Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғамос 8 - Изге Яҙма


Бешкән емеш тулы кәрзин

1 Раббы Хаким миңә бына нимә күрһәтте: имеш, алдымда бешкән емеш тулы кәрзин тора.

2 Ул минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Кәрзин тулы өлгөрөп еткән емеш күрәм, – тип яуап бирҙем. Раббы миңә былай тине: «Халҡым Исраил хөкөм өсөн өлгөрөп етте, Башҡаса уны ғәфү итмәйәсәкмен.

3 Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, – тип белдерә Раббы Хаким, – Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!»


Ҡайғы көндәре етә

4 Өлөшһөҙҙәрҙе ҡыҫырыҡлаған, Илдәге ярлыларҙың башын ашағандар, тыңлағыҙ!

5 «Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек.

6 Хәйерсене – көмөш тингә, Ярлыны – бер пар ҡатаға Һатып алып булыр ине. Кәбәген дә һата алыр инек», – тиһегеҙ һеҙ.

7 Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте: «Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ.

8 Бының өсөн нисек ер ҡалтырамаһын да Унда йәшәгән халыҡтар ҡайғыға тарымаһын? Бөтөн ер Нил һыуындай тулҡынланыр, Ҡабарыр ҙа Мысыр йылғаһы шикелле шиңеп ҡалыр.

9 Шул сағында, – тип белдерә Раббы Хаким, – Төш мәлендә ҡояшты байытам, Яҡты көндө төнгә әйләндерәм.

10 Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».

11 Раббы Хаким былай тип белдерә: «Бына шундай көндәр килә, Был илгә ҡытлыҡ ебәрәм, Аҙыҡҡа һәм һыуға түгел, Раббы һүҙҙәренә ҡытлыҡ булыр.

12 Кешеләр Раббының һүҙен эҙләр: Диңгеҙҙән-диңгеҙгә юлланыр, Төньяҡтан көнсығышҡа олағыр, Ни хәтле гиҙһә лә ил буйлап, Уны таба алмаясаҡ.

13 Ул көндө гүзәл ҡыҙҙар, егеттәр, Һыуһыҙлыҡтан сарсап ҡолар.

14 Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғкә барған юл менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan