Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 17 - Изге Яҙма


Тессалонике ҡалаһында боларыш

1 Илселәр, Амфиполис һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Тессалонике ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине.

2 Паулус, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында фекер алышты.

3 Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә вәғәзләгән Ғайса – шул Мәсих бит инде, – тине Паулус.

4 Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Алланы ололап йәшәгән бик күп гректар, уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Паулус менән Силасҡа ҡушылды.

5 Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр.

6 Илселәрҙе тапмағас, Ясонды һәм иманлы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Ошо әҙәмдәр бөтә ерҙә бола ҡуптарып йөрөй, әле улар бында ла килеп еткән.

7 Ә Ясон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, Ғайса тигән башҡа бер батша бар тип әйтәләр, – тип ҡысҡырҙылар.

8 Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала башлыҡтарын хафаға һалды.

9 Ә Ясонды һәм башҡаларҙы, иреккә сығыу өсөн билдәләнгән күләмдә аҡса түләттергәс, ҡайтарып ебәрҙеләр.


Илселәр Бероя ҡалаһында

10 Төн еткәс тә имандаштары Паулус менән Силасты Бероя ҡалаһына оҙатты. Берояға барып еткәс, Паулус менән Силас йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте.

11 Бындағы кешеләр Тессалонике ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме икәнен тикшерер өсөн Изге Яҙманы өйрәнде.

12 Күп кенә йәһүдтәр иманға килде, шулай уҡ мөхтәрәм грек ҡатындары һәм ирҙәре араһында ла иманға килеүселәр аҙ булманы.

13 Әммә, Паулустың Бероя ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Тессалоникела йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы.

14 Тиҙ арала имандаштары Паулусты диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Силас менән Тимоҫеус Берояла ҡалды.

15 Паулусты оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Паулус улар аша Силасҡа һәм Тимоҫеусҡа мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.


Паулус Афинала

16 Силас менән Тимоҫеусты көтөп Афинала йөрөгәндә, Паулус бында һындарҙың күп булыуына әсенде.

17 Ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән әңгәмәләр ҡороп ултырҙы, шулай уҡ көн һайын баҙар майҙанында осраған кешеләр менән һөйләште.

18 Шулай бер көн эпикурсылар һәм стоиктар мәктәбенә ҡараған ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре Паулус менән бәхәскә инде. Паулус Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был бушҡыуыҡ нимә әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште.

19 Улар Паулусты үҙҙәре менән Ареопаг кәңәшмәһенә алып барҙы. – Вәғәзләгән был яңы тәғлимәтең тураһында һөйлә әле беҙгә.

20 Һин бит сәйер нәмәләр хаҡында әйтәһең, беҙ уларҙың ни аңлатҡанын белергә теләр инек, – тинеләр.

21 Ниндәй ҙә булһа яңы фекерҙәр тураһында һөйләшеү йәки тыңлау афиналыларҙың һәм унда йәшәгән сит ил кешеләренең яратҡан шөғөлө ине.

22 Паулус Ареопаг кәңәшмәһе алдына баҫты. – Афина халҡы! Һеҙҙең бик тә диндар булыуығыҙҙы бөтә яҡлап күреп торам, – тине ул. –

23 Изге ҡоролмаларығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә «Билдәһеҙ аллаға» тип яҙылған ҡорбан усағын да күрҙем. Ошо үҙегеҙ ҙә белмәгән, ләкин Уға табынған Алла тураһында һеҙгә вәғәзләйем дә инде.

24 Донъяны һәм унда булған һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше ҡулы менән төҙөлгән ҡорамдарҙа йәшәмәй,

25 кешеләрҙең Уға ҡул хеҙмәте күрһәтеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм башҡа бар нәмәне бирә.

26 Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул бер әҙәмдән тотош кешелекте барлыҡҡа килтерҙе, барыһына ла ваҡыт һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне.

27 Ул быны кешеләр Алланы эҙләһендәр, бәлки, Уны тойомлап табырҙар, тип эшләне. Ә бит Ул беҙҙең беребеҙҙән дә алыҫ түгел.

28 Ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тигән кеүек, «беҙ Уның арҡылы йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ».

29 Шуға күрә, Алла нәҫеленәнбеҙ икән, Алланы кеше ниәте һәм оҫталығы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш тип уйларға тейеш түгелбеҙ.

30 Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙә бар халыҡҡа тәүбә итергә бойора.

31 Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.

32 Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре: – Был хаҡта һине икенсе юлы тыңларбыҙ, – тине.

33 Шунан һуң Паулус Ареопагтан сығып китте.

34 Ҡайһы бер кешеләр уға ҡушылып иманға килде. Улар араһында Ареопаг ағзаһы Дионусиос, Дамарис исемле бер ҡатын һәм башҡалар бар ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan