Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Филимонға 1 - Изге Яҙма

1-2 Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филемонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Әпфиә ханыма, көрәштәшебеҙ Архиппусҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Паулустан һәм имандашығыҙ Тимоҫеустан сәләм.

3 Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Филемондың мөхәббәте һәм иманы

4 Доғаларымда һине, Филемон, иҫкә алып, Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым,

5 сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм.

6 Бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ иманыбыҙ һине беҙ Мәсихтә өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам.

7 Һинең мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша тынысланды.


Онесимус тураһында үтенес

8 Шуға күрә мин, Мәсихтә рухи ҡәрҙәшең, бурысыңды үтәүҙе ҡыйыу рәүештә талап итә алһам да,

9 башҡа берәү түгел, мин, ҡарт Паулус, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсихкә инаныуым өсөн төрмәлә ултырыусы тотҡон, һөйөүебеҙгә таянып, һиңә үтенес менән өндәшәм.

10 Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онесимус.

11 Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы.

12 Күҙемдең ҡараһылай булып киткән Онесимусты кире һеҙгә ҡайтарып ебәрәм.

13 Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине.

14 Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын.

15 Һеҙҙең бер-берегеҙҙән ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылып тороуығыҙ, бәлки, һин уны яңынан ҡабул итеп бөтөнләйгә үҙ яныңда ҡалдырыу өсөн дә булғандыр,

16 һәм инде ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.

17 Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп, ихлас ҡабул ит.

18 Әгәр ҙә ул һине ни менәндер рәнйеткән булһа йәки алдыңда бурыслы булһа, мине яуаплы тип иҫәплә.

19 Мин, Паулус, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы.

20 Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә файҙаңды күрергә теләйем. Мәсихтә йөрәгемә ҡыуаныс һал.

21 Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам.

22 Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм.


Сәләмдәр

23 Минең менән бергә Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Әпәфрас

24 һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр.

25 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan