Эстер 9 - Изге ЯҙмаЙәһүдтәрҙең еңеүе 1 Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды. 2 Был көндө йәһүдтәр үҙҙәренә ҡаршы золом ҡылырға ниәтләнгән кешеләргә һөжүм итер өсөн, Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа йыйылды. Йәһүдтәргә бер кем дә ҡаршы тора алманы, сөнки барлыҡ халыҡтарҙы уларҙан ҡурҡыу тойғоһо солғап алғайны. 3 Бөтә өлкәләрҙең түрәләре, батша һанаттары, өлкә башлыҡтары һәм батша хеҙмәткәрҙәре, Мордехайҙан ҡурҡып, йәһүдтәрҙе яҡлап сыҡты. 4 Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы. 5 Йәһүдтәр бөтә дошмандарын ҡылыстан үткәрҙе, үлтерҙе, ҡырып һалды. Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандар менән нисек теләйҙәр, шулай эшләнеләр. 6 Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене үлтереп юҡ итте. 7-10 Йәһүдтәрҙең ҡан дошманы Һаммедаҫанан тыуған Һамандың ун улын – Паршандаҫа, Далфон, Аспаҫа, Пораҫа, Адалъя, Аридаҫа, Пармашта, Арисай, Аридай һәм Уайзаҫаны үлтерҙеләр, әммә уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманылар. 11 Ул көндө Шушан ҡәлғәһендә үлтерелгәндәрҙең һаны тураһында батшаға хәбәр ителде. 12 Батша Эстер батшабикәгә: – Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене, шул иҫәптән Һамандың ун улын үлтереп юҡ иткән. Улар батшаның бүтән өлкәләрендә нимәләр ҡылды икән? Тағы ниндәй теләгең бар? Һорағаныңдың бөтәһен дә алырһың. Ниндәй үтенесең бар? Бөтәһе лә үтәлер, – тине. 13 Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп рөхсәт бирһә, Шушандағы йәһүдтәргә иртәгә лә бөгөнгө бойороҡ буйынса эш итергә мөмкин булһын, ә Һамандың ун улының кәүҙәһе дар ағасына аҫып ҡуйылһын ине, – тип яуапланы. 14 Батша был теләкте лә үтәргә бойорҙо. Шушанда йәнә фарман иғлан ителде. Һамандың ун улының кәүҙәһе дарға аҫып ҡуйылды. 15 Шушанда йәшәгән йәһүдтәр адар айының ун дүртенсе көнөндә йәнә йыйылып, ҡалала тағы өс йөҙ кешене юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы. 16 Батшаның өлкәләрендә йәшәгән ҡалған йәһүдтәр ҙә, үҙ ғүмерҙәрен һаҡлар һәм дошмандарынан арыныр өсөн, бергә йыйылып етмеш биш мең дошманын юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы. 17 Был адар айының ун өсөнсө көнөндә булды, ә ун дүртендә улар ял итте – был көн мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды. 18 Шушанда йәшәгән йәһүдтәр ун өсөнсө һәм ун дүртенсе көндә йыйылды, ә ун бишенсеһендә ял итте – был көн уларҙың мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды. 19 Бына шуға күрә лә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр адар айының ун дүртенсе көнөн байрам көнө итеп билдәләй. Был көндө улар шатланышып мәжлес йыя, бер-береһенә күстәнәс ебәрешә. Пурим байрамы 20 Мордехай был хәлдәр тураһында яҙып, Ахашверош батшаның яҡындағы һәм алыҫтағы бөтә өлкәләрендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә хат ебәрҙе. 21 Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо. 22 Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны. 23 Шул саҡтан алып йәһүдтәр, Мордехайҙың яҙғанын ҡабул итеп, үҙҙәре башлағанды йолаға әйләндерҙе. 24 Сөнки Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаман, йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөрөргә ниәтләнеп, уларҙы еңер һәм юҡ итер өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалғайны. 25 Ләкин Эстер батша янына кергәс, тегеһе фарман сығарҙы һәм Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы яуыз уйы үҙ башына төштө: Һаманды улдары менән бергә дар ағасына аҫып ҡуйҙылар. 26 Шуға ла был көндәр «пур» һүҙенән Пурим тип атала. Шулай итеп, йәһүдтәр Мордехайҙың хатында яҙылғандарҙы, үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙе һәм үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе иҫтә тотоп, 27 үҙҙәре киләсәк быуындар һәм уларға ҡушылған бөтә кешеләр өсөн шундай йола урынлаштырҙы һәм был ике көндө, яҙып ҡуйылғанса, йыл һайын тәғәйен ваҡытта билдәләргә ҡарар итте. 28 Был көндәрҙе бөтә өлкәләрҙә, һәр бер ҡалала һәр ғаилә хәтерҙә тоторға һәм байрам итергә, Пурим көндәре йәһүдтәр араһында ғәмәлдән сыҡмаҫҡа, был көндәр тураһында иҫтәлек киләсәк быуындар хәтерендә лә һаҡланырға тейеш булды. 29 Авихаил ҡыҙы Эстер батшабикә, йәһүд Мордехай менән бергә, үҙҙәренең яҙма бойороғо аша Пуримды байрам итеү тураһында ошо икенсе хатты раҫланы. 30 Мордехай Ахашверош батшалығының йөҙ ҙә егерме ете өлкәһендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә тыныслыҡ һәм именлек теләктәре менән тулы хаттар ебәрҙе. 31 Йәһүдтәр үҙҙәре һәм тоҡомдары өсөн ураҙа тотоу һәм ҡайғы көндәрен билдәләп ҡуйған һымаҡ, йәһүд Мордехай менән Эстер батшабикә уларға яҙғанса, Пурим көндәре лә тәғәйен ваҡытта үткәрелергә тейеш ине. 32 Пурим байрамы тураһындағы ҡағиҙәләр, Эстерҙың бойороғо менән раҫланып, китапҡа яҙып ҡуйылды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia