде.

36 Халыҡ төркөмө: – Үлем уға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра эйәреп барҙы.

37 Нығытма ишектәренә яҡынлашҡас, Паулус ғәскәриҙәр башлығына: – Һиңә бер нәмә әйтергә мөмкинме? – тине. – Һин грекса беләһең икән дә баһа! – тип ғәжәпләнде теге. –

38 Тимәк, яңыраҡ фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы үҙе артынан сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе түгелһең инде?

39 – Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарсос ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Паулус уға.

40 Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Паулус баҫҡыста торған килеш халыҡҡа тынысланырға ишара яһаны. Тынлыҡ урынлашҡас, Паулус йәһүд телендә һөйләй башланы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan