Галаттарға 1 - Изге ЯҙмаСәләмләү 1 Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан, 2 минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм. 3 Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын. 4 Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте. 5 Аллаға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин. Һөйөнөслө Хәбәр берәү генә 6 Мәсихтең мәрхәмәте менән һеҙҙе саҡырып алған Алланан йөҙ бороп, тиҙ генә ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ мине ғәжәпләндерә. 7 Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, ҡайһы бер кешеләр Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләй. 8 Хатта үҙебеҙ йәки күктәге берәй фәрештә беҙ вәғәзләгәндән башҡа икенсе берәй һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, уға ҡарғыш төшһөн. 9 Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын! 10 Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем. Паулустың илселеге 11 Имандаштар, шуны белегеҙ: мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр кеше уйҙырмаһы түгел, 12 мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, мин уны Ғайса Мәсихтән килгән асылыштан алдым. 13 Һеҙҙең йәһүд динендә булғанымда нисек йәшәгәнемде лә, Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрләгәнем һәм юҡ итергә тырышҡанымды ла, 14 ата-бабаларыбыҙ йолаларына мөкиббән бирелеп, халҡым араһында йәһүд динен тотҡан күп йәштәштәремә ҡарағанда алдынғыраҡ булғанымды ла ишеткәнегеҙ бар. 15-16 Әммә әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миңә күрһәтеп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн саҡырып алған. Тик мин бер кеше менән дә кәңәшләшмәйенсә 17 һәм Йәрүсәлимгә, миңә тиклем үк илсе булғандар янына бармайынса, Ғәрәбстанға киттем, унан тағы Дамаск ҡалаһына ҡайттым. 18 Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Йәрүсәлимгә Кефас менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым. 19 Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡуптан башҡа бер илсене лә күрмәнем. 20 Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел. 21 Шунан һуң мин Сүриә һәм Киликия ерҙәренә киттем. 22 Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине күреп белмәйҙәр ине. 23 Минең турала улар, ҡасандыр үҙҙәрен эҙәрлекләгән кеше үҙе юҡ итергә тырышҡан иманды хәҙер үҙе үк вәғәзләй, тип кенә ишеткәндәр. 24 Һәм минең өсөн Алланы данлағандар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia