Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Филиптарға 4 - Изге Яҙма


Өгөт-нәсихәттәр

1 Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һөйөклө имандаштарым, һеҙ минең шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, һөйөклөләрем!

2 Әүәдиә менән Сүнтүхәнең – икеһенең дә Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашыуҙарын ялбарам.

3 Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.

4 Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!

5 Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтә кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша.

6 Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.

7 Шулай булһа, әҙәм аҡылы етмәҫтәй, бар нәмәнән юғары булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсихтә һаҡлар.

8 Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.

9 Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Бүләктәр өсөн рәхмәт белдереү

10 Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға Раббыла ихлас ҡыуанам. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине.

11 Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем.

12 Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла йәшәй беләм: туҡмынмы йәки асмынмы, муллыҡтамы, мохтажлыҡ кисерәмме – һәр ваҡыт һәм төрлө хәлдәрҙә лә ҡәнәғәт булырға өйрәндем.

13 Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.

14 Шулай ҙа, минең хәсрәттәремде уртаҡлашып, һеҙ яҡшы эшләнегеҙ.

15 Һеҙ үҙегеҙ, Филиппойҙа йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып, Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым.

16 Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Тессалоникела булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ.

17 Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем.

18 Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.

19 Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк!

20 Атабыҙ Аллаға мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.


Сәләмләүҙәр

21 Ғайса Мәсихтә изгеләрҙең һәр береһен сәләмләгеҙ. Минең менән бергә булған имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй.

22 Һеҙҙе бөтә имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.

23 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan