Ғәмәлдәр 11 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимдә Петрустың аҡланыуы 1 Илселәр һәм Йәһүҙиәләге имандаштар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте. 2-3 Петрус Йәрүсәлимгә килгәс, сөннәтле иманлылар уға: – Һин, сөннәтһеҙ кешеләр янына инеп, улар менән бергә ашағанһың, – тип ғәйеп ташланы. 4 Петрус уларға баштан башлап ентекләп аңлатып бирҙе: 5 – Яфо ҡалаһында доға ҡыла инем, шул мәл миңә илаһи күренмеш иңде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө. 6 Эсенә күҙ һалғас, унда ерҙә йәшәүсе дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе һәм ҡоштарҙы күрҙем. 7 Шунан һуң: «Тор, Петрус, быларҙы һуйып аша», – тигән тауыш ишеттем. 8 «Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки хәрәм нәмәләрҙе ауыҙыма алғаным юҡ», – тинем мин. 9 Күктән тауыш миңә тағы: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама!» – тине. 10 Өс тапҡыр шулай ҡабатланғандан һуң, барыһы ла кире күккә тартып алынды. 11 Нәҡ шул ваҡытта Ҡайсареянан миңә ебәрелгән өс кеше мин туҡтаған йорт алдында тора. 12 Изге Рух миңә бер ниндәй икеләнеүһеҙ улар менән барырға ҡушты. Янымдағы бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ мине саҡырған кешенең өйөнә килеп еттек. 13 Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды саҡырыу өсөн Яфоға кешеләр ебәр. 14 Ул һеҙгә килтергән хәбәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотолорһоғоҙ», – тип әйткән. 15 Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә иңгән кеүек, уларға ла Изге Рух иңде. 16 Шунда мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм. 17 Раббы Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң беҙгә биргән бүләген Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем һуң? – тине Петрус. 18 Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды. Шунан Алланы данлап: – Тимәк, йәшәүгә алып барған тәүбә юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тинеләр. Антиохияла имандаштар берҙәмлеге 19 Стефанустың үлеменән һуң башланған эҙәрләүҙәр арҡаһында таралышҡан иманлылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Фойникә өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте. 20 Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Курене кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе. 21 Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр, инанып, Раббыға табан боролдо. 22 Был туралағы хәбәр Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлегенә лә барып етте. Барнабасты Антиохияға ебәрҙеләр. 23 Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне. 24 Барнабас Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине. Күптәр, Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды. 25 Шунан һуң Барнабас, Шаулды эҙләп, Тарсосҡа китте, уны табып 26 Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар. 27 Шул осорҙа Йәрүсәлимдән Антиохияға бер нисә пәйғәмбәр килде. 28 Уларҙың Һағаб исемле береһе тороп баҫты ла, Рух арҡылы алдан күреп, бөтә донъяла ҡаты аслыҡ буласағын әйтте. Ул аслыҡ ҡайсар Клаудиус заманында булды. 29 Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды. 30 Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia