Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Галаттарға 3 - Изге Яҙма


Ҡанунмы, иманмы?

1 Эй аҡылһыҙ галаттар! Һеҙҙең башығыҙҙы кем бутаны? Ғайса Мәсих һеҙҙең күҙ алдында арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған килеш асыҡ тасуирланғайны бит!

2 Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?

3 Һеҙ шул тиклем аҡылһыҙмы ни? Изге Рух менән башлағайнығыҙ бит, ә хәҙер маҡсатығыҙға үҙ көсөгөҙ менән өлгәшергә уйланығыҙмы?

4 Бар кисергәндәрегеҙ бушҡа булдымы ни? Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел.

5 Алла һеҙгә, Үҙенең Рухын биреп, мөғжизәләр ҡыла. Ул быны ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн эшләйме, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғанығыҙ өсөнмө?

6 Ибраһимды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: «Ибраһим Аллаға ышанды, һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте».

7 Иманлыларҙың ғына Ибраһимдың ысын балалары булыуын аңлағыҙ.

8 Изге Яҙмала Алланың бүтән халыҡтарҙы имандары аша аҡлаясағы алдан әйтелгәйне, Ибраһимға: «Бөтә халыҡтар һинең аша фатиха алыр», – тигән Һөйөнөслө Хәбәр белдерелде.

9 Тимәк, иманлылар Аллаға инанған Ибраһим менән бергә фатиха ала.

10 Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.

11 Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».

12 Ҡанун иһә иманға нигеҙләнмәгән, шуның өсөн «ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә».

13 Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.

14 Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Ҡанун һәм вәғәҙә

15 Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.

16 Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.

17 Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай.

18 Әгәр ҙә Алла вәғәҙә иткән нәмә ҡанунды үтәүгә бәйле булһа, ул инде вәғәҙәгә бәйле булмай бит. Ибраһимға иһә Алла уны вәғәҙә аша бүләк иткән.

19 Улай булғас, ҡанун ни өсөн бирелгән? Ҡанун, гонаһтарҙы күрһәтеү өсөн, һуңынан бирелгән. Ибраһим тоҡомоноң вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ҡанун ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.

20 Әммә бер үҙең булғанда аралашсы кәрәкмәй. Ә Алла бер үҙе!


Ҡанундың маҡсаты

21 Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә йәшәү бирә торған ҡанун бирелһә, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.

22 Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.

23 Ә инде ошо иман килгәнсе һәм ул асылғансы, беҙ ҡанун һағы аҫтында тотҡонлоҡта йәшәнек.

24 Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ.

25 Ә инде иман килгәндән һуң, беҙ башҡаса тәрбиәсе ҡулы аҫтында түгелбеҙ.

26 Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.

27 Сумдырылыу йолаһын үткән барығыҙ ҙа Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була.

28 Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.

29 Мәсихтеке икәнһегеҙ, тимәк, һеҙ – Ибраһимдың тоҡомдары һәм Алланың вәғәҙә иткәнен мираҫ итеп бүлешерһегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan