Эстер 3 - Изге ЯҙмаҺамандың яуыз ниәте 1 Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы. 2 Батша бойороғона күрә батша һарайының ҡапҡаһы янында булған барлыҡ һарай әһелдәре Һаман алдында теҙ сүгеп, йөҙҙәре менән ергә ҡапланыр ине. Ә Мордехай теҙ ҙә сүкмәне, йөҙтүбән ергә лә ҡапланманы. 3 Батша ҡапҡаһы янында булған һарай әһелдәре Мордехайҙан: – Ниңә һин батша бойороғон һанға һуҡмайһың? – тип һорар ине. 4 Улар көн дә шул һорауҙы ҡабатлай, ләкин Мордехай быға әһәмиәт бирмәй. Шунан улар, Мордехай үҙ һүҙендә торормо-юҡмы икәнен белергә теләп, был хаҡта Һаманға еткерҙе, сөнки Мордехай уларға үҙенең йәһүд икәнен һөйләгәйне инде. 5 Һаман, Мордехайҙың үҙе алдында теҙ сүкмәгәнен һәм йөҙтүбән ергә ҡапланмағанын күреп, бик ҡаты асыуланды. 6 Әммә бер Мордехайҙан ғына үс алыуҙы үҙе өсөн түбәнселек һананы. Ул, Мордехайҙың ҡайһы халыҡтан булғанын белеп, Ахашверош батшалығындағы барлыҡ йәһүдтәрҙе, йәғни Мордехайҙың халҡын, юҡ итергә ниәтләне. 7 Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө. 8 Һаман Ахашверош батшаға: – Һинең батшалығыңдың бөтә өлкәләрендәге башҡа халыҡтар араһына һибелеп таралған, ләкин уларҙан айырым йәшәгән халыҡ бар. Уларҙың ҡанундары бүтән халыҡтарҙыҡына оҡшамаған, улар батша ҡанундарын да үтәмәй. Батшаға бының менән килешеп йәшәү ярай торған эш түгел. 9 Әгәр батша хуш күрһә, уларҙы юҡ итеү тураһында фарман сығарһын. Мин ун мең талант көмөштө ҡаҙнасылар ҡулына алып барып бирермен. Улар был көмөштө батшабыҙ ҡаҙнаһына тапшырыр, – тине. 10 Батша бармағынан мөһөр йөҙөгөн сисеп, йәһүдтәрҙең дошманына – Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һаманға бирҙе. 11 Батша Һаманға: – Көмөшөң үҙеңдә ҡалһын, ә был халыҡ менән йәнең нисек теләй, шулай эшлә, – тине. 12 Тәүге айҙың ун өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һамандың әмере, һәр өлкәнең үҙ яҙмаһында, һәр халыҡтың үҙ телендә яҙылып, батша һанаттарына, бөтә өлкәләрҙең башлыҡтарына һәм барлыҡ халыҡтарҙың хакимдарына ебәрелде. Был әмер Ахашверош батшаның исеменән яҙылды һәм уның мөһөр йөҙөгө менән раҫланды. 13 Батшаның бөтә өлкәләренә сапҡындар менән ошо бойороҡ оҙатылды. Унда, олоһонан алып кесеһенә тиклем, балалары һәм ҡатындары менән бергә бер көндә, ун икенсе айҙың, йәғни адар айының ун өсөнсө көнөндә, бөтә йәһүдтәрҙе ҡырырға, үлтерергә һәм юҡ итергә, ә мөлкәттәрен талап алырға ҡушылғайны. 14 Ҡанун көсөнә эйә булған был фармандың күсермәһе, барлыҡ халыҡтар был көнгә әҙер торһон өсөн, бөтә өлкәләр буйлап иғлан ителергә тейеш ине. 15 Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia