Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Филиптарға 2 - Изге Яҙма


Мәсихкә оҡшап күндәм булыу

1 Әгәр Мәсихтә йыуаныс табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән,

2 минең ҡыуанысымды тулыландырығыҙ: бер фекерҙә булығыҙ, мөхәббәтегеҙҙе уртаҡ итеп, бер маҡсат һәм бер ниәт менән йәшәгеҙ.

3 Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.

4 Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен.

5 Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.

6 Ул булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булыуынан файҙа алырға ынтылманы,

7 бар нәмәнән Үҙ теләге менән баш тартып, ҡол булмышында, беҙҙең кеүек булып, кеше ҡиәфәтендә йәшәне.

8 Үҙенең үлеменә тиклем, ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды.

9 Шуға күрә Алла тарафынан Ул барыһынан да юғары күтәрелде, Уға бөтә исемдәрҙән бөйөгөрәк исем бирелде:

10 Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтәһе лә теҙләнһен,

11 Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.


«Күктәге йондоҙҙарҙай балҡырһығыҙ»

12 Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.

13 Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.

14 Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.

15-16 Шул саҡта аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып ҡалырһығыҙ. Кешеләргә тормош һүҙен тәҡдим итеп, улар араһында күктәге йондоҙҙарҙай балҡырһығыҙ. Шул саҡ мин Мәсих килер көндә бушҡа көс һалмағанмын һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған тип ғорурлана алырмын.

17 Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта тормошом ҡорбан ителһә лә, мин ҡыуанам һәм бөтәгеҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.

18 Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ.


Тимоҫеус менән Әпәфродитос

19 Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә күңелемде тынысландырыр инем.

20 Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ.

21 Башҡалар, Ғайса Мәсихкә ҡулай булғанды түгел, ә үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.

22 Тимоҫеустың ышаныслы булыуы һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.

23 Шуға күрә, әлеге хәлемдең нисек булырын белгәс тә, уны шунда уҡ һеҙҙең янға ебәрермен тип өмөтләнәм.

24 Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеремә Раббы ышаныс бирә.

25 Мохтажлыҡ кисергәнемдә һеҙҙең миңә ярҙамға ебәргән вәкилегеҙ, имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Әпәфродитосты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.

26 Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде,

27 Әпәфродитос, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булмаһын тип, Алла уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтте.

28 Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер.

29 Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ.

30 Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan