Еврейҙарға 10 - Изге Яҙма1 Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай. 2 Әгәр ҙә ҡанун быны эшләй алһа, артабан ҡорбан килтерелмәҫ ине, сөнки Аллаға ғибәҙәт ҡылыусылар бер тапҡыр таҙарыныу менән бүтәнсә үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәйеп тоймаҫтар ине. 3 Ләкин был ҡорбандар гонаһтар тураһында йылдың-йылы иҫкә төшөрөп тора. 4 Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. 5 Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең, ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең. 6 Тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ ҡорбандары ла күңелеңә хуш килмәне. 7 Шул саҡта Мин: „Бына Мин. Минең хаҡта төргәк китапта яҙылғанса, эй Алла, ихтыярыңды үтәргә килдем“, – тинем». 8 Шулай итеп, Ул тәүҙә: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең һәм улар күңелеңә хуш килмәне», – тип әйткән. Ә был ҡанун буйынса талап ителде. 9 Унан һуң Мәсих: «Бына Мин, Һинең ихтыярыңды үтәргә тип килдем», – тигән. Ул, алдағы талаптарҙы үҙ көсөнән сығарып, яңыны индерә. 10 Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек. 11 Һәр ҡаһин, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡабат-ҡабат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай, 12 Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы. 13 Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә. 14 Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте. 15 Был хаҡта беҙгә Изге Рух та шаһитлыҡ ҡыла. Башта былай тип әйткән: 16 «Ул көндәрҙән һуң Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, – ти Раббы. – Ҡанундарымды уларҙың күңелдәренә һалырмын, зиһендәренә яҙып ҡуйырмын». 17 Унан Ул былай тип өҫтәй: «Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәҫмен». 18 Ә гонаһтар ярлыҡанған икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде. Ныҡ булығыҙ! 19 Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң мөҡәддәс урынға инә алабыҙ. 20 Ул беҙгә яңы, йәшәү биргән юл асты һәм был юл пәрҙә, йәғни Уның ғазаптар кисергән тәне аша үтә. 21 Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Ҡаһиныбыҙ бар. 22 Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ. 23 Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро. 24 Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. 25 Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит. 26 Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай. 27 Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын ялмап юҡ итәсәк ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡала. 28 Муса ҡанунынан баш тартҡан һәр кеше, ике йәки өс шаһит күрһәтеүе буйынса, аяуһыҙ рәүештә үлемгә дусар ителә. 29 Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ? 30 «Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен» һәм тағы «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк» тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ. 31 Тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос! 32 Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрегеҙҙе, ул саҡтағы ғазаптарға түҙгән мәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. 33 Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ. 34 Һеҙ тотҡондағы әҙәмдәрҙең хәленә индегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ. 35 Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ. 36 Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк. 37 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әҙ генә, бик әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ. 38 Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк». 39 Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – иманыбыҙға тоғро ҡалған һәм йәнен һаҡлап алып ҡалған кешеләрбеҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia